Ростов ҡулсаһы (марафон)
Ростов ҡулсаһы — Дондағы Ростовта йыл һайын уҙғарылған еңел атлетика ярышы. 2017 йылда ул 39-сы тапҡыр үткәрелә[1]. Күп халыҡ ҡатнашҡан марафон Бөйөк Еңеүгә бағышлана[2].
Ростов ҡулсаһы | |
Үткәреү урыны | |
---|---|
Дистанциялар |
2016 йылда - 42 километр, 2017 йылда - 38 километр |
Тарихы
үҙгәртергә2016 йылда марафон маршруты 42 километр тәшкил итә һәм 5 этапҡа бүленә. Старт иртәнге сәғәт 9-ҙа бирел һәм финишҡа тиклем йүгереп килеп етеүселәргә иҫтәлекле дипломдар тапшырыла.
2017 йылда «Ростов ҡулсаһы» йүгереүе 39-сы тапҡыр ойошторолоп үткәрелә. Уның алдағы йыл менән сағыштырғанда программаһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелгән: марафонда ҡатнашыусылар шулай уҡ мультимедиа йүгереү эскскурсияһында ҡатнаша алды. Йүгереү дистанцияһы 38 км тәшкил итә. Программала, ҡатнашыусылар ял итеп алһын өсөн дүрт туҡталыш планлаштырыла. Атлеттар Дондағы Ростовтың Театр майҙанында йыйыла[3].
Йүгереүҙә өс мең самаһы кеше ҡатнаша, уларҙың күпселеге профессионал түгел. Шулай ҙа барлыҡ йүгереүселәр ҙә дистанцияны тулыһынса үтеп, финишҡа килеп етә. Марафонда ҡатнашыусылар араһында Олимпия чемпионы Вартерес Самургашев та була. Йүгереүселәрҙең маршруты ҡала үҙәгенән һул яр буйлап, шулай уҡ Александровка аша үтә. Спортсылар Театр майҙанында финиш һыҙығын киҫә[4].
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Участники забега «Ростовское кольцо» прослушают экскурсию о городе//Официальный портал городской Думы и Администрации города Ростова-на-Дону 2017 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Проведение мемориального пробега «Ростовское кольцо» перенесли
- ↑ «Ростовское кольцо-2017».
- ↑ Ростовское кольцо-2017′: предъюбилейный забег прошел на ура