Ростов кинохроника студияһы бинаһы
Иҫтәлекле урын | |
Ростов кинохроника студияһы бинаһы
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Ҡыҙыл Армия урамы, 94/92 |
Проект авторы | Эберг Лев Леонидович Эберг |
Төҙөлөшө | ???—1952 йылдар |
Ростов кинохроника студияһы бинаһы — Дондағы Ростовта 1952 йылда Ростов кинохроника студияһы архитектор Лев Леонидович Эберг проекты буйынса төҙөлгән.
Бинаның тарихы
үҙгәртергәРостов кинохроника студияһы йорто Дондағы Ростовтың үҙәгендә Ҡыҙыл Армия һәм Островский урамы мөйөшөндә урынлашҡан[1]. 1952 йылда Ростовтың танылған архитекторы Лев Леонидович Берг проекты буйынса төҙөлгән[2].
Архитектур үҙенсәлектәре
үҙгәртергәРостов кинохроника студияһы йорто өс ҡатлы, кирбестән һалынған сарҙаҡлы бина. Йорт дөрөҫ һыҙатлы горизонталь өлөштәргә бүленгән, өҫтө кәрнизле. Беренсе ҡаты тәбиғи ташҡа оҡшатып, икенсеһе — рустҡа оҡшатып биҙәлгән. Өсөнсө ҡаты икешәрләп ҡушылған пилястрҙар менән биҙәлгән. Бинаның архитектура-сәнғәт йөҙөн шулай уҡ икенсе ҡаттың тәҙрәләре аҫтындағы сандрик һәм беренсе ҡат менән икенсе ҡат араһына теҙелгән кирбес, парапеттағы рәшәткәләр билдәләй.
Йорт мөйөштәрендә ҙур пилястрҙар беренсе һәм икенсе ҡатты берләштереп тора, уларға үҫемлектәр менән биҙәлгән ҡатын-ҡыҙҙар башы биҙәктәре һәм күп төрлө фигуралы аттик фриздәр ҡуйылған. Өй мөйөштәрен фланкирлаған пилястрҙарҙар араһына йорттоң нисәнсе йылда яҙылған датаһы яҙылған таждар тора. Барельефтарҙың авторы- танылған рәссам һәм һынсы Виктор Васильевич Баринов[3].
Йорт Г хәрефе формалы. Йорт әсендәге бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған эш кабинеттарының ишеге оҙон коридорға асыла. Йорттоң төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә кино ҡарау залы бар.
Йорттоң статусы
үҙгәртергә2014 йылдың ноябрендә йорт хөкүмәт һаҡлауында тораған. Уны һаҡлауға алыуҙы ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары планда тоталар һәм яҡын арала Дондағы Ростов мәҙәниәт Министрлығына бинаны мәҙәни мираҫ исемлегенә индереүҙе һорап мөрәжәғәт итергә йыйыналар.
Йортто һатыу һәм юҡҡа сығарыу
үҙгәртергә2013 йылда йорт йәлеп ителгән барлыҡ башҡа активтары менән һатыла. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре «За честные закупки» проекты сиктәрендә был йорттоң Ростовтағы байтаҡ башҡа хөкүмәт йорттары менән бер рәттән бик арзан хаҡҡа приватизацияланғанын белеп ҡала Был ғәмәл ҡала бюджетына ҙур зыян килтергән, сөнки уны приватизациялауҙан декабрь айында бюджетҡа ни бары 53,8 млн һум аҡса ингән. Был хаҡта РФ иҡтисад министры Алексей Улюкаевҡа үтенес хаты яҙыла. Хатта Ростов өлкәһендәге дәүләт мөлкәтенә ҡараған йорттарҙың дөрөҫ, намыҫлы хаҡҡа һатылғанмы икәнен тикшереүҙе һорағандар.
Ҡаланың йәмәғәтселек протестарына ҡарамайынса , 21 февраль, 2015 йыл бинаны һүтә башлайҙар[4]. Ростов ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш Департаменты директоры Андрей Дикун әйтеүенсә, был һүтелгән йорт урынында 7 ҡатлы торлаҡ булмаған бина төҙөләсәк.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Собств. корр. Ростовская киностудия приватизирована незаконно // voopiik-don.ru. — 2014. — 17 ноября.
- ↑ Дементьева Ю. Конфликт недели: ОНФ намерен оспорить стоимость Ростовской киностудии 2014 йыл 21 декабрь архивланған. // ФедералПресс. — 2014. — 14 ноября.
- ↑ Волошинова Л. Архитектор Виктор Баринов и его время // Донской временник. — 2013. — № 2.
- ↑ На месте Ростовской киностудии построят 7-этажное нежилое здание // Аргументы и Факты. — 2015. — 25 февр.