Ростов дәүләт төҙөлөш университеты
Дон дәүләт техник университетының төҙөлөш һәм архитектура академияһы — Көньяҡ федераль округының төҙөлөш тармағы өсөн киң спектрлы белгестәр әҙерләүсе әйҙәп барыусы махсуслаштырылған юғары уҡыу йорто. 16 декабрь, 1943 йылда (Приказ № 798) Ростов инженер-төҙөлөш институтына (РИТИ) нигеҙ һалына. 1997 йылда институт Ростов дәүләт төҙөлөш университеты статусын ала. 2016 йылдың 15 апрелендә Дон дәүләт техник университеты составына инә.
Дон дәүләт техник университетының төҙөлөш һәм архитектура академияһы (ДДТУ-ның төҙөлөш һәм архитектура академияһы) | |
Элекке исеме |
РИТИ (Ростов инженер-төҙөлөш институты), РДТУ (Ростов дәүләт төҙөлөш университеты) |
---|---|
Девиз |
Үткәне менән данлыҡлы, хәҙергеһе менән үҫешле, киләсәге ынтылышлы! |
Асылған йылы | |
Директор |
Алексей Николаевич Бескопыльный |
Урынлашыуы |
Рәсәй Федерацияһы, Дондағы Ростов,Социалистик урамы . , 162 |
Сайт |
РДТУ-ның архитектура һәм төҙөлөш академияһы бөгөн
үҙгәртергә65 % артыҡ вуз хеҙмәткәрҙәре ғалим дәрәжәһенә эйә. Вузда 6 Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академия кәңәшсеһе,10 РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре , 72 профессор һәм фән докторы эшләй. Был юғары уҡыу йортонда асылған 2 диссертация советы бар, уларҙа йыл һайын кәмендә 3 доктор һәм 30 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана.
Тарих
үҙгәртергәИзге Дмитрий Ростов ҡәлғәһе Елизавета редутының беренсе ташы 1761 йылдың сентябрендә хәҙерге университет комплексы торған урында һалына. Был белем биреү учреждениеһы 1900 йылда Дондағы Ростовта коммерция училищеһы бинаһында башланып китә. Ул 1918 йылда « Дон коммерция институты» тип атала. 7 февраль, 1944 йыл. Был йылда Ростов инженер-төҙөлөш институтына (РИТИ) нигеҙ һалына.
1988 йылда РИТИ архитектура факультеты РСФСР юғары белем биреү Министры бойороғо нигеҙендә Ростов дәүләт архитектура институтына әйләнә. Хәҙерге көндә ул Көньяҡ Федераль университетының составында (2006 йылдан башлап).
Коллегия ҡарары менән һәм Рәсәй Федерацияһы фән, юғары мәктәп һәм техник сәйәсәт Министрлығы бойороғо буйынса 1992 йылдың 15 октябрендә институтҡа академия статусы бирелә һәм ул Дондағы Ростов дәүләт төҙөлөш академияһы тип атала башлай. 1997 йылдың 30 ғинуарында РФ дөйөм һәм һөнәри белем биреү Министрлығы Ҡарары менән Дондағы Ростов дәүләт төҙөлөш академияһы 1997 йылдың 7 февралендә Ростов дәүләт төҙөлөш университетына (РДТУ) әүерелә. 2015 йылдың 30 декабрендә Дон дәүләт техник университетының колонияһы формаһында уның базаһында «күп профилле таяныс юғары уҡыу йортона» әйләнә.