Рожкова Татьяна Ивановна

фольклорсы, филология фәндәре докторы

Рожкова Татьяна Ивановна — фольклорсы, филология фәндәр докторы (2006), Рәсәй Федерацияның почётлы юғары профессионал белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Рожкова Татьяна Ивановна
Тыуған көнө

15 октябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (69 йәш)

Ил

 СССР
 Рәсәй

Биографияһы

үҙгәртергә

Рожкова Татьяна Ивановна 1955 йылдың 15 октябрендә Силәбе өлкәһе Уйылға районы Крутобережье ауылында тыуған. 1974-1978 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт педагогия институты, рус теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый. 1983-1986 йылдарҙа А.И.Герцен исемендәге Ленинград педагогия университетының көндөҙгө аспирантураһында рус әҙәбиәте кафедраһында уҡый. Филология фәндәре докторы профессор В.А.Западов фәнни етәксеһе була. 1993 йылдан Г.И.Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһын ойоштороу инициаторы һәм 2016 йылдан етәксеһе була.

1886 йылда Ленинградта филология фәндәре кандидатыны исеменә «Себерҙең тәүге ваҡытлы баҫмаһы Иртыш» тигән диссертация яҡлай. Диссертация А.И.Герцен исемендәге Лениград педагогия институтының Рус әҙәбиәте кафедраһында башҡарыла. Фәнни етәксеһе В.А.Западнов.

Филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә ««Һуңғы тиҫтә йылдар дауамында һаҡланып килгән XVIII быуаттарҙың әҙәби процесында беллетристик китап»» («Беллетристическая книга в литературном процессе последних десятилетий XVIII века») диссертацияһын яҡлай. Ғилми хеҙмәт «Магнитогорск дәүләт университеты» юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһының рус классик әҙәбиәте кафедраһында башҡарылған. Етәксеһе филология фәндәре докторы, профессор Е.А. Костюхин.

Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал урыҫ тау сәнәғәте ауылдарының календарь-йола, туй фольклорын өйрәнеүгә арналған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. "Башҡортостан тау сәнәғәте ауылдарның урыҫ туй йырҙары" (Русские свадняя песни горнозаводской сел Башкирии” 2000), “Календарндарь-рядное фольклор Южного Урала” (2000) һәм башҡа фольклор тураһында хеҙмәттәр яҙа.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә