Рождество Пресвятой Богородицы сиркәүе (Тацинская)

1999

Православие ғибәҙәтханаһы
Церковь Рождества Пресвятой Богородицы
Ил Рәсәй
Станица Тацин
Конфессия Православие
Епархия Волгодонск һәм Сальск епархияһы
Усть-Донецк благочиниеһы. 
Бина тибы Таш
Проект авторы И. В. Ганус
Төҙөлөшө 19931999 йылдар
Бөгөнгө хәле ғәмәлдә
Сайт Рәсми сайт

Рождество Пресвятой Богородицы сиркәүе  — Ростов өлкәһе Тацин станицаһындағы православие сиркәүе[1].

Адресы: Ростов өлкәһе, Тацин районы, Тацин станицаһы, Калинин майҙаны.

Октябрь революцияһына тиклем станицала ике сиркәү булған. Уларҙың икеһе лә һуғышҡа тиклем емерелгән. 1930 йылда Никольский сиркәүе , ә 1937 йылда икенсе йорт ватылған. Уның урынында ваҡытлыса ағас ҡорам ҡуйғандар. Һуңыраҡ уны ашлыҡ һаҡлағысҡа әйләндергәндәр, аҙаҡ бөтөнләй һүткәндәр. 1946 йылда ағас сиркәүҙән ҡалған материалдарҙан ғибәҙәт ҡылыу йорто ҡорғандар. Был ҡоролмала 1960 йылдарға тиклем ғибәҙәт ҡылғандар. Хрущев ваҡытында был йортто япҡандар, мәхәлләһен регистрациянан төшөргәндәр[2].

Тацин станицаһында Рождество Пресвятой Богородицы мәхәлләһе 1989 йылдың 9 ноябрендә иҫәпкә ҡуйылған һәм Песчаный урамындағы 27-се һанлы йортта урынлашҡан. Уның беренсе хужаһы дин әһеле Виктор Воронов булған. Унан һуң сиркәү хужаһы булып тәғәйенләнгән дин әһеле протоиерей Александр Минин эшләгән ваҡытта станицала сиркәү төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. 1993 йылдың 12 сентябрендә уның беренсе нигеҙ ташы изгеләндерелгән. 1994 йылда сиркәү мәхәлләһенең руханийы итеп протоиерей Василий Маштанов тәғәйенләнгән. Ул архитектор И. В. Ганус эшләгән буласаҡ сиркәү поектын һайлап алған[3].

Яңы төҙөлгән сиркәүҙә 1999 йылдың 21 сентябрендә тәүге тапҡыр ғибәҙәт ҡылыу үткәрелгән. 2003 йылда сиркәүҙең эске һәм тышҡы эштәре тамамланған, иконостас ҡуйылған. 2010 йылдың 21 майынан алып сиркәү хужаһы — иерей Ростислав Сагинашвили[4] Сиркәү адресы — Калинин майҙаны, 42-се һанлы йорт.[5]

Шуныһы мәғлүм, Тацин районында һуғыш алдындағы йылдарҙа Карпово-Обрывский утарындағы емерелгән. Икона Божьей Матери сиркәүенән башҡа ярты быуаттан артыҡ районда бер ниндәй ҙә эш итеүсе сиркәү булмаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә