Рио-де-Жанейро федераль университеты
Рио-де-Жанейро федераль университеты (порт. Universidade Federal do Rio de Janeiro, UFRJ, шулай уҡ Бразилия университеты) — Бразилияның иң ҙур федераль университеттарының береһе.
Рио-де-Жанейро федераль университеты | |
Исеме |
Universidade Federal do Rio de Janeiro |
---|---|
Асылған йылы |
7 сентябрь 1920 |
Сайт |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәРио-де-Жанейро федераль университеты 1920 йылда нигеҙләнгән һәм Латин Америкаһында иң яҡшы юғары уҡыу йорттарының береһе тип иҫәпләнә.
Университет башлыса Рио-де-Жанейрола урынлашҡан, уның 11 илдә филиалдары бар. Төп кампустары — Praia Vermelha (тарихи) һәм Университет ҡаласығы (порт. Cidade Universitária, Рио технологик паркында урынлашҡан).
Рио-де-Жанейрола бер нисә айырым институттар эшләй: Музыка мәктәбе, Хоҡуҡ факультеты, Фәлсәфә һәм социаль фәндәр институты, Тарих институты.
Университет составында 7 музей, 8 дауахана, йөҙләгән лаборатория һәм ҡырҡтан ашыу китапхана бар.
Һылтанмалар
үҙгәртергәРио-де-Жанейро федераль университеты Викимилектә |