Ригер Оргелбау

(Ригер Огербау битенән йүнәлтелде)

Rieger Orgelbau (Ригер Оргелбау) — орган музыка ҡоралы етештереүсе австрия фирмаһы. Фирмаға Франц Ригер нигеҙ һалған. 1873 йылдан ул Rieger & Söhne (Ригер Шөне) тип аталған , ә 1879 йылдан, улдары мираҫлыҡҡа алғас Гебрюдер Ригер тигән атама ҡабул ителгән. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң фирма Чехия дәүләт ҡарамағына алынған һәм икенсе оҫтахана - Rieger-Kloss (Ригер-Клосс) менән берләштерелгән. Ригерҙар традицияһын Австрияға күсенеп, «Rieger Orgelbau» оҫтаханаһы асҡан яңы хужалары ла дауам итә [1].

Ригер Оргелбау
Тармаҡ Музыка ҡоралдарын етештереүсе[d]
Нигеҙләү датаһы 1845
Логотип
Нигеҙләүсе Franz Rieger[d]
Дәүләт  Австрия
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы яуаплылығы сикләнгән ойошма[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Шварцах[d], Брегенц[d], Форарльберг[d], Австрия
Продукция орган[d]
Рәсми сайт rieger-orgelbau.com
 Ригер Оргелбау Викимилектә
1992 йыл.Ригер органы. Эдинбург

Франц Ригер - фирмаға нигеҙ һалыусы

үҙгәртергә
 
Франц Ригер

Франц Ригер Австрия Силезияһында Цоссен ( Соснова ) тигән төбәктә 1812 йылдың 13 декабрендә тыуған. Атаһы баҡсасы булған. Ул яҡшы белем ала һәм орган конструкторы булырға ҡарар итә, һәм ул ошо маҡсатта Венаға юллана , унда органдар эшләүсе Джозеф Сейберттан һөнәргә өйрәнә. Белем алыуын тамамлап , ул 1844 йылла мастер булараҡ өйгә ҡайтып, органдар етештереүгә тотона. Өйләнә, туғыҙ балаға ғүмер бирә. 1845 йылда Бургберг сиркәүенә орган эшләп бирә.

Ул 1852 йылда Австрия монархияһының Сауҙа-сәнәғәт реестрына ҡабул ителгән. Классик традицияларҙа органдар эшләп, ул юғары репутация яулаған. Улдары менән берлектә Һөҙөмтәле эше өсөн 1879 йылда ул император указы буйынса Алтын тәре менән бүләкләнә.

Ягерндорфта 1886 йылдың 29 ғинуарында вафат була[2] .

Ригерҙа әле 40-ҡа яҡын кеше эшләй; унар кешенән ике төркөм планлаштырыу этабынан алып әҙер булғанса эште алып бара. Бигерәк тә торбалар урынлаштырыу ныҡ яуаплы, уның һуңғы сиктә һәр өнөнөң сифаты өсөн яуаплылыҡҡа эйә булып торалар.

Материал - торбалар етештереү цехы, слесарь цехы, деталдәр етештереү оҫтаханалары шул уҡ бинала урынлашҡан, орган сифатын тәьмин итеү өсөн һәр өлөштә тулы контроль булдырылған. Ригер социаль ғәҙеллек мәсьәләһен күптән күҙ уңында тота, беренселәрҙән булып егерменсе быуат башында уҡ ул үҙ хеҙмәткәрҙәренә медицина страховкаһы биргән һәм фатирҙарына электр үткәрткән. Хәҙерге ваҡытта органдарҙың өлөштәрен етештереүҙе нигеҙҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тормошҡа ашыра.

Яңы органдар эшләгәндә улар ниндәй ҙә булһа конкрет стилгә йәбешеп ятмай, күсермә эшләмәй, ә ижади традицияларҙа яңы мөмкинлектәр табырға тырыша. Үҙ дизайн философияһы булдырылған, орган музыкаға хеҙмәт итә тигән ҡараш өҫтөнлөк итә. Улар былай тип яҙа: «Һәр хәлдә беҙҙең маҡсат - үткәндәрҙә генә ҡалмаҫҡа, бөгөнгө һәм киләсәк өсөн ижад итергә»

Библиография

үҙгәртергә
  • Orgel-Katalog: Gebrüder Rieger: Orgel- und Harmoniumfabrik (Jägerndorf, 1888)
  • Orgelbauanstalten Gebrüder Rieger (Jägerndorf, 1938)
  • R. Quoika: Die Jägerndorfer Orgelbauer Rieger und ihr Haus, in Jägerndorfer Heimatbrief XIX (1967)
  • C. Glatter-Götz: Rieger Orgelbau (Schwarzach, 1995)
  • de:Alfred Reichling: "Rieger", Grove Music Online ed. L. Macy (Accessed 2007-06-28), [1] 2008 йыл 16 май архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. C. Glatter-Götz]]: Rieger Orgelbau (Schwarzach, 1995)
  2. R. Quoika. Die Jägerndorfer Orgelbauer Rieger und ihr Haus, in Jägerndorfer Heimatbrief XIX (1967)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә