Рига ҡамауы (1709—1710)
1709-1710 йылдарҙағы Рига ҡамауы — Төньяҡ һуғышы барышында рус армияһының Рига ҡәлғәһендә ҡамауҙа ҡалған швед ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби операцияһы. Операция һөҙөмтәһендә рус ғәскәрҙәре тарафынан Рига баҫып алына.
1709—1710 йылдарҙағы Рига ҡамауы | |||
Төп конфликт: Бөйөк Төньяҡ һуғышы | |||
| |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
232-көнлөк ҡамауҙан һуң рус армияһы ҡәлғәне яулап ала | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
| |||
Тарих башы
үҙгәртергәПолтава тирәһендәге шведтарҙың еңелеүенән һәм Переволочны янында швед армияһының капиуляцияһынан һуң Петр I Прибалтикала хәрби ғәмәлдәрҙе әүҙемләштерергә була һәм генерал-фельдмаршал Б. П. Шереметьевҡа Риганы баҫып алырға бойора[2].
Полтава тирәһенән Ригаға табан рус армияһын күсереү ямғыр һәм юл өҙөклөктәре арҡаһында ҙур ҡыйынлыҡтар менән бәйле була. Октябрь башында рус ғәскәрҙәре Динабургка яҡыная. Курляндияға сабауыл үткәреү өсөн Волконский етәкселегендә өс драгун полкынан торған ортяд ебәрелә. 15 (26) октябрҙә рус ғәскәрҙәре швед Лифляндияһы сиген аша үтәләр һәм Көнбайыш Двина буйлап Ригаға табан юлланалар. Төп көстәр йылғаның һул яры буйлап бара, ә генерал Р. Х. Боур командалығы аҫтындағы дүрт драгун полкы һәм Митрофан Лобанов етәкселегендәге Дон казактары — Көнбайыш Двинаның уң яры буйлап бара. 27 октябрҙә (6 ноябрь) рус армияһы Риганы бикләй һәм ҡамау эштәрен башлай[2].
Көстәр ҡуйылышы
үҙгәртергәXVIII быуат башында үҙенең һарайы һәм нығытылған ҡоролмаһы менән Рига ҡәлғәһе Европала иң ҡеүәтлеләрҙән һанала[2] [3]. Уны 5 бастионлы, 2 равелины һәм 2 шанцы булған бик ныҡ диуарҙар урата, диуар алдынан һыу менән тултырылаған соҡор ҡаҙылған.Ҡәлғә алдында ер һәм ҡойма менән нығытылған форштадт була. Көнбайыш Двина йылғаһының ҡаршы ярында Коброншанц форты урынлашҡан, ул дүрт бастион һәм бер ярымбастион менән нығытылған һәм шулай уҡ һыу соҡоро менән уратылған йылға аша йөҙмә күперҙе ышыҡлап тора[3].
Ҡәлғә гарнизонында генерал Нильс Стромбергтың етәкселегендә 13,4 мең 563 кеше пушка, 66 гаубица һәм 12 мортир иҫәптә тора[2].
Рус ғәскәрҙәрендә 1709 йылдың көҙөндә яҡынса 40 мең кеше иҫәпләнә , шулай уҡ 32 ялан артиллерия орудиеһы, уларға ноябрҙә 18 орудие өҫтәлә[3].
Ҡамау барышы
үҙгәртергәКөҙ — ҡыш
үҙгәртергәРус ғәскәрҙәре яҡынлашҡас, Стромберг йылға аша йөҙмә күперҙе емерергә һәм Коброншансты, унда булған шведтарҙы Ригага эвакуациялап, ҡалдырырға ҡуша. Бер атыуһыҙ яуланған фортта артиллерия батареяһы урынлаша. Бынан тыш, шведтар диңгеҙҙән ярҙам алмаһын өсөн, рус ғәскәрҙәре Рига һәм Дюнамюнде ҡәлғәһе араһындағы йылғаның ике ярында ла артиллерия батареяларын урынлаштыралар. Йылғаның ике ярында урынлашҡан частарҙың үҙ-ара бәйләнештәрен көйләү маҡсатында Риганан ете километр үрҙәрәк күпер төҙөлә.
10 (21) ноябҙә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 9 (20) ноябрҙә[2]) Рига тирәһенә бер көнгә Петр I килеп китә, ул ҡалаға тоҫҡап өс тапҡыр атыу башҡара һәм шуның менән ҡәлғәне оҙайлы бомбаға тотоуға юл ҡуя. Башта бомбаға тотоуҙың файҙаһы аҙ була, сөнки рус ялан артиллерияһы йәҙрәләрҙе двина аша сығара алмай. Ноябрь аҙағында Шереметев етәкселегендәге рус армияһының күпселек өлөшө Курляндияға сығарыла һәм Митавала ҡышҡы фатирҙарға урынлаштырылалар. Рига тирәһендә Аникита Репнин командованиеһы аҫтында 6-меңлек отряды ҡала һәм ул ҡамау буйынса эштәрҙе дауам итә.
2 (13) декабрҙә ҡамау эштәре тамамлана. Шул уҡ ваҡытҡа Рига тирәһенә рус армияһының ауыр артиллерияһы килеп етә һәм риганы ҡыйратҡыс утҡа тота. Айырыуса 12 (23) декабрҙәге утҡа тотоу эффектлы була: Рига цитаделенең башняһы янып китә. Әле ҡоролмала дары баҙы була, һөҙөмтәлә шартлауҙан яҡынса 800 кеше һәләк була[2].
Яҙ — йәй
үҙгәртергә11 (22) мартында риганы ҡамауҙа тотҡан ғәскәрҙәргә фельдмаршал Шереметев ҡабаттан ҡайта һәм ҡамау эштәрен етәкләй. Апрелдә Рига тирәһенә Александр Меншиков килә, уға, ҡамауҙа ҡалғандар ғәскәрҙәргә швед флотын ебәрмәҫ өсөн, армияның нығытмаларын көсәйтергә ҡушыла. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Двина тамағында яңы нығытмалар төҙөлә, ундағы 700 һалдат һәм 300 Дон казагы 32 орудие менән ҡоралландырыла. Бынан тыш, риганан ике километр түбәнерәк тағы ла бер нығытма төҙөлә, уға Александр Меньшиков хөрмәтенә Александршанц исеме бирелә, ә Двина аша свайлы күпер төҙөлә, уның ике яғынан пушкалар урынлаштырыла.
28 апрелдә (9 майҙа) швед флоты туғыҙ карап составында Ригаға Дюнамюнд яғынан йырып сығырға маташалар, әммә әлеге ниәт рус артиллерияһының ҡапма-ҡаршылығы арҡаһында томошҡа ашмай.
Икенсе көндө бөтә рус көстәре Рига тирәһендә туплана: Александршанц һәм яңы күпер районында А. Д. Меншикотың дивизияһы урынлаша, Риганан үргәрәк — А. И. Репниндың дивизияһы, туп-тура Рига алдындағы позицияларҙы Л. Н. Алларттың дивизияһы биләй. Бынан тыш, Репниндың һәм Алларттың частары йылғаның ҡаршы ярҙарын (Коброншанц эргәһендә) һәм ағым буйлап аҫтараҡ яңы нығытымаларҙы биләйҙәр. 10 (21) майҙа Ригаға генерал Я. В. Брюс етәкселегендәге ҡамау артиллерияһы килеп етә.
Май айында ҡамаусылар һәм ҡамауҙа ҡалғанда араһында чума эпидемияһы башлана.
27 майҙа (7 июндә) рус командованиеһына шведтар Риганы ҡамауҙан азат итергә теләүҙәре тураһында яңы агентура мәғлүмәттәр билдәле була. Шведтар генерал Станбоктың 20-меңлек корпусын Рига тирәһенә күсерергә, шулай уҡ генерал фон Крассовтың отрядын ҡушырға планлаштырыла. Десантҡа ҡаршы тороу өсөн Рига тирәһендәге биҫтәне биләп алырға һәм яҡындан ҡаланы бомбаға тотоу буйынса ҡарар ҡабул ителә. 30-31 майҙа (10-11 июндә) етәкселегендә бригадир Штаф һәм полковник Ласси етәкселегендәге дөйөм һаны 2400 кешенән торған ике рус отряды биҫтәне яулап ала, артабан унда 14 мортирлы өс рус батареяһы урынлаштырыла.
Июнь уртаһындаДюнамюндҡа 24 карап составындағы швед эскадраһы килеп етә, ул десантты төшөрөргә һәм Ригаға үтеп инергә маташа. рус артиллерияһының ҡаршылашыуы арҡаһында десантты төшөрөү килеп сыҡмай, ә өс швед карабы 9 (20) июндә ут аҫтында Ригаға барып етһәләр ҙә, Дюнамюндҡа кире әйләнергә мәжбүр булалар һәм швед эскадраһы диңгеҙгә китә.
Киләһе көндө шведтар ваҡытлыса һуғышты туҡтатып тороуҙы үтенәләр, әммә ваҡыты еткәс. капитуляциянан баш тарталар. рус ғәскәрҙәре Риганы көслө утҡа тоталар — 14 (25) июндән алып 24 июнгә (5 июлгә) тиклем 3388 бомба ташлана. Шведтар ҡабаттан ваҡытлыса тыныслыҡ һорайҙар һәм ике тәүлек үтеүгә 4 (15) июлдә Рига бирелә. Ошо уҡ көндө Ригаға Песочный ҡапҡалар аша генерал А. И. Репнин етәкселегендәге Ингерманланд, Киев, Әстерхан, Себер, Ҡазан һәм Бутырский пехота полктары инәләр. 12 (23) июлдә ҡалаға тантаналы рәүештә генерал-фельдмаршал граф Б. П. Шеремет инә.
Юғалтыуҙар
үҙгәртергәРус армияһы барлыҡ швед артиллерияһын баҫып ала (561 пушка, 66 мортира, 7 гаубица). гарнизондың ҡалдыҡтары әсирлеккә бирелә — 5132 кеше, уларҙың 2905 ауырыуҙар. Шведтарҙың бер өлөшө 1700 йылда Нарва тирәһендә тотоп алынған урыҫ әсирҙәренә алмаштырыла, ҡалғандары шул көйөнсә азат ителә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Беренсел сығанаҡтар
- Седерберг Г. Бывшего полкового священника, магистра Генриха Седерберга, заметки о религии и нравах русского народа во время пребывания его в России с 1709 по 1718 год / Пер. по рукописи со швед. А. А. Чумикова 2014 йыл 7 декабрь архивланған. // Чтения в Императорском обществе истории и древностей российских, 1873. — Кн. 2. — Отд. 4. — С. I—II, 1—38.
- Икенсел сығанаҡтар
- Пухляк О. Н. Северная война на территории Латвии.
- Артиллерийское обеспечение осады Риги русскими войсками в 1709—1710 гг. 2015 йыл 19 май архивланған.