Рибонуклеин кислотаһы (РНК)

(Рибонуклеиновая кислота битенән йүнәлтелде)

«Нуклеин кислоталары» (атама латинса «нуклеус», йәғни ядро, һүҙенән килеп сыҡҡан) — күҙәнәктә нәҫел билдәләренең һаҡлау һәм тапшырыуҙа үҙәк ролде уйнаусы матдәләр. Улар тәүтапҡыр күҙәнәк ядроларында табылған; рибонуклеин кислотаһы, нуклеин кислоталарының береһе, хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәре цитоплазмаһының состав өлөшө[1].

Рибонуклеин кислотаһы
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы RNA
 Рибонуклеин кислотаһы (РНК) Викимилектә

Нуклеин кислоталарының биологик әһәмиәте ифрат ҙур. Билдәле булыуынса, һәр күҙәнәк инә күҙәнәктең бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Бала күҙәнәк инә күҙәнәктең үҙсәнлегем ала. Күҙәнәктең үҙсәнлектәре башлыса уның аҡһымдары менән билдәләнелә. Нуклеин кислоталары күҙәнәктә аҡһымдарҙы тап инә күҙәнәктәгесә итеп синтезлауҙы тәьмин итә.

Нуклеин кислоталарының ике төрө бар: дезоксирибонуклеин кислотаһы (ДНК) һәм рибонуклеин кислотаһы (РНК).

Рибонуклеин кислотаһы (РНК)

үҙгәртергә
 
РНК сылбыры

Рибонуклеин кислотаһы (РНК)  — регуляр булмаған биополимер, полинуклетид.

Мономерҙары дүрт төр рибонуклеотид: цитозин, урацил, аденин, гуанин

Рибонуклеотидтарҙың дөйөм төҙөлөш схемаһы: азотлы нигеҙ  — рибоза — Фосфор кислотаһы ҡалдығы.

Рибонуклеотидтар бер - береһенән азотлы нигеҙ буйынса ғына айырылалар:пиримидиндар төркөмөнән —Цитозин менән Урацил; пуриндарҙан — аденин менән гуанин.

РНК структураһы ДНК структураһына оҡшаш. РНК, ДНК кеүек үк, полинуклеотид, әммә ДНК-нан айырмалы рәүештә, РНК молекулаһы ( күпселек осраҡта) бер сынйырлы.

ДНК-лағы кеүек үк, РНК структураһы ла дүрт төр нуклеотидтың сиратлашыуынан барлыҡҡа килә, тик РНК-ла нуклеотидтар составы ДНК нуклеотидтарынан бер аҙ айырыла, йәғни РНК-ла углевод дезоксирибоза түгел, ә рибоза, шуға күрә РНК рибонуклеин кислотаһы тип атала ла инде. Бынан тыш, РНК-ға азотлы нигеҙ тимин урынына башҡа нигеҙ, төҙөлөшө буйынса уға яҡын, урацил (У) инә.

Шулай итеп, ДНК һәм РНК араһында өс төп айырма бар:

  1. ДНК нуклеотидтары составындағы пентоза —дезоксирибоза, ә РНК нуклотидтарында — рибоза. Рибозала дезоксирибозанан айырмалы рәүештә, өҫтәмә гидроксил төркөм бар. Был РНК молекулаларының гидролизын еңелләштерә.
  2. РНК-ла аденининға комплементар нуклеотид булып тимин түгел, ә урацил тора.
  3. ДНК — ике сылбырлы спираль формаһында була (комплементар ике полинуклеотид сылбыр). РНК молекулалары күпселектә бер сылбырлы (бер полинуклеотид сылбыр) һәм күпкә ҡыҫҡа була.

Рибонуклеин кислотаһының төрҙәре

үҙгәртергә

Күҙәнәктә РНК-ның бер нисә төрө бар. Улар бөтәһе лә аҡһымды синтезлауҙа ҡатнаша.

  • Беренсе төр — транспорт РНК-һы (т-РНК). Былар ҙурлыҡтары буйынса иң бәләкәй РНК. Улар аминокислоталарҙы үҙҙәренә бәйләй һәм аҡһым синтезланған урынға алып бара.
  • Икенсе төр — информация РНК-һы (и-РНК). Дәүмәле буйынса ул т-РНК-нан 10 тапҡыр ҙурыраҡ. Уның функцияһы — ДНК-нан аҡһым синтезланған урынға аҡһымдың структураһы тураһында информация алып барыу.
  • Өсөнсө төр — рибосома РНК-һы (р-РНК). Улар иң ҙур молекулаларҙан тора һәм рибосомалар составына инә.
  • Дүртенсе төр — Ҡайһы бер вирустарҙың нәҫел матдәләре.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А. М. Багаутдинов, А. М. Багаутдинов, 2009)