Республика дистанцион белем биреү үҙәге
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |
«Мәғариф» милли проект сиктәрендә 2010 йылдың сентябрендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дистанцион белем биреү үҙәге асылды (РЦДО).
Математика, рус теле һәм әҙәбиәте өйҙә уҡытылһа, физика,химия,биология,тарих, башҡорт теле һәм башҡа фәндәр компьютер аша дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланып уҡытыла. Республика буйынса ошо рәүешле бөгөнгө көндә мөмкинлектәре сикләнгән 554 бала белем ала. Уҡыу барышында һәр уҡыусы бушлай компьютер ҡорамалдары менән тәьмин ителә һәм интернет менән файҙаланыу мөмкинлеген ала. Республика дистанцион үҙәге Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 8/3 адресы буйынса урынлашҡан. Шулай уҡ Үҙәктең Сибай, Нефтекама,Туймазы, Белорет,Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Мәсәғүттә (Дыуан районы) филиалдары бар.