Республика Китап музейы
Республика китап музейы — Алматы ҡалаһында Ҡаҙағстандың әҙәбиәт һәм китап нәшриәте тарихы музейы. Элекке Икмәк продукттары министрлығы бинаһында урынлашҡан.
Республика Китап музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1977 |
---|---|
Дәүләт |
Ҡаҙағстан СССР |
Административ-территориаль берәмек | Алматы |
Музей
үҙгәртергәКитап музейына 1977 йылда нигеҙ һалына.
Бында ХVІІІ-ХІХ быуаттың, ХХ быуаттың 40-сы йылдарына тиклемге 500-ҙән ашыу ҡулъяҙма һәм һирәк китаптар коллекцияһы һаҡлана. Шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм сит ил ҡулъяҙмалары, тарихи-мәҙәни, фәнни әһәмиәткә эйә ғәрәп, латин һәм кирилл шрифтлы ҡулъяҙмалар, борон нәшер ителгән китаптар бар.
Музей экспозицияһында Ҡаҙағстандың яҙма мәҙәниәте буйынса фото — һәм видеоматериалдар бар, улар файҙаланыла. Экспонаттар дүрт төп бүлектә урынлашҡан:[1]
- Ҡаҙаҡ далаларының боронғо яҙма мираҫы
- Ҡулъяҙма — быуаттар мираҫы.
- Иртә Ватан баҫмаһы.
- Ҡаҙағстандың яҙма һәм баҫма һәм яҙма ҡомартҡылары.
2012 йылда музейҙа Мөхтәр Әүәзовтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған күргәҙмә үтә. Унда авторҙың шәхси автографы ҡуйылған китаптар, Алматыла 1942 йылда сыҡҡан «Абай» романының беренсе баҫмаһы, шулай уҡ ҡиммәтле экспонаттар: «Енлик-Кебек», «Қилы заман», «Қараш-қараш», «Қорғансыздың күні», «Тас түлек» һәм латин телендәге башҡа әҫәрҙәре[2]
урын алған.
Музей бинаһы
үҙгәртергәИген продукттары министрлығы өсөн бина 1936 йылда төҙөлә. Проект архитекторы — В. Твердохлебов, скульпторы Б. Вахек була.
Ҡоролма ике ҡатлы, Г хәрефенә оҡшаш кирбес ҡоролманан ғибәрәт. Инеү ишеге портик рәүешендә бинаның мөйөшөндә урынлашҡан. Бинаның төп өлөшө тәрән булмаған дүрт мөйөшлө уйымдар менән тулыландырылған ябыҡ киңлектән тора. Ҡат аралары ауыл хужалығының социалистик көнкүрешен сағылдырған горизонталь рельефлы панно менән биҙәлгән. Фасадтарының ике төҫкә буятылыуы һәм биҙәлешендә классицизм элементтарын ҡулланыу бинаға айырым сағыулыҡ бирә. Көнсығыш яғында беренсе ҡаттың тәҙрәләре турыһында тәрән булмаған тура дүртмөйөшлө уйымда арыҫлан башы формаһындағы фонтан урынлашҡан[3].
Һәйкәл статусы
үҙгәртергә2010 йылдың 10 ноябрендә Алматы ҡалаһының урындағы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының яңы дәүләт исемлеге раҫлана һәм бер үк ваҡытта быға тиклемге ҡарарҙар көсөн юғалтҡан тип белдерелә[4]. Был ҡарарҙа элекке Иген продукттары министрлығы бинаһының урындағы әһәмиәткә эйә тигән статусы һаҡлана. һаҡлау зонаһы сиктәре 2014 йылда раҫлана[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Музей редких книг
- ↑ В Алматы в Республиканском музее книги открылась выставка, посвященная 115-летию Мухтара Ауэзова
- ↑ Управление культуры г. Алматы. Бывшее здание министерства хлебопродуктов 2020 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ Постановление Акимата города Алматы от 10 ноября 2010 года N 4/840 «Об утверждении Государственного списка памятников истории и культуры местного значения города Алматы»
- ↑ Решение ХХХI сессии маслихата города Алматы V созыва от 10 сентября 2014 года N 261 «Об утверждении границ охранных зон, зон регулирования застройки и зон охраняемого природного ландшафта объектов историко-культурного наследия города Алматы»