Репликация (ДНК-ның икеләтә артыуы)

(Репликация ДНК битенән йүнәлтелде)

Репликация (ДНК-ның икеләтә артыуы) — ДНК молекулаһының үҙ копияһын эшләй алыу һәләтлеге. Йәнле тәбиғәттең уникаль үҙенсәлектәренең береһе. Фәнгә был биохимик процесс — матрица синтезы реакцияһы тип инеп киткән.

Схематическое изображение процесса репликации, цифрами отмечены: (1) Запаздывающая нить, (2) Лидирующая нить, (3) ДНК-полимераза (Polα), (4) ДНК-лигаза, (5) РНК-праймер, (6) Праймаза, (7) Фрагмент Оказаки, (8) ДНК-полимераза (Polδ), (9) Хеликаза, (10) Белки, связывающие одноцепочечную ДНК, (11) Топоизомераза

Ундай биосинтез реакциялары өсәү:

  • репликация — ДНК-ның икеләтә артыуы
  • транскрипция — ДНК молекулаһы сылбырындағы мәғлүмәтте РНК молекулаһына күсереү
  • трансляция — РНК молекулаһындағы мәғлүмәт буйынса аминокислоталарҙан аҡһым молекулаһын йыйыу.

ДНК-ның икеләтә артыуы

үҙгәртергә
 
Процесс репликации: раскручивание двойной спирали ДНК — синтез комплементарных цепей ДНК-полимеразой — образование двух молекул ДНК из одной

ДНК структураһының нигеҙе булған комплементарлыҡ принцибы күҙәнәк бүленер алдынан ДНК-ның яңы молекулалары нисек синтезланыуын аңларға мөмкинлек бирә.

Был синтез ДНК молекулаһының икеләтә арта алыу кеүек ғәжәйеп һәләтенә бәйле. Тап ул инә күҙәнәктәге нәҫел үҙсәнлектәренең бала күҙәнәктәргә күсеүен билдәләй.

ДНК молекулаһы ике полинуклеотид ептән тора.

Һәр ебендә нуклеотидтар бер нуклеотидтың углеводы һәм күрше нуклеотидтың фосфор кислотаһы аша тоташа. Улар ныҡлы ковалент бәйләнеш менән тоташҡан.

Шулай итеп, ДНК-ның һәр ебе полинуклеотидты тәшкил итә. Был — нуклеотидтарҙың билдәле бер ҡәтғи тәртиптә урынлашҡан оҙон сынйыры.

ДНК молекулаһында был был полинуклеотид сынйырҙарҙы бер-береһе менән водород бәйләнештәретотоп тора.

Водород бәйләнештәрен үҙ-ара комплементар парҙар төҙөй: А(аданин) — Т(тимин) һәм Ц(цитозин) — Г(гуанин).

ДНК-ның икеләтә спирале ДНК-синтетаза ферменты тәьҫирендә бер осонан тағатыла башлай. Һәр сынйыр нигеҙендә тирә-яҡ мөхиттәге ирекле нуклеотидтарҙан яңы сынйыр төҙөлә. Йәғни, һәр полинуклеотид сынйыр комплементарлыҡ принцибы буйынса яңы полинуклеотид сынйыр йыйып ала.

  • Шулай итеп, бер молекула нигеҙендә ике молекула синтезлана. Молекулаларҙың һәр береһе элекке сынйырҙан һәм яңы йыйылған сынйырҙан тора.
  • Бер сынйырҙың азотлы нигеҙҙәре икенсе сынйырҙың азотлы нигеҙҙәре менән «тоташа». Был нигеҙҙәр бер-береһенә водородлы бәйләнеш барлыҡҡа килерлек дәрәжәлә бик ныҡ яҡын килә.
  • Тоташыусы нуклеотидтарҙың урынлашыуында мөһим законлылыҡ бар: бер сынйырҙағы А ҡаршыһына һәр ваҡыт икенсе сынйырҙа Т тура килә, ә бер сынйырҙағы Г ҡаршыһына һәр ваҡыт Ц тура килә.
  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.