Рангылар тураһында табель

Рангылар тураһында табель — хәрби, гражданлыҡ һәм һарай яны хеҙмәттәре араһындағы 14 класс дәрәжәләре буйынса рәтләнгән тап килеүҙәр исемлеген үҙ эсенә алған таблица. Батша Пётр I үҙенең 1722 йылдың 24 ғинуарындағы (4 февраль) «Диңгеҙҙәге чиновниктарҙың, хәрбиҙәрҙең, статскийҙарҙың һәм һарайҙағыларҙың дәрәжәләре тураһында табель; бер класҡа инеү ваҡыты буйынса хәрбиҙәр башҡа кластарҙан дәрәжә буйынса өлкәнерәк, юғарыраҡ».[1][2]. Артабан күп тапҡыр үҙгәртеүҙәр индерелеп Рәсәй империяһы һәм Рәсәй республикаһында ҡулланылған[3].

Рангылар тураһында табель
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Юрисдикция таралышы Рәсәй империяһы һәм Рәсәй республикаһы
Башланыу датаһы 24 ғинуар (4 февраль) 1722
Нәшер ителеү ваҡыты 30 ғинуар (10 февраль) 1722
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 12 (25) ғинуар 1918
Принят законодателем Пётр I
Дата промульгации 24 ғинуар (4 февраль) 1722

Указ тексында хәҙерге рус теле өсөн тәбиғиерәк булған «рангтар таблицаһы» һүҙбәйләнеше бар, әммә тарихта указдың башында ҡулланылған «рангтар тураһында таблица» һүҙбәйләнеше нығынған. Башта был һүҙбәйләнеш ике төп мәғәнәгә эйә була: 1) чиндарҙы структуралаусы таблица; 2) хәрби, статский (граждан) һәм һарай хеҙмәттәре тураһында закон булараҡ указдың исеме[Комм. 1], атап әйткәндә, шуға нигеҙләнеп Табель раҫланған. Һуңғараҡ «Рангылар тураһында табель» һүҙбәйләнеше һәм хәҙерге ваҡытта рангыларға бүленгән ниндәй ҙә булһа объекттарының иерархияһы булараҡ күсермә мәғәнәһендә ҡулланыла.

Рангылар тураһында таблица, XVIII быуат редакцияларының береһе

Булдырылыу тарихы

үҙгәртергә

Рангылар тураһында табель раҫланғанға тиклем үк, күптәнән, чиндарҙың үҙ-ара бәйләнеше Пётр I батшаның иғтибары үҙәгендә булған. Пётр I-нең 1713 йылдың 18 декабрендәге яҙыуында (записка): «Шведтар һәм башҡаларҙан градустар тәртибен күсереп яҙып алырға[4] всех чинов, кроме воинских»[5].

Петр француз, прусс, швед һәм Дания короллектәренең «чиндар теҙмәһенән» үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе нигеҙ итеп алған указды мөхәррирләүҙә шәхсән ҡатнаша. Указ шулай уҡ Хәрби һәм Адмиралтей коллегияларында ҡаралды, унда дәрәжәләрҙе рангылар буйынса урынлаштырыу, эш хаҡы тураһында, табелгә боронғо рус чиндарын индереү һәм сиркәүҙә үҙенән юғарыраҡ урын биләгән өсөн штрафтар тураһында бер нисә иҫкәрмә яһалды. Бөтә был иҫкәрмәләр ҙә ҡаралмай ҡалдырылды. Указдың һуңғы редакцияһы өҫтөндә эштә сенаторҙар Головкин һәм Брюс, генерал-майорҙар Матюшкин һәм Дмитриев-Мамонов ҡатнашты.

Пётр, нигеҙенә француз, прус, швед һәм дат короллектәрендәге "чиндар теҙмәһе"нән үҙләштермәләр һалынған бойороҡто мөхәррирләүҙә шәхсән үҙе ҡатнашҡан[6]. Бойороҡ Хәрби коллегия һәм Адмиралтей коллегияларында ҡаралған, унда чиндарҙы рангылар буйынса урынлаштырыу, эш хаҡы (оклад) йәғни жалованье, табелға боронғо рус чиндарын индереү һәм сиркәүҙә үҙ рангыһынан юғарыраҡ урынды алған өсөн штраф тәғәйенләү пунктын алып ташлау тураһындағы ҡайһы бер иҫкәрмәләр индерелгән. Әммә бөтә был иҫкәрмәләр элеккесә ҡалдырылған. Сенаторҙар Головкин Гавриил Иванович, Брюс Яков Вилимович һәм генерал-майорҙар Матюшкин Михаил Афанасьевич һәм Дмитриев-Мамонов Иван Ильич бойороҡтоң иң һуңғы редакцияһына тиклем ҡатнашҡан.

Бойороҡтоң төп положениелары

үҙгәртергә
 
Рангылар тураһында табель (XIX быуат аҙағы)

Пётрҙың Рангылар тураһында табелендә 263 вазифа иҫәпләнә. Уларҙың һәр беоеһе, Бойороҡ баҫылып сығарылғандан алып, чинға бәйле дәрәжә булған. Һәм тағы 3-сө класлы ҡоро ер хәрби чиндары составында вазифа бурыстары менән бәйле булмаған бер статус — «Изге апостол Андрей Первозванный ордены кавалерҙары» — булған. Һуңынан табелдә күрһәтелгән вазифаларҙың күбеһе бөтөрөлә, ә үрҙә билдәләнгән статус табелдән сығарыла. Хәрби чиндар гражданлыҡ, хатта батша һарайы чиновниктарынан да юғарыраҡ тип иғлан ителә ине. Указда табелгә 19 аңлатма пункты була. Аңлатма пункттарының йөкмәткеһе түбәндәгегә ҡайтып ҡала.

Император затлы кенәздәр бөтә кенәздәр һәм «Рәсәй дәүләтенең юғары вазифалы хеҙмәткәрҙәре» өҫтөнән рәйеслек иткән. Ошонан тыш хеҙмәткәрҙәрҙең ижтимағи хәле «нәҫел» буйынса түгел, ә чин менән билдәләнә.

Асыҡ тантаналарҙа һәм рәсми йыйылыштарҙа чиндан юғарыраҡ хөрмәт һәм урындар талап иткән өсөн ике айлыҡ эш хаҡы күләмендә штраф һалына на тиң штраф һалына; Штраф аҡсаһының 1х3 өлөшө — ташыусыға, ҡалғаны госпиталдәрҙе тәртиптә тотоуға йүнәлтелә. Урындарын түбәнге рангылағы кешегә биргән өсөн дә ошондай уҡ штраф һалынырға тейеш.

Асыҡ тантаналарҙа һәм рәсми йыйылыштарҙа чиндан юғарыраҡ хөрмәт һәм урындар талап иткән өсөн штраф һалына торған ике айлыҡ эш хаҡына тиң штраф һалына; Штраф аҡсаһының ⅓ өлөшө — ялыу итеүсегә, ҡалғаны госпиталдәрҙе тәртиптә тотоуға йүнәлтелә. Урындарын түбәнге рангылағы кешегә биргән өсөн дә ошондай уҡ штраф һалынырға тейеш.

Табель ниндәйҙер кимәлдә түбәнге ҡатламдан талантлы кешеләргә күтәрелергә мөмкинлек бирә. «Әрһеҙҙәргә һәм әрәмтамаҡтарға түгел, ә хеҙмәт итергә теләк тыуҙырыу һәм хеҙмәте өсөн хөрмәт күрһәтеү маҡсатында», — тиелә указдың 3-сө пунктында.

Сит ил хеҙмәтендә торған кешеләргә «сит ил хеҙмәттәрендә алған характерҙарын» раҫлау буйынса ғына тейешле чин биреү мөмкин булған.

Исемдәре танылған кешеләрҙең һәм, ғөмүмән, абруйлы дворяндарҙың улдары, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, һарай ассамблеяларына ирекле инеү мөмкинлегенә эйә булһа ла, «ватанға һәм башҡалар өсөн хеҙмәт күрһәтмәйенсә» тороп, бер ниндәй ҙә чин алмай. Гражданлыҡ чиндары, хәрбиҙәр кеүек үк, күп йылдар хеҙмәт иткән йәки айырым «танылған» хеҙмәт ҡаҙаныштары буйынса бирелә.

Һәр кемдең үҙ дәрәжәһенә тап килгән экипажы һәм ливреяһы тейеш булған.

Майҙанда халыҡ алдында яза биреү, шулай уҡ башҡа төрлө яза ла чинды юғалтыуға килтерә, һәм айырым ҡаҙаныштары өсөн, асыҡ иғлан ителгән исемле указ менән генә кире ҡайтарыла ала.

Кейәүҙәге ҡатындар «ирҙәренең дәрәжәһе буйынса эш итә» һәм үҙ дәрәжәһенә ҡаршы ҡылған эштәре өсөн штрафҡа тарттырыла. Ә ҡыҙҙар, чинлы кешеләрҙең ҡатындары менән сағыштырғанда, атайҙарынан 4 рангыға түбәнерәк тип иҫәпләнә.

Статистик йәки һарай ведомствоһы буйынса тәүге һигеҙ ранг алғандарҙың барыһы ла, «түбән тоҡом булһа ла», нәҫелдән иң яҡшы өлкән дворянлыҡ иҫәбенә индерелә; хәрби хеҙмәттә тәүге обер-офицерлыҡ чинын алғандан һуң, нәҫелдән килгән дворянлыҡ башлана, өҫтәүенә, атаһы дворянлыҡ дәрәжәһен алғандан һуң ғына, дворянлыҡ дәрәжәһе бирелә башлай; әгәр ҙә нәҫелдән күсә килгән дворяндарҙан бала тыумаһа, ул элегерәк тыуған балаларының береһенә дворян дәрәжәһен биреүгә дәғүә итә ала.

Пётр I хәрбиҙәргә статскийҙарға ҡарағанда өҫтөнлөк биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, беренсе класлы статский чиндар булдырырға теләмәгән; ләкин Андрей Иванович Остермандың дименә ҡолаҡ һалып һәм дипломатик абруй күҙлегенән сығып, канцлер — дипломатия ведомствоһының башлығын чиндарҙың беренсе класына тиңләштергән. Һуңынан ғына I класлы тулы хоҡуҡлы йәшерен советник (кәңәшсе) дәрәжәһе билдәләнә. Бөтәһе 96 статский чин иҫәпләнә, уларҙы шартлы рәүештә алты төркөмгә бүлергә мөмкин: дөйөм дәүләт — 33 чин, тау — 7, хөкүмәт сенат чиндары — 7, коллегияларҙа — 24, император һарайы резиденцияһында — 10, губерналарҙа — 15[7].

«Статский» коллегияһы президенты, йәғни Европа төшөнсәләре буйынса, министрға, сағыштырмаса түбән ранг (4-се класс) тейеш булған. Һуңынан, Николай II батшалыҡ иткәндә, атап әйткәндә, министрҙар тулы хоҡуҡлы йәшерен советник, йәшерен советник, айырым осраҡтарҙа — тулы хоҡуҡлы статский советник, тип аталған[3].

Генерал-адъютант 6-сы класта (ҡоро ер ғәскәрҙәре полковнигы һәм гвардия майоры менән бер кимәлдә), генерал-фельдмаршал эргәһендә генерал-адъютант — 7-се класта, «тулы генералдар» эргәһендәге генерал-адъютант — 8-се класта. Артабан генерал-адъютант дәрәжәһе свита (XVIII—XIX быуат башында император янында айырым йомоштар маҡсатында хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр төркөмө) званиеһына үҙгәртелә, уны алыу өсөн 4-се кластан да кәм булмаған хәрби чин алырға кәрәк була.

Йәмғиәткә һәм дворяндарға йоғонтоһо

үҙгәртергә
 
Пиратский Карл Карлович Хәрби министрлыҡтың 5-се һәм 8-се класс чиновниктары. 1863 йыл[8]
 
Хәрби ведомствоның граждан чиновниктары. Штаб-офицер дәрәжәле артиллерия чиновнигы, обер-офицер дәрәжәле топограф, хәрби уҡыу йорттарының хәрби чины булмаған уҡытыу-тәрбиә хеҙмәте чиновнигы. 1883 йыл.[9]

Рангылар тураһындағы табелдәр ғәмәлгә индерелгәс, боронғо урыҫ чиндары — боярҙар, окольничьи һ.б. — формаль рәүештә бөтөрөлмәһә лә, был дәрәжәләрҙе биреү туҡтатыла.

Пётрҙың Рангыдлар тураһында табеле ике быуат дауамында тиерлек төп реформалар һөҙөмтәһендә үҙгәрә. Бер нисә гражданлыҡ вазифаһының атамаһы, уларҙы йөрөтөүсенең ысын бурыстарына ҡарамаҫтан, гражданлыҡ чинына әйләнә. Әйтәйек, «коллегия секретары», «коллегия асессоры», «коллегия советнигы» һәм «статский советник» чин атамалары тәүҙә коллегия секретары, коллегия советы ағзаһы һәм «статский» коллегияһы президенты вазифаларын билдәләне. «Надворный советник» тигән һүҙ һарай суды рәйесен аңлата; надворный судтар 1726 йылда уҡ бөтөрөлә, ә чиндың исеме 1917 йылға тиклем һаҡланып ҡала.

Табелде булдырыу һәм тейешле норматив-хоҡуҡи акттарҙың артабанғы баҫмалары хеҙмәт тәртибенә лә, рус дворяндар ҡатламының тарихи яҙмышына ла ҙур йоғонто яһай. Хеҙмәт буйынса алға китештең мөһим көйләүсеһе — шәхси хеҙмәт; «атайҙың хөрмәт ителеүе», «тоҡом» элекке ҙур әһәмиәтен юғалта. Был социаль мобиллектең артыуына килтерә.

Хеҙмәттә шәхси ҡаҙаныштарҙың әһәмиәте 1809 йылдың 3 (15) апрелендәге юғары указ менән билдәләнә, уға ярашлы камергер һәм камер-юнкер һарай чиндарын биреү туҡтатыла. Хәрби йәки граждандар хеҙмәтендә тормаған ошо дәрәжәгә эйә булыусылар ошо хеҙмәттең бер төрөн һайларға йәки отставкаға китергә тейеш булған[10].

Дворянлыҡтың билдәле чинына лайыҡ булыу маҡсатында тейешле йылдар эшләү һәм монархтың был чинға күтәреүе законлаштырыла, был дворяндар синыфын демократлаштырыуға, дворяндарҙың хеҙмәтле характерын нығытыуға һәм дворяндар массаһының яңы төркөмдәргә — нәҫел һәм шәхси дворяндарға бүленеүенә йоғонто яһай.

1845 йылдың 11 (23) июнендә манифесы буйынса нәҫелдән килгән дворянлыҡҡа хоҡуҡ[11] штаб-офицер чинына (8-се класс) йәки граждан хеҙмәтенең 5-се класс чинына (был чиндар отставкаға сыҡмағанда ғына бирелгән) күтәрелгәндә бирелә. Чиновниктың шәхси дворянлығы 9-сы кластан һуң ғына бирелә башлай, түбән дәрәжәле хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси почётлы граждан статусы бирелә. Хәрби хеҙмәттә (9 кластан да юғары булмаған) шәхси дворянлыҡты обер-офицер чиндары бирә.

Александр II 1856 йылдың 9 (21) декабрендәге указы менән[12] нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән дворянлыҡ хоҡуғын — полковник дәрәжәһен (6-сы класс), ә гражданлыҡ ведомствоһы буйынса 4-се класлы чин алыу хоҡуғын (тулы хоҡуҡлы статский советник) билдәләй. Был положениелар 1917 йылға тиклем ғәмәлдә була.

Идеяның артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

Чиновниктар әҙерләү буйынса артабанғы ҡануниәт Рангылар тураһында табелдең тәүге идеяһынан бер ни тиклем ситләшә.

Тәүге ниәт буйынса чиндар 14 класс буйынса бүленгән вазифаларҙың үҙҙәрен аңлата ине, әммә ваҡыт үтеү менән, вазифаларға бәйлелектән айырым, почётлы титулдарҙың үҙ аллы әһәмиәтенә эйә булды.

Икенсе яҡтан, ҡайһы бер дворяндарҙы чиндарға күтәреү өсөн ҡыҫҡартылған ваҡыт билдәләнә; һуңынан нәҫелдән күсә килгән дворянлыҡ хоҡуғын биреүсе чиндар күтәрелә. Был нормалар табелдең дворяндар ҡатламы составына демократик тәьҫирен сикләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

XVIII быуатта Рангылар тураһында табель буйынса чиндар, башлыса, вазифаларға тура килгән, әммә һуңынан был тәртип боҙолған. 1830-1850-се йылдар дауамында кластар буйынса граждан хеҙмәте вазифалары теҙмәһе төҙөлә, унда һәр вазифаға билдәле бер класс тура килә, был ведомство һәм учреждениеларҙың штат теҙмәләрендә теркәлә. Вазифаға тәғәйенләү вазифаның класына һәм бирелгән чинына бәйле. Үҙәк учреждениеларҙа биләгән вазифаһынан — 1 класҡа юғарыраҡ йәки 2 класҡа түбәнерәк, ә губерна учреждениеларында 2 кластан күберәккә түбәнерәк чинға эйә булыу рөхсәт ителә. Түбәнге вазифаларға (12-се һәм 14-се кластар) класс чиндары булмаған кешеләрҙе тәғәйенләү рөхсәт ителә. Уҡыу ведомствоһы буйынса хеҙмәт иткән кешеләр үҙ чинынан юғарыраҡ вазифалар биләй, шулай уҡ түбәнерәк класлы вазифала ҡалған осраҡта ла юғарыраҡ чиндар ала алған[13]. Исправниктар, полицеймейстерҙар, шулай уҡ удел идаралығы һәм башҡа ведомстволар буйынса вазифаларҙы тейешле чиндарһыҙ биләргә рөхсәт ителә[14]. 1861 йылғы реформанан һуң ведомстволар, чиндарына бәйле булмаған көйө, вазифаларҙың киңерәк даирәһенә тәғәйенләнеү хоҡуғын алырға ынтыла[14].

Хәҙерге Рәсәйҙә лә класс чиндары ҡулланыла. Әлеге ваҡытта федераль дәүләт граждандар хеҙмәтенең класс чиндары, хәрби һәм махсус дәрәжәләр, юстицияның класс чиндары, прокурор хеҙмәткәрҙәренең класс чиндары нисбәте таблицаһы эшләй, ул РФ Президентының 2005 йылдың 1 февралендәге 113-сө указы менән раҫланған (РФ Президентының 2013 йылдың 30 сентябрендәге 744-се Указы редакцияһында).

Чиндар һәм тейешле хеҙмәт сроктары

үҙгәртергә
Класс Гражданлыҡ (статский) чиндар Хәрби чиндар Тейешле хеҙмәт мөҙҙәте[15] артабанғы чинды алғанға тиклемге, артабанғы гражданлыҡ чины
Армияла Флотта
1
  • Канцлер
  • 1-се класлы тулы хоҡуҡлы йәшерен советник (1773 йылдан)
  • Генерал-фельдмаршал
  • Генерал-адмирал
нет
юҡ
2
  • Тулы хоҡуҡлы йәшерен советник
  • Инфантериянан генерал (1763 йылға тиклем, 1796 йылдан)
  • Кавалериянан генерал (1763 йылға тиклем, 1796 йылдан)
  • Генерал-фельдцейхмейстер (1796 йылға тиклем)
  • Генерал-аншеф (1763—1796)
  • Артиллериянан генерал (1796 йылдан)
  • Инженер-генерал (1796 йылдан)
  • Штатгальтер[16]
  • Адмирал
  • Диңгеҙ ведомствоһы генералы (1859 йылдан)
  • Обер-маршал (1726 йылға тиклем)
  • Обер-гофмаршал (1726 йылдан)
  • Обер-камергер (1728 йылдан)
  • Обер-егермейстер (1757 йылдан)
  • Обер-гофмейстер (1760 йылдан)
  • Обер-шталмейстер (1766 йылдан)
  • Обер-шенк (1762 йылдан)
ҡаралмаған[17]
3
  • Генерал-прокурор[18]
  • Йәшерен советник (1724 йылдан)
  • Генерал-лейтенант (1741 йылға тиклем, 1796 йылдан һуң)
  • Генерал-кригскомиссар (1808 йылға тиклем)
  • Инженер-генерал (1728—1796)
  • Генерал-поручик (1741—1796)
  • Гвардия полковнигы (1748—1798)
  • Вице-адмирал
  • Флот генерал-кригскомиссары (1817 йылға тиклем)
  • Обер-шталмейстер (1766 йылға тиклем)
  • Гофмаршал (1742 йылдан)
  • Шталмейстер (1766 йылдан)
  • Егермейстер (1773 йылдан)
  • Гофмейстер (1796 йылдан)
  • Обер-церемониймейстер (1796 йылдан)
  • Обер-форшнейдер (1856 йылдан)
ҡаралмаған[17]
4[19]
  • Йәшерен советник (1722—1724)
  • Тулы хоҡуҡлы статский советник (1724 йылдан)
  • Обер-церемониймейстер (1743—1796)
  • Герольдмейстер (1763—18??)
  • Генерал-майор
  • Гвардия полковнигы (1722—1748)
  • Гвардия подполковнигы (1748—1798)
  • Фортификациянан генерал (1741—1796)
  • Генерал-провиантмейстер (1766—18??)
  • Обер-штер-кригскомиссар (1868 йылға тиклем)
  • Шаутбенахт (1722—1732)
  • Контр-адмирал (1732 йылдан)
  • 1-се ранг капитаны (1762—1764)
  • Обер-сарваер (1798—1805)
  • Обер-камергер (до 1728)
  • Обер-гофмейстер (до 1760)
  • Камергер (1737—1809)
ҡаралмаған[17]
5[20]
  • Обер-церемониймейстер (1743 йылға тиклем)
  • Герольдмейстер (1763 йылға тиклем)
  • Архиятр (1763 йылға тиклем)
  • Статский советник (1724 йылдан)
  • Церемониймейстер (1743—1796)
  • Йәшерен камерир (1801)[21]
  • Бригадир (1722—1796)
  • Гвардия премьер-майоры (1748—1797)
  • Гвардия подполковнигы (1722—1748)
  • Штер-кригскомиссар (1868 йылға тиклем)
  • Генерал-провиантмейстер (1766 йылға тиклем)
  • Хәрби советник (1763—1809)
  • Капитан-командор (1722—1732, 1751—1764, 1798—1827)
  • 1-се ранг капитаны (1764—?)
  • Обер-сарваер (1798 йылға тиклем)
  • Обер-шенк (1762 йылға тиклем)
  • Гофмейстер (1796 йылға тиклем)
  • Камер-юнкер (1742—1809)
  • Церемониймейстер (1796 йылдан)
ҡаралмаған[17]
6
  • Коллежский советник
  • Хәрби советник (1836—1848)
  • Пехотала полковник
  • Гвардия премьер-майоры (1731—1748)
  • Гвардия секунд-майоры (1731—1797)
  • Гвардия полковнигы (1798 йылдан)
  • Обер-кригскомиссар (1868 йылға тиклем)
  • 1-се ранг капитаны (1762 йылға тиклем, ? — 1917)[22]
  • Сарваер (1798 йылға тиклем)
  • Обер-егермейстер (1757 йылға тиклем)
  • Шталмейстер (1766 йылға тиклем)
  • Гофмаршал (1742 йылға тиклем)
  • Камер-фурьер (1742—1884)
  • Камер-юнкер (1737—1742)
  • Камергер (1737 йылға тиклем)
4 йылСтатский советник
7
  • Церемониймейстер (1743 йылға тиклем)
  • Надворный советник (1745 йылдан)
  • Генерал-вагенмейстер (1731 йылға тиклем йәки һуңыраҡ)
  • Пехотала подполковник
  • Казактарҙа ғәскәри старшина (1884 йылда)
  • Кригскомиссар (1868 йылға тиклем)
  • гвардияла:
    • Капитан (гвардия капитаны)
    • Ротмистр (гвардия ротмистры
  • 2-се ранг капитаны
  • Карап мастеры (1764—1826)
юҡ
4 йылКоллежский советник
8[23]
  • Коллежский асессор
  • Надворный советник (1745 йылға тиклем)
  • Премьер-майор һәм секунд-майор (1731—1797)
  • Пехотала майор (1798—1884)
  • Пехотала капитан (1884—1917 йылдарҙан)
  • Кавалерияла ротмистр (1884—1917 йылдарҙан)
  • Гвардия штабс-капитаны (1798 йылдан)
  • казактарҙа:
    • Ғәскәри старшина (1798—1884)
    • Яҫауыл (1884 йылдан)
  • Карап мастер (1764 йылдан)
  • 3-сө ранг капитаны (до 1764 йылға тиклем)
  • Капитан-лейтенант (1907—1911)
  • Өлкән лейтенант (1912 йылдан)
  • Титуляр камергер[24] (до 1771)
  • Унтер-шталмейстер (1766—?)
  • Обер-берейтор (1766—?)
4 йылНадворный советник
9
  • Титуляр советник
  • Пехотала капитан (1722—1884)
  • Пехотала штабс-капитан (1884 йылдан)
  • Гвардия поручигы (1730 йылдан)
  • Кавалерияла ротмистр (1798—1884)
  • Кавалерияла штабс-ротмистр (1884 йылдан)
  • казактарҙа:
    • Яҫауыл (1798—1884)
    • Подъесаул (1884 йылдан)
  • Галера мастеры (1826 йылға тиклем)
  • Капитан-поручик (1764—1798)
  • Капитан-лейтенант (1798—1884)
  • Флот лейтенанты (1764—1906, с 1912)
  • Өлкән лейтенант (1907—1911)
  • Камер-юнкер (1737 йылға тиклем)
  • Гоф-фурьер
  • Фуражмейстер (1766—?)
  • Берейтор (1766—?)
  • Ясельничий (1766—?)
3 йылКоллежский асессор
10
  • Коллежский секретарь
  • Пехотала капитан-поручик (1730—1797)
  • Пехотала штабс-капитан (1797—1884)
  • Кавалерияла секунд-ротмистр (1797 йылға тиклем)
  • кавалерияла штабс-ротмистр (1797—1884)
  • Артиллерияла цейхвартер (1884 йылға тиклем)
  • Поручик (1884 йылдан)
  • Гвардия подпоручигы (1730 йылдан)
  • казактарҙа:
    • Подъесаул (1884 йылға тиклем)
    • Сотник (1884 йылдан)
  • Лейтенант (1722—1764)
  • Мичман (1884 йылдан)
нюҡ
3 йылТитуляр советник
11
  • Карап секретары
    (1790 йылдан да иртәрәк түгел)
юҡ
  • Карап секретары
    (1764 йылға тиклем)
юҡ
12
  • Губерна секретары
  • Поручик (1730—1884)
  • Пехотала подпоручик (1884 йылдан)
  • Кавалерияла корнет (1884 йылдан)
  • Гвардия прапорщигы (1730—1884)
  • казактарҙа:
    • Сотник (1884 йылға тиклем)
    • Хорунжий (1884 йылдан)
  • Унтер-лейтенант (1722—1732)
  • Мичман (1796—1884)
  • Тафельдекер (1827 йылдан)
  • Кофешенк (1827 йылдан)[25]
3 годаКоллежский секретарь
13
  • Кабинет регистраторы
  • Провинциаль секретарь
  • Сенат регистраторы
  • Синод регистраторы (1764 йылдан)
  • Пехотала подпоручик (1730—1884)
  • Пехотала прапорщик (1884 йылдан, фәҡәт хәрби осорҙа)
  • Артиллерияла штык-юнкер (1722—1796)
  • Артиллерияла секунд-поручик (1722—1796)
  • Констапель (1764—1830)
юҡ
14
  • Коллежский регистратор
  • Коллежский юнкер (коллегия-юнкер) (1822 йылға тиклем)
  • Городовой секретарь (1763—18??)
  • Пехотала фендрик (1722—1730)
  • Пехотала прапорщик (1730—1884)
  • Кавалерияла корнет (1731—1884)
  • Казактарҙа хорунжий (1798—1884)
  • Констапель (1764 йылға тиклем)
  • Мичман (1732—1796)
юҡ
3 йылГубернский секретарь

Класына ҡарата мөрәжәғәт

үҙгәртергә
Класына ярашлы мөрәжәғәт
Класс 1—2 3—4 5 6—8 9—14
Мөрәжәғәттәр Ваше высокопревосходительство (ғали фйәнәптәре) Ваше превосходительство Ваше высокородие Ваше высокоблагородие Ваше благородие

Тау сәнәғәте чиндары

үҙгәртергә

1722—1867 йылдарҙа Рәсәй империяһының тау ведомствоһында (Берг-коллегия, Тау департаменты) айырым тау чиндары булған, шуларҙың етәүһе Табелдең тәүге редакцияһында тәҡдим ителгән.

Рангылар тураһынлағы табелгә индерелмәгән чиндар һәм дәрәжәләр

үҙгәртергә

Рангылар тураһында табелдән юғарыраҡ чиндар

  • Генералиссимус[26]

Рангылар тураһында табелдән түбәнерәк хәрби дәрәжәләр

  • Подпрапорщик, подхорунжий; портупей-прапорщик (пехотала), портупей-юнкер (артиллерияла һәм еңел кавалерияла), фанен-юнкер (драгундарҙа), эстандарт-юнкер (ауыр кавалерияла), флотта кондукто́р.
  • Фельдфебель, кавалерияла вахмистр, флотта боцман, (1798 йылға тиклем — сержант).
  • Өлкән строевой унтер-офицер (1798 йылға тиклем — каптенармус, фурьер), боцманмат.
  • Кесе унтер-офицер (1798 йылға тиклем — капрал]]), флотта квартирмейстер.

Туҡтатылыуы

үҙгәртергә

Һарай яны чиндары

үҙгәртергә

Февраль революцияһынан һуң де-факто юҡҡа сыға. Де-юре һарай яны чиндарын юҡҡа сығарыу буйынса был мәсьәлә асыҡ көйөнсә ҡала, сөнки тейешле норматив-хоҡуҡи акт сығарыу тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Гражданлыҡ чиндары

үҙгәртергә

1917 йылдың 12 (25) ноябренән — ҡатламдарҙы һәм гражданлыҡ чиндарын юҡ итеү тураһындағы Декреттың көсөнә инеү көнөнән — ғәмәлдән сығарыла[27].

Хәрби чиндар

үҙгәртергә

Петроград хәрби округы территорияһында округ буйынса приказ нигеҙендә 1917 йылдың 3 (16) декабренән бөтөрөлә[28].

Советтар Союзы контроле аҫтындағы Рәсәй республикаһының башҡа территорияларындағы армия частарында 1917 йылдың 17 (30) декабренән — Халыҡ комиссарҙары советы ҡабул иткән "Бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын тигеҙләү тураһындағы декрет"тың көсөнә инеү датаһынан — бөтөрөлә[29].

Флотта 1918 йылдың 12 (25) ғинуарынан — диңгеҙ эштәре буйынса нарком П. Е. Дыбенко һәм Диңгеҙ министрлығы идарасыһы М. В. Иванов ҡул ҡуйған "Флотты демократлаштырыу тураһындағы декрет"тың көсөнә инеү көнөнән эшләү туҡтатыла[30].

Аҡ һәм казак хөкүмәттәре буйһонған биләмәләрҙә 1922 йылдың октябренә тиклем ҡулланылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Клиторологий
  • Социальная иерархия
  • Единая тарифная сетка
  • Реестр должностей федеральной государственной гражданской службы
  • Архонтология

Баҫмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В указе отсутствовало понятие государственной службы, оно изредка стало использоваться в нормативно-правовых актах Российской империи только со второй половине XIX века. Согласно смыслу ряда формулировок, присутствующих в тексте указа (см. п. 12: «Когда кто из Наших высоких и нижних служителей», п. 16: «В Нашей же службе обретающиеся»), имелось в виду служение императору, а не государству.
Комментарийҙар
Сығанаҡтар

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Чины и звания государственной службы

  1. «Табель о рангах всех чинов, воинских, статских и придворных, которые в котором классе чины; и которые в одном классе, те имеют по старшинству времени вступления в чин между собою, однако ж воинские выше прочих, хотя б и старее кто в том классе пожалован был»
  2. Пётр I. Табель о рангах всех чинов, воинских, статских и придворных, которые в котором классе чины; и которые в одном классе, те имеют по старшинству времени вступления в чин между собою, однако ж воинские выше прочих, хотя б и старее кто в том классе пожалован был // Полное собрание законов Российской империи, с 1649 года. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1830. — Т. VI, 1720—1722, № 3890. — С. 486—493. Архивировано из первоисточника 30 апрель 2020.
  3. 3,0 3,1 ТА́БЕЛЬ О РА́НГАХ 1722 / М. А. Зинько // Социальное партнёрство — Телевидение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2016. — С. 536—538. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 31). — ISBN 978-5-85270-368-2.
  4. Gradus (лат.) — шаг, уровень, степень
  5. Пётр I. CV. — 18 декабря 1713. О сделании выписок из иностранных табелей о рангах… // Бумаги императора Петра I / Изданы академиком А. Бычковым. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1873. — С. 273.
  6. С. А. Нефедов. Происхождение «регулярного государства» Петра Великого. // Вопросы Истории, 2014, № 1.
  7. Виноградов А. П. Система гражданских чинов по Табели о рангах при Петре I. Первые изменения по штатским чинам // Вестник архивиста : журнал. — М.: Российское общество историков-архивистов, 2017. — № 3. — С. 155—167. — ISSN 2073-0101.
  8. Ҡалып:Книга:Перемены в обмундировании
  9. Ҡалып:Книга:Иллюстрированное описание
  10. Александр I. О неприсвоении званиям камергера и камер-юнкера никакого чина ни военного, ни гражданского, и об обязанности лиц, в сих званиях состоящих, вступить в действительную службу и продолжать оную по установленному порядку с первоначальных чинов // Полное собрание законов Российской империи, с 1649 года. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1830. — Т. XXX. 1808—1809. № 23559. — С. 899—900. Архивировано из первоисточника 9 апрель 2016.
  11. Николай I. О порядке приобретения дворянства службою // Полное собрание законов Российской империи, собрание второе. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1846. — Т. XX, отделение первое, 1845, № 19086. — С. 450—451. Архивировано из первоисточника 31 май 2017.
  12. Александр II. О приобретении потомственного дворянства… // Полное собрание законов Российской империи, собрание второе. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1856. — Т. XXXI, отделение первое, 1857, № 31236. — С. 1052—1053. Архивировано из первоисточника 31 май 2017.
  13. Это объяснялось тем, что учебная иерархия имела гораздо меньше ступеней, чем обычная гражданская служба.
  14. 14,0 14,1 Русские писатели, 1992, с. 600 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Русские писатели—1992——600» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  15. Кандидату на повышение чина, удостоившемуся именного разрешения императора («Высочайшего благоволения»), убавлялся один гоh="15 %"|Придворные
    чины !align="center" rowspan="2" widtд из установленного срока
  16. Сведений о пожаловании кого-либо этим чином не имеется.
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 Для производства в чины выше статского советника никакого срока не полагалось, пожалование в эти чины зависело от решения императора
  18. Утратил статус чина в XVIII веке.
  19. Низший чин, дававший право на потомственное дворянство для гражданских лиц по указу от 9 декабря 1856 года.
  20. Низший чин, дававший право на потомственное дворянство для гражданских лиц по манифесту от 11 июня 1845 года (норма действовала до 9 декабря 1856 года).
  21. Павел I. Об утверждении чина тайного камерира в пятом класе // Полное собрание законов Российской империи с 1649 года. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1830. — Т. XXVI, 1800—1801, № 19752. — С. 529. Архивировано из первоисточника 1 май 2017.
  22. В 1762 году чин был перемещён в 4-й класс, см. Флота капитаны I го ранга // Морские // Четвертого класса // Табель о рангах с пополнением, какие чины состоят по особливым именным высочайшим указам и по статам сверх положенных в табели о рангах в классах чинов. — СПб.: при Сенате, 1771. — С. 17.; в 1764 году — в 5-й, см. Флота капитаны I го ранга // Морские // Пятого класса // Табель о рангах с пополнением, какие чины состоят по особливым именным высочайшим указам и по статам сверх положенных в табели о рангах в классах чинов. — СПб.: при Сенате, 1771. — С. 18.; затем возвращён в 6-й.
  23. До 11 июня 1845 года 8-й класс давал гражданским лицам право на потомственное дворянство. В 1809—1834 для перехода в 8-й класс требовалось представить свидетельство об окончании университета или выдержать экзамен на чин.
  24. Сведений о присвоении кому-либо этого чина не имеется.
  25. Приложение II. Расписание чинов // Приложения к Своду устава о службе по определению от правительства // Свод законов Российской империи, повелением государя императора Николая Павловича составленный. Учреждения. Свод учреждений государственных и губернских. Часть третья. Уставы о службе гражданской. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1832. — С. 448.
  26. Согласно некоторым публикациям чин генералиссимуса состоял в 1-м классе Табели о рангах: Зябловский Е. Государственное постановление о рангах по службам военной сухопутной, военной морской, гражданской, горной и ученой // Глава II // Российская статистика. Часть I. — 2-е изд. — Типография Ильи Глазунова и Kº, 1842. — С. 45—46. Архивная копия от 26 июнь 2020 на Wayback Machine; Порай-Кошиц И. А. Таблица или роспись чинам военным и гражданским // Очерк истории русского дворянства от половины IX до конца XVIII века. 862—1796. — 2-е изд. — Типография В. С. Балашева, 1874. — С. 123.
  27. Декрет об уничтожении сословий и гражданских чинов // Декреты советской власти : сб. док. / Ин-т марксизма-ленинизма при ЦК КПСС ; Ин-т истории АН СССР : [многотомное изд.]. — М.: Политиздат, 1957—1997. — Т. 1: 25 октября 1917 г. — 16 марта 1918 г. / подгот. С. Н. Валк и др. — С. 71—72. — ISBN 5-250-00390-7. Архивировано из первоисточника 8 март 2016. (ISBN т. 1 отсутствует. Привязано к: Декреты советской власти: [многотомник]. М., 1957—1997.)
  28. Приказ по Петроградскому военному округу. О выборности лиц командного состава и об отмене чинов и отличий // Собрание узаконений и распоряжений правительства за 1917—1918 гг.. — М.: Управление делами Совнаркома СССР, 1942. — С. 64.
  29. Декрет об уравнении всех военнослужащих в правах // Декреты советской власти: сб. док. / Ин-т марксизма-ленинизма при ЦК КПСС; Ин-т истории АН СССР : [многотомное изд.]. — М.: Политиздат, 1957—1997. — Т. 1: 25 октября 1917 г. — 16 марта 1918 г. / подгот. С. Н. Валк и др. — С. 242—243. — ISBN 5-250-00390-7. Архивировано из первоисточника 20 март 2016. (ISBN т. 1 отсутствует. Привязано к: Декреты советской власти: [многотомник]. М., 1957—1997.)
  30. Декрет о демократизации флота // Собрание узаконений и распоряжений правительства за 1917—1918 гг.. — М.: Управление делами Совнаркома СССР, 1942. — С. 236—242.