Райтенхаслах монастыры
Райтенхаслах монастыры[2][3] (нем. Kloster Raitenhaslach) — ирҙәр элекке цистерциан аббатлығы Баварияның Бургхаузен (Үрге Бавария) ҡалаһының Райтенхаслах районында урынлашҡан һәм Пассау епархияһына ҡарай; монастырь 1143 йылда граф Вольфкер де Тегервак һәм уның ҡатыны Хемма тарафынан Залем аббатлығының филлиалы сифатында нигеҙләнгән. Бавариялағы секуляризация ваҡытында 1803 йылда таратылған; монастырь ҡаралтыларның байтаҡ өлөшө (яҡынса яртыһы) бер аҙ һүтелгән.
Райтенхаслах монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1143 |
---|---|
Монашеский орден | цистерцианцы[d] |
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Бургхаузен[d][1] |
Епархия | Епархия Пассау[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Залемское аббатство[d] |
Архитектура стиле | архитектура барокко[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1803 |
Обитатель | Мюнхенский технический университет[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1684064? |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Адрес | Raitenhaslach |
Рәсми сайт | visit-burghausen.com/rai… |
Головной монастырь | Залемское аббатство[d] |
Тәртип һаны | 190 |
Страница учреждения на Викискладе | Kloster Raitenhaslach |
Райтенхаслах монастыры Викимилектә |
Тасуирлау һәм тарих
үҙгәртергә1143 йылда монастырға граф Вольфкер де Тегервак һәм уның ҡатыны Хемма нигеҙ һала; үҙенең тәүге урыны хәҙерге Марктль общинаһы урынында элек торған ерҙән 1146 йылда монастырь Райтенхаслахҡа күсерелә, ул 788 йылда Зальцбург епархияһы милке итеп телгә алына.Тәүге монахтар һәм аббат Геро (ул 30 йыл дауамында монастырҙы етәкләгән) бында Залем аббатлығынан күсеп килгәндәр — артабан Залем аббаттары был филиал монастырына даими килеп йөрөгән.
Рейтенхаслахтың балыҡҡа бай йылғаларында ит аҙыҡтары ашамаған цистерциан монахтары күпләп балыҡ тотоу менән уңышлы шөғөлләнә, монастырь эргәһендә шшул ваҡытта булдырған быуалар бөгөн дә һаҡланған. Тирә-яҡ ерҙәрен монахтар үҙләштергәндәр, шулай уҡ монастырь иғәнә иҫәбенә артҡан: яҡын-тирәлә монастырға һалым түләгән бер нисә ауылы була, ә бынан тыш хәҙерге уға Түбәнге Австрияның шарап ҡыуыу оҫтаханаһы ҡарай. Бер нисә сиркәү мәхәлләһе, шул иҫәптән, Альтеттинг мәхәләлһе лә, монастырь контроле аҫтында тора.
Герцог Виттельсбахтар көсәйеү арҡаһында XIII быуатта Зальцбургтың монастырға йоғонтоһо яйлап кәмей бара. Виттельсбахтар аҡрынлап монастырҙың ҡурсалаусыһы ролен үҙ өҫтөнә ала бара. 1258 йылда монастырь Виттельсбах ырыуы менән бәйле була, ә XV быуат аҙағында уның биләмәһендә Виттельсбахтар ғаиләһен ерләү урынына әйләнә һәм XVI быуат башында, Реформация осоронда, Бай Людвиг IX монастырҙың протестант доктринаһына ҡаршы көрәшен яҡлап сыға.
Күп быуаттар эсендә монастырь күп тапҡырҙар үҙгәртеп ҡорола: бигерәк тә был хәл XVIII быуаттың тәүге яртыһында әүҙем бара. Монастырь сиркәүе хәҙерге күренешен ала, ул роман базиликаһынан барокко стилендә үҙгәртеп ҡорола. 1751—1752 йылдарҙа сиркәүҙең фасады архитектор (мастер-төҙөүсе) Алоиз Майр Франц (1723—1771) тарафынан яңынан төҙөлә.
1803 йылда Баврияла барған секуляризация ваҡытында монастырь таратыла. Монастырь ҡаралтылары шәхси файҙаланыу өсөн оҙаҡ ваҡыт һатып алыусы таба алмай: бер нисә тапҡыр хаҡты кәметеүҙән һуң , уның «табышлы» өлөшө — һыра ҡайнатыү бинаһы — шәхси милеккә күсә, ә күпселек биналары һүтелә, шул иҫәптән китапхананың яңы бинаһы (1785 йылда ғына тамамлана.) һәм аш бүлмәһе. 1806 йылда элекке монастырь сиркәүе мәхәллә сиркәүе булып ҡала. Шунан бирле монастырь биналарында ҡаланың мәктәбе, һыра ҡайнатыу өҫтаханаһы, ресторан булып хеҙмәт итә. 1978 йылда Райтенхаслах муниципалитеты өлөшө, шул иҫәптән элекке монастырь ҙа Бургхаузен ҡалаһына район хоҡуғы менән индерелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Монастырь Фюрстенфельд (Верхняя Бавария)
- Монастырь Фюрстенцелль
- Монастырь Готтесцелль (Нижняя Бавария)
- Монастырь Лангхайм
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Скляренко В. М, Рудычева И, Сядро В. В. 50 знаменитых загадок истории XX века. — Харьков: Фолио, 2011. — С. 343. — 512 с. — ISBN 9789660356597.
- ↑ Ольга Грейгъ, Александр Рудаков. Кёнигсберг-13, или Последняя тайна янтарной комнаты. — М.: Алгоритм, 2019. — 636 с. — ISBN 9785041492663.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Bauer, Анда Hermann und: Klöster in Bayern. Eine Kunst — in Klöster Kulturgeschichte und der Oberbayern, Niederbayern und der Oberpfalz, M?1985 nchen, 101—105 S.;
- Krausen, Edgar: Die in Zisterzienserordens Klöster des Bayern (7 Heimatforschung Heft Bayerische), 1953 Munchen, 81-84 S.;
- Krausen, Edgar: Die Raitenhaslach Zisterzienserabtei (Folge Neue Sacra Germania 11: der Bistümer Kirchenprovinz Salzburg Die, Das Salzburg Erzbistum, Bd. 1,) Berlin / New York 1977.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Stephanie Haberer. Raitenhaslach – Das älteste Zisterzienserkloster in Oberbayern? (нем.). Klöster in Bayern, Haus der Bayerischen Geschichte. Дата обращения: 22 апрель 2019.