Радищев урамы (Ҡыҙыл Сулин)

Викидатала элемент тултырылмаған


Радищев урамы (русса, Улица Радищева), Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Красный Сулин районының һәм ҡала округының административ үҙәге. Урам рус яҙыусыһы, революционеры, философы Александр Николаевич Радищев (1749—1802) хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Радищев урамы Свердлов урамы менән киҫешкән ерҙә башланып китә һәм Кундручья йылғаһының һөҙәк ярындағы 24-се һанлы йорт янында тамамлана. Урамдың оҙонлоғо 340 метр.


Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Ҡыҙыл Сулин ҡалаһының Радищев урамы Свердлов урамы менән киҫешкән ерҙә башланып китә һәм Кундрючья йылғаһының һөҙәк ярында торған 24-се йорт янында тамамлана, Куюкука йылғаһына параллель бара. Радищев урамы оҙон түгел, уның оҙонлоғо бары тик 340 метр тәшкил итә. Радищев урамында номер ҡуйылған 20 йорт иҫәпләнә, урамдың һул яғында таҡ һанлы 9 йорт, ә уң яғында йоп һанлы 11 йорт тора.

Радищев урамының почта индексы — 346358.

Урам рус философ-революционеры Александр Николаевич Радищев (1749—1802) хөрмәтенә уның исеме менән аталған. 1783 йылда Александр Николаевич Радищев үҙенең билдәле «Свобода» әҫәрен, шулай уҡ „Письмо к другу, жительтвующему в Тобольске“ асыҡ хатын, «Записки о податях» һәм башҡа әҫәрҙәрен, Рәсәйҙә иң тәүге революцион йөкмәткеле шиғырын яҙа. Был шиғыр А. Н. Радищевтың «Путешествие из Санкт-Петербурга в Москву» китабына индерелгән. Был әҫәрендә А. Н. Радищев власть тотоусыларҙы тәнҡитләй, ә ябай крәҫтиәндәрҙе яҡлап яҙа. Ошо әҫәре өсөн А. Н. Радищевты башта үлем яҙаһына хөкөм итәләр, аҙаҡ уны ун йыллыҡ Себер каторгаһына алмаштыралар. Радищевтың китабын уҡыған батшабикә Екатерина Икенсе Александр Радищев тураһында «Бунтовщик, хуже Пугачева» тип әйтә. Себерҙә һөргөндә булғанда ла Радищев үҙ ихтыяр көсөн юғалтмай, элекке революцион идеяларына тоғро ҡала, бында ул «О человеке, его смертности и бессмертии», «Письмо о китайском торге» тигән трактатын яҙа. Һөргөндән һуң да ул «О праве подсудимых отводить судей и выбирать защитников» тигән һәм башҡа трактаттарын яҙа. Үҙенең үлеменә тиклем Радищев революцион идеяларына тоғро ҡала, Александр Радищевтың революцион фекерҙәре киләсәк быуын рус революционерҙарына ҙур йоғонто яһай, ә яҙған әҫәрҙәре рус шиғриәтендә һәм рус әҙәбиәтендә реализм йүнәлешенең үҫеүенә ҙур этәргес көс бирә[1] .

Һылтанмалар

үҙгәртергә

"Армянская энциклопедия, Vol. 9, стр. 558 " . Принято с 4 апреля 2019 г.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Улица Радищева в Красном Сулине Подробная карта улицы Радищева, город Красный Сулин индекс, маршрут, Яндекс, GoK kart

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә

г. Красный Сұлин, улица Радищева Категории :Улицы в алфавитном порядке Улицы Красного Сулина.