П. П. Форостовскийҙың айырым йорто
П. Форостовскийҙың айырым йортон 1900—1901 йылдарҙа архитектор Карл Шмидт сауҙагәр Павел Форостовский өсөн төҙөй. Ҙур булмаған ике ҡатлы бина Санкт-Петербургта Васильев утрауының 4-се һыҙығында урынлашҡан. Унда хужа контораһы, шулай уҡ торлаҡ бүлмәләр урынлаша[2].
П. П. Форостовскийҙың айырым йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1900 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Василеостровский районы[d] |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q50531627? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | 4-я линия Васильевского острова, 9 |
П. П. Форостовскийҙың айырым йорто Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБыл Петербургта беренсе модерн стилендәге бина[3]. Бинаның ассиметриялы фасады планының ассиметрияһын ҡабатлай. Фасадтың һул өлөшө бейек башня менән биҙәлгән, ә уң яғы быяла ҡыйыҡ менән бер ҡаттан ғына тора (унда ҡышҡы баҡса урынлашҡан). Бинаның урта өлөшө тротуарҙан бер аҙ ситтә. Был алымдар ҡала фасадының ғәҙәти яҫылығын боҙа, уға уң яҡтан да һул яҡтан да башҡа биналар йәнәш торһа ла айырым йорттоң ысынлап та айырым тороуын уйларға мәжбүр итә.
Фасадтың ассиметриклығы бинаның ҙур өлөштәрендә кәкре һыҙыҡтың өҫтөнлөклө булыуы менән рифмалаша: тәҙрә уйымдарында, арка тороҡтарында, көмбәҙле түбәлә һәм ҡыйыҡ эркерында. Әммә был һыҙыҡ, тыныс һәм талғын, бер үк ваҡытта йорттоң тынғыһыҙ силуэтын тигеҙләй. Стеналары асыҡ-һары төҫтәге плиткалар менән ҡапланған. Плиткалар Шмидтың элекке мауығыуы тураһында һөйләй. Уны шымартылмаған гранит менән көпләнгән участкалары ҡаралата. Ҡойма, ҡапҡа һүрәттәрендә модерн өсөн хас булған үҙенсәлекле, бөгөлгән һыныҡ һыҙыҡтар асыҡ күренә.
Форостовский йорто — Карл Шмидттың иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе. Тышҡы тыйнаҡлығына ҡарамаҫтан, ул рухы менән француз һәм Бельгияның ар-нуво архитектураһына яҡын торған Петербургта модерн стилендәге иң «европа» бинаһы иҫәпләнә[4].
Совет осоронда бинала балалар поликлиникаһы урынлаша. Әлеге мәлдә элекке айырым йортто Санкт-Петербургтың төҙөлөш буйынса дирекцияһы биләй.
-
Төп инеү урыны, башня
-
Тәҙрә
-
Арка һәм ҡышҡы баҡса
-
Эске ихатала баҡса
-
Эске ихатала флигель
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Кириков, 2006, с. 55-65
- ↑ Первым зданием стиля модерн принято считать дачу великого князя Бориса Владимировича, построенную архитекторами Шернборном и Скоттом в 1897 г. в Царском Селе, то есть за три года до того. См.: Кириков Б. М. Архитектура петербургского модерна. Особняки и доходные дома. — 3-е изд.. — СПб.: Коло, 2008. — С. 51. — 576 с. — ISBN 5-901841-41-1.
- ↑ Brumfield W. C. The origins of modernism in russian architecture. Berkeley; Los Angeles; Oxford, 1991. P. 196.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Фогт, Б. М. Кириков. Архитектор Карл Шмидт. — СПб.: Коло, 2011. — С. 209—216.
- Кириков Б. М. Особняк П. П. Форостовского // Архитектура петербургского модерна. Особняки и доходные дома. — 3-е изд.. — СПб.: Коло, 2008. — С. 55—65. — 576 с. — ISBN 5-901841-41-1.
- Кириков Б. М. Архитектура Петербурга конца ХIХ-начала ХХ века: Эклектика, Модерн, Неоклассицизм. — СПб.: Коло, 2006. — С. 55-65. — 530 с. — ISBN 5-901841-36-0.