П. Е. Щербовтың музей-усадьбаһы
П.Е.Щербовтың музей-усадьбаһы — Гатчинала тарихи-мемориаль музей, «Музей агентлығы» Ленинград өлкә дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы филиалы. Музей рәссам-карикатурасы П.Е..Щербовтың усадьбаһында урынлашҡан һәм XX быуат башының төньяҡ модерны стилендә башҡарылған үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең береһе булып тора. Беренсе экспозиция 1992 йылда асыла.
П. Е. Щербовтың музей-усадьбаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1992 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Гатчина |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчина (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Рәсми сайт | lomuza.spb.ru/node/8 |
Указания, как добраться | улица Чехова, 4 |
П. Е. Щербовтың музей-усадьбаһы Викимилектә |
Музей тасуирламаһы
үҙгәртергәМузей экспозицияһы тыуған яҡты өйрәнеү һәм мемориаль бүлектәренән тора. Яҡты өйрәнеү бүлегендә («XIX — XX быуат баштарында Гатчина тарихы») Гатчина тарихы, уның архитектураһы тураһында әйтелә. Рус авиацияһының үҫешә башлаған урындарҙың береһе булараҡ Гатчинаға ҙур иғтибар бирелә
Мемориал бүлегендә «П.Е Щербов — тормошо һәм ижады», «П.Е.Щербовтың мемориааль кабинеты» күргәҙмәләре йәйелдерелгән. Уларҙа рәссамдың торомошо һәм ижады һәм Гатчинала йыш булған уның дуҫтары Ф. И. Шаляпин, А И. Куприн, рәссамдар М. Нестеров, К. К. Первухин, композитор в. Андреев тураһында һөйләнелә.
Музейҙа күргәҙмә, концерттар үтә.
П.Е. Щербовтың музей-усадьбаһы Щербов йорто, Рәссам Щербов йорто исеме аҫтында урындағы иҫтәлекле урын булараҡ, музей асылыуға тиклем үк киң билдәле була.
Бина тарихы
үҙгәртергәУсадьба 1911 йылда архитектор С. С. Кричинский проекты буйынса төҙөлә. Замандаштары хәтирәләре буйынса, уның төҙөлөшө тулыһынса йорт хужаһы, рәссам-карикатурасы Щербовҡа тап килә.
Яҙыусы А.И. Куприндың ҡыҙы Ксения Куприна былай тип яҙа:
Щербовтар Гатчинала таш йорт төҙөй. Йорт шундай үҙенсәлекле. Бала саҡта миңә ул урта быуат замогы һымаҡ тойолоа ине. Уны ҙур стена уратып ала, стенаһы өсөн һуйырташты Щербовтар үҙҙәре йыя. Ҡыйығы һәм стенаһы ҡыҙыл черепица менән ҡапланған. Ҡорал, ҙур баҡыр камин менән ҙур холл йорттоң йөрәге һымаҡ була. Холл уртаһында аҡ айыу тиреһе ята. Павел Егоровичтың оҫтаханаһына өҫкө ҡатҡа киң баҫҡыс алып бара. Холлға бер нисә бәләкәй бүлмәләр йәнәш тора, улар көнсығыш юҫығында йыһазландырылған: тәпәш тахталар, сағыу балаҫтар, баҡыр батмустар, төрлө бәләкәй көпшәләр менән бәләкәй өҫтәлдәр.
Усадьба төп һәм ярҙамсы ҡоролмалар ансамбленән ғибәрәт. Бөтә усадьба ҡоролмалары — йорт, флигель, һарайҙар — бетон блоктарҙан, кирбестән һәм һуйырташтан һалынған һәм ҡатмарлы конфигурациялы черепица менән ҡапланған. Ансамблдең төп бинаһы урамға ҡараған бер ҡатлы өлөштән һәм ихатаға ҡараған ике ҡатлы өлөштән тора.
Йортта, ярҙамсы бүләмәләрҙе иҫәпкә алмайынса, 10 бүлмә була. XXI быуат башында көнсығыш яҡтан бәләкәй ҡапҡа менән ябыҡ таш кәртәнең ҙур булмаған өлөшө һаҡлана. Йорттоң ике ҡатлы өлөшөндә семәрле имән баҫҡыс, камин, подвал һаҡланған. Тулыһынса тиерлек черепицаһы һаҡланған. Хужалыҡ ҡаралтыларынан боҙлоҡ һаҡланмаған.
Щербов йорто төҙөлгәндән алып Гатчинаның мәҙәни тормошо үҙәктәренең береһе була. Унда Ф. И. Шаляпин, А И. Куприн, рәссамдар М.В.Нестеров, К. К. Первухин, композитор В. Андреев була.
Йорт революциянан һуң М. Горькийҙың юллауы арҡаһында рәссамда һаҡланып ҡала. Щербовтың вафатынан һуң (1938 йыл) 1952 йылға тиклем йортта рәссамдың тол ҡатыны А.Д.Щербова йәшәй. 1941—1944 йылдарҙа Гатчинаның оккупацияһы ваҡытында айырым йортта немецтар урынлаша (А.Д. Щербова был ваҡытта аш-һыу бүлмәһендә йәшәй). 1944 йылда йорттан мемориаль әйберҙәрҙең күп өлөшө Германияға сығарыла.
1952 йылда Щербованың вафатынан һуң, йортта 12 коммуналь фатир урынлаштыралар. Йорт Гатчинала «Щербов йорт», «Рәссам Щербов йорто» аҫтында киң билдәле була.
1982 йылдан 1992 йылға тиклем И. П. Любарова проекты буйынса реставрация үткәрелә[2].
1992 йылда йортта «Рәссам П.Е. Щербовтың тарихи-мемориаль музей-усадьбаһы» ойошторола[3].
Адресы
үҙгәртергә- 188300, Ленинград өлкәһенең Гатчина ҡалаһы, Чехов урамы, 4
- Йөрөу: Балтика вокзалынан «Гатчина-Варшава»станцияһына тиклем электропоезд
- Эш режимы: көн һайын 10-дан 17 сәғәткә тиклем, дүшәмбенән тыш
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Решение Исполкома Ленинградского областного совета депутатов трудящихся № 20-5 от 04.09.1959
- ↑ Печникова А. Ф. «Венецианский дож» и «Старый Судья». // Гатчина сквозь столетия.
- ↑ Куляхтина Л. Ф. Памятнику русской усадебной культуры — 100 лет. // Гатчинская правда, № 144 от 15.12.2011. — С. 13