Пәйғәмбәр ташы
Пәйғәмбәр ташы йәки Әүлиә ташы (урыҫ. Камень (след) пророка) — Башҡортостандың Йылайыр районының Һабыр ауыл Советына ҡараған ауыл тораҡ пункты — Ҡаҙырша[1] ауылы (икенсе исеме Бирмәҫ башы) эргәһендәге ҙур таш. Ул Һаҡмарҙың ҡушылдығы Бирмәҫбаш йылғаһы янында ғына урынлашҡан ҡая эргәһендә ята. Ҡая түбәһендә һәм уның итәгендә таштарҙа кеше эҙҙәре ҡатып ҡалған, шуларҙың береһе бик ҙур, икенсеһе бәләкәй[2].
Пәйғәмбәр ташы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Тарихы
үҙгәртергәРиүәйәттәр буйынса, башҡорт Әүлиәһе улы менән Бирмәҫбаш йылғаһы үҙәне буйлап кафырҙарҙан ҡасырға мәжбүр була. Хәлдән тайған Әүлиә йылға ярында үҫеп ултырған ерек ағасы янына килеп йығыла һәм ағастан уға ярҙам итеүен үтенә. Әммә ағас ярҙам итеүҙән баш тарта. Уға үпкәләгән Әүлиә уға ҡарата шундай һүҙҙәр яуҙыра: "Тамырҙарың һыуҙа торһа ла, һинең ботаҡтарың ҡороһон". Бына шуға күрә йылға тирәһендә үҫеүенә ҡарамаҫтан, ерек ағасы әллә ни оҙаҡ үҫә алмай, тиҙ ҡорой. Ә бына Әүлиәне ҡая таштары араһына йәшергән ҡарағайҙар бүләккә мәңгелек йәшел олондо ала.
Эҫе йәйге көндә Әүлиә, дошмандарынан ҡасып, улы менән ҡая башынан аҫҡа һикерә. Бына шулай ҡая эргәһендә ятҡан ҙур ғына ташта уларҙың эҙҙәре ҡала. Халыҡ ташҡа ҡатҡан был эҙҙәрҙе Пәйғәмбәр эҙҙәре тип атай башлай. Пәйғәмбәр ташы изге таш тип иҫәпләнә. Уның янынан үткәндә мотлаҡ туҡталып хәйер бирергә кәрәк тигән ырым да йәшәй.
2011 йылда үткәрелгән "Атайсалдың 7 мөғжизәһе" фестиваль конкурсында Йылайыр районындағы Пәйғәмбәр ташы еңеүсе тип таныла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР.Башкирское книжное издательство. 1980. с.83
- ↑ https://zilair.bashkortostan.ru/district/places/59/ 2021 йыл 10 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Словарь топонимов Башкирской АССР.Башкирское книжное издательство. 1980. Т. 5 000. С. 200.