Пётр паркы (Выборг)

Петр паркы — Ыҫмала моронондағы парк, Выборг ҡалаһының Петр биҫтәһендә Аннин нығытмаларының биләмәһендә урынлашҡан

Пётр паркы
Нигеҙләү датаһы 1913
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Пётр I
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Выборг (крепости)[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Указания, как добраться Островная улица, улица Штурма
Карта
 Пётр паркы Викимилектә

18 быуат башында ҡая түбәһенән һарайға күренеш

Хәҙерге парк биләмәһен элек-электән киң йәшелсә баҡсалары менән шәхси ағас йорттар биләй. 1710 йылда Рәсәй ғәскәрҙәре Выборгты ҡамаған ваҡытта, тау түбәһендә Пётр I етәкселек иткән ставка урынлаша, был турала ҡаяла уйып яһалған батша тәреһе һәм вензель раҫлай, быны риүәйәт буйынса, Петр үҙе уйған. 18 быуатта тауҙа Аннин нығытмаһы фортификация ҡоролмалары, шул иҫәптән дары мөгәрәбе төҙөлә. 1846 йылда Петр тауының түбәһендә һәм көнсығыш битләүендә парк проектлана, ул 19 быуат уртаһында төҙөлә (Изге Анна баҡсаһы). Унда бейек олонло һәм сыҙамлы ағастар ултыртыла. 1855 йылда ҡая түбәһендә баҡсала Бөйөк Пётрҙың Редуты төҙөлә; баҡса кәртәләр менән уратып алына. 1873 йылда баҡса биләмәһенең бер өлөшө хәрби ведомстволарға тапшырыла, ә 1880 йылда тауҙа ресторан төҙөлә.

Финляндия Бойондороҡһоҙлоғо һәйкәле
Парктан һарайға хәҙерге күренеше

Рус ғәскәрҙәре тарафынан Выборгты яулауҙың ике йыллығын байрам итеүгә әҙерлек барышында император Николай II тауҙың тү-бәһендә Петр I һәйкәлен һәм хәрби собор төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ошоноң менән бәйле редут һәм ресторан һүтеп алына. 1910 йылда киңәйтелгән һәм төҙөкләндерелгән паркта һәйкәл асыу һәм соборға нигеҙ һалыу тантанаһы үтә. Император һәйкәленә алып барыусы, вензель һәм тәре менән уратып алынған гранит баҫҡыстар карап мортиралары менән биҙәлә. Ә йәнәш төҙөлөп ятҡан Петрпавловский соборы менән ваҡытлыса ағас сиркәү ҡуйыла.

Әммә Финляндия бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәндән һуң 1918 йылдың апрелендә фин ғәскәрҙәре Выборгты биләй һәм постаменттан бронза һынды алып ташлай. Уның урынын 1927 йылда таш арыҫлан — Финляндия Бойондороҡһоҙлоғо һәйкәле биләй. Сиркәү ҙә һаҡланмай. Парктың яңы иҫтәлекле урыны булып ҡоролоп бөтмәгән православие соборы фундаментында функционлизм стилендә төҙөлгән округ архивы бинаһы тора. Был осорҙа парк рәсми рәүештә Tervaniemenpuisto (фин. «Ыҫмала мороно паркы») тип атала.

1942 йылда Пётр I һәйкәле киҫәге
Пётр I һәйкәле

1940 йылда совет-фин һуғышынынан (1939-1940) һуң совет хәрбиҙәре Финляндия бойондороҡһоҙлоғо һәйкәлен алып ташлай, ә һуңынан инде тарихи урынына Пётр I һәйкәлен кире ҡуялар. Ләкин 1941 йылдың авгусында ҡалаға кире әйләнеп ҡайтҡан фин ғәскәрҙәре Пётр I һәйкәлен алып ташлайҙар, ә Финляндия бойондороҡһоҙлоғо һәйкәленең киҫәктәрен паркҡа урынлаштыралар.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Пётр паркын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарыла: рәшәткәһе яңыртыла, Бойондороҡһоҙлоҡ һәйкәле һыныҡтары Монрепо паркына күсерелә, ә 1954 йылда, элекке урынына, әммә яңы постаментта Пётр I һәйкәле тергеҙелә. Һуңынан боронғо дары мөгәрәбе бинаһында ресторан асыла.

  • Кауппи У.-Р., Мильчик М. Выборг. Столица Старой Финляндии / Ред. М. Инбар. — Хельсинки, 1993. — 200 с. — ISBN 951-717-743-7.
  • Кепп Е.Е. Выборг. Художественные достопримечательности / Ред. О.В. Казаков. — Выборг: «Фантакт», 1992. — 200 с.
  • Неувонен П., Пёюхья Т., Мустонен Т. Выборг. Архитектурный путеводитель / Пер. Л. Кудрявцевой. — 2-е изд. — Выборг: «СН», 2008. — 160 с. — ISBN 5-900096-06-8.
  • Страницы Выборгской истории. Сборник статей. Книга вторая / Сост. С.А. Абдуллина. — СПб.: «Европейский дом», 2004. — 732 с. — ISBN 5-8015-0167-3.
  1. Приказ Комитета по культуре Ленинградской области № 01-03/15-63 от 01.12.2015