Биш яҡшы император

(Пять хороших императоров битенән йүнәлтелде)

Биш яҡшы император — бер-бер артлы хакимлыҡ иткән Антонин нәҫеленән биш император: Нерва, Траян, Адриан, Антонин Пий, Марк Аврелий. Ул осор (б. э. 96 — 180 йылдары) золомһоҙ һәм тотороҡло булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Рим империяһының сәскә атҡан мәле.

Вариҫлыҡ үҙгәртергә

Хакимлыҡ ҡанһыҙ юл менән бер-береһенә күсеп бара. Һәр император үҙе тере саҡта уҡ вариҫын сенат һәм армия менән килешеп билдәләй. Был йоланы Нерва башлай, тап ул граждандар һуғышын булдырмаҫ өсөн хәрби башлыҡ Траянды уллыҡҡа ала. Тарихсы Дион Каспий яҙа:

«Шулай итеп, Нерваның ҡандаш туғандары булыуға ҡарамаҫтан, Траян цезарь урынын алды. Траян тыумышы буйынса испанлы һәм ул Римда хакимлыҡ итеүсе тәүге сит ил кешеһе була»[1].

Марк Аврелий был йоланы боҙа һәм ил менән идара итеүгә яраҡһыҙ булған улын — Коммоданы ҡалдыра. Үҙенең залимлығы менән ул күптәрҙә нәфрәт уята һәм шуның арҡаһында 192 йылда үлемгә дусар ителә. Шунан һуң Римда тәхет өсөн бер-бер артлы оҙайлы һуғыштар башлана.

Баһа биреү үҙгәртергә

Рим тарихсылары антониндарҙы «яҡшы» императорҙар иҫәбенә индерә һәм уларҙың биографияһын тик маҡтап ҡына яҙа.

Заманса тикшеренеүселәр был осорҙо һүрәтләүҙә бик һаҡсыл, сөнки ул саҡтағы мәғлүмәттә Рим империяһы йәмғиәтенең юғары ҡатлам кешеләре фекере генә тупланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Johannes Pasquali: Die Adoptivkaiser. Das römische Weltreich am Höhepunkt seiner Macht (98-180 n. Chr.), projektverlag, Bochum 2011, ISBN 978-3-89733-229-4
  • Oliver Schipp: Die Adoptivkaiser — Nerva, Trajan, Hadrian, Antonius Pius, Mark Aurel und Lucius Verus. Wissenschaftliche Buchgesellschaft, Darmstadt 2011.