Пухляков картиналар галереяһы
Пухляков картиналар галереяһы — Ростов өлкәһе Усть-Донецкий районының Пухляков утарындағы картиналар галереяһы.
Пухляков картиналар галереяһы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1976 йыл |
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе Пухляков ауылы |
Адресы: Ростов өлкәһе, Усть-Донецкий районы, Пухляков ауылы, Ҡала тыҡрығы, 14.
Тарих һәм һүрәтләү
үҙгәртергә«Пухляков картиналар галереяһы» билдәле «Цыган» романының авторы, яҙыусы А . В. Калинин, Новочеркасск рәссамы Борис Плевакин[1], Мәскәү рәссамдары М. В. Савченков, В. К. Нечитайло һ. б. инициативаһы менән ойошторола. Уның фондың ҙурайтыуға Рәсәй атҡаҙанған рәссамы А. В. Тимофеев ҙур өлөш индерә.
1976 йылдың авгусында Ростов өлкәһе Усть-Донецкий районының Пухляков ауылында картиналар галереяһы асыла. Уның тәү фонды утыҙ рәсемдән тора. Улар Пенза, Мәскәү, Новочеркасск рәссамдарының яҙыусы А. В. Калининға бүләктәре. Тәүҙә галерея совхоз ҡунаҡханаһында була. 1985 йылда галерея Пухляков ауыл мәҙәниәт йортоноң уның өсөн әҙерләнгән залына күсә һәм хәҙерге ваҡытта шул йортта. 1992 йылдың октябренән галерея Ростов өлкәһе Дәүләт бюджет учреждениеһы "Раздор этнография музей-ҡурсаулығына" ҡарай.
Үҙ ваҡытында галерея өсөн Сәнғәт фонды рәссамдар Союзы, РСФСР рәссамдар Союзының Сәнғәт фондынан картиналар һайлап алына. Улар араһында билдәле Рәсәй рәссамдары, һынсылары графиктарының байтаҡ художество әһәмиәтле эштәре бар. Хәҙерге ваҡытта «Пухляков картиналар галереяһында» Рәсәй рәссамдарының йөҙләгән әҫәрҙәре тора. Рус рәссамы Иван Иванович Крыловтың 1900-сы йылдарҙа төшөргән пейзаж миниатюралары галереяға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Галереяла рәссамдар И. Г. Фролов, Н. В. Овечкин, В. К. Нечитайло, А . С. Кулагин, М. В. Савченкова, В. А. Игошев, В. Ф. Шумилов, Н. И. Барченков, С. С. Скопцова, А. В. Тимофеев, Цзянь Ши Лунь; графиктар Ф. Д. Константинов, А. А. Пахомов, Б. А. Непомнящий; һынсы-анималистар Е. А. Лансере, скульпторҙар В. Б. Шелов-Коведяев, О . С. Кирюхин, М . Н. Демьяненко, Г. И. Сатаров һәм башҡаларҙың эштәре ҡуйылған.
Күргәҙмәләр залында даими рәүештә илебеҙҙең шәхси күргәҙмәләре үткәрелә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пухляковская картинная галерея. Раздорский этнографический музей-заповедник.
- Пухляковская картинная галерея 2016 йыл 19 март архивланған.
- Пухляковская картинная галерея