Пулар Мигул
Мигул Пулар (ысын исеме - Николай Георгиевич Краснов, 1952 йылдың 10 феврале, РСФСР, Сыуаш АССР-ы, Ибреси районы, Туса-Паразуси) - сыуаш шағиры һәм тәржемәсеһе. Рәсәй Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй журналистары союзы ағзаһы (1995).
Пулар Мигул | |
Тыуған көнө |
10 февраль 1952[1] (72 йәш) |
---|---|
Ил | |
Биографияһы
үҙгәртергә1952 йылдың 10 февралендә Сыуаш АССР-ының Ибреси районы Туса-Паразуси) ауылында тыуған. Ауылда урта мәктәпте тамамлап, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. Уҡыу ваҡытында уның шиғырҙары «Литературная Россия» («Әҙәби Рәсәй») гәзитендә һәм «Вдохновение» коллектив йыйынтығында баҫыла.
Институтты 1981 йылда уңышлы тамамлай. Һуңынан Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәттән һуң иң элек Сыуаш АССР-ының баш ҡалаһы Чебоксарыға күсенә һәм Чебоксары агрегат заводында эшләй. Һуңынан Сыуашстандың Ибреси районына күсенә һәм бында «Çĕнтерÿшĕн» («Еңеү») гәзитендә эшләй, һуңыраҡ «Ҡапҡан» журналы мөхәрририәтендә эшләй башлай. Уның әҙәби яҙмышы «Ҡапҡан» журналы менән тығыҙ бәйле. Ул унда 25 йылға яҡын эшләй, кесе хеҙмәткәрҙән алып журнал мөхәрриренә тиклем юл үтә. 2005 йылдан алып 2007 йылға тиклем «Ҡапҡан» сыуаш сатирик журналының баш мөхәррире булып тора.
Микула Пулар исеме аҫтында баҫыла. «Çĕнĕ кĕвĕ» («Беренсе аҙымдар», 1976), «Хĕвел пайăрки» («Ҡояш нуры», 1981), «Çĕнĕ кĕвĕ» («Яңы көй», 1976), «Кун-çул каçалăкĕ» («Томыш юлы һәйкәле», 1987), «Хĕвел пайын ăркисем» («Яҡты һыҙат», 1991) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы булып тора.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Микул Пулар. Эсир чăвашла хайлавсем вырнаçтарнă электронлă вулавăша лекнĕ.
- Родионов В. Г. Пулар Мигул // enc.cap.ru Микул Пулар. Электронлă вулавăш.
- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2