Пугачев Валерий Вениаминович
Пугачев Валерий Вениаминович (5 июнь 1944 йыл) — журналистика теоретигы, китап эше белгесе. Филолология фәндәре докторы (2005).
Пугачев Валерий Вениаминович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 июнь 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Мәләүез, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист, ғалим |
Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Ростов дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәВалерий Вениаминович Пугачев 1944 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР‑ының Мәләүез районы Мәләүез ҡасабаһында (хәҙер — Мәләүез ҡалаһы) тыуа. Урта белем алғандан һуң, 1969 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын, һуңынан Ростов дәүләт университетында аспирантура тамамлай. 1971—1977 йылдарҙа «Ленинец» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип булып эшләй. Педагогик эшмәкәрлеге 1974 йылдан башлана. 1981 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1989 йылда БДУ-ла асылған башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһында эшләй башлай. 2013 йылдан - урыҫ әҙәбиәте һәм китап баҫтырыу эше кафедраһы мөдире, әлеге ваҡытта ошо уҡ кафедрала уҡыта. Валерий Вениаминовичтың уҡыусылары - ул журналист һөнәре серҙәренә төшөндөргән, барыһы ла "Пугачев мәктәбен" үткән уның элекке студенттары, аспиранттары, фән кандидаттары - бик күп. Уларҙың күпселеге федераль һәм республика баҫмалары редакцияларында эшләгән билдәле журналистар.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге периодик баҫмаларҙың типологияһын өйрәнеүгә, Өфө губернаһының 1917 йылға тиклемге урыҫ телендәге периодик баҫмалары тарихына, китап ғилеменә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Газетный и журнальный мир Уфимской губернии: типологические и жанровые характеристики. Уфа, 2004;
- Уфимская книжность. Эволюция газетного, журнального, типографского и книжного дела. Уфа, 2004.