Прозерпина

боронғо рим мифологияһында ер аҫты батшалығы алиһәһе

Прозерпи́на (лат. Proserpina) — боронғо рим мифологияһында ер аҫты батшалығы алиһәһе, боронғо грек Персефонаһына оҡшаш. Юпитер һәм Церераның ҡыҙы, Плутондың ҡыҙ туғаны һәм ҡатыны[1]. Бер версия буйынса, уның исеме — латинлаштырылған грек «Персефона» исеме. Икенсе аңлатма буйынса шулай аталған рим алиһәһе, ул орлоҡтарҙың үҫеп сығыуына булышлыҡ иткән һәм һуңғараҡ грек культтарын индереү буйынса Персефона менән ҡушылған.

Прозерпина
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Атаһы Юпитер (мифология)
Әсәһе Церера[d]
Хәләл ефете Плутон, Либер[d] һәм Эркина[d]
 Прозерпина Викимилектә
Прозерпина
Тормош иптәше

Плутон, Либер[d] һәм Эркина[d]

 Прозерпина Викимилектә
Персефонаның мәрмәр һыны, Пергамон музейы

Плутон һәм Прозерпина хөрмәтенә Римда Терентин һәм Таврия уйындары байрам ителә[2]

Мифтың йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса Плутондың яңғыҙлығы һәм Прозерпинаның сибәрлеге тураһында белеп, Венера уларҙың яҙмышын берләштерергә ҡарар итә. Ул, теләк һәм мәхәббәт аллаһы Амурҙы ебәрә, ул ер аҫты батшалығы хакимының йөрәгенә уҡ менән ата. Плутон Прозерпинаны күреү менән бөтә донъяһын онота. Бойҙай алиһәһе ҡыҙы Прозерпина, үҙенең иптәш ҡыҙҙары менән болонда ирис, рауза, миләүшә, гиацинт һәм нәркәс сәскәләре йыя. Алла һылыуҡайҙың йәшәгән урынынан алыҫ түгел ерҙә иҫ киткес матур сәскә яралта. Прозерпина уны күреп ҡала һәм шунда уҡ үҙенең гөлләмәһе өсөн өҙөргә ҡарар итә. Прозерпина нәфис бармаҡтары менән сәскәне өҙөп алырға тигәндә генә ер асылып китә, һәм ер аҫтынан ҡара «тамуҡ» аттары егелгән тәгәрмәсле арба килеп сыға. Плутон ҡыҙҙы эләктереп алып, ер аҫты батшалығына алып китә һәм үҙенең хәләл ефете итә.

Аллалар советы ҡарары буйынса, йәш һылыуҡай йылдың өсөнсө өлөшөн ире һарайында, ә ҡалған ваҡытын ерҙә үткәрәсәге тураһында ҡарар итә. Плутон уны ебәрергә мәжбүр була, әммә һөйгәне ерҙә мәңге йәшәргә ҡалыр, тип ҡурҡып Прозерпинаның юлға төйнәгән ризығына гранат бөртөгө һала. Шунан алып Прозерпина йылдың яртыһын — үлектәр батшалығында һәм яртыһын тереләр батшалығында үткәрә.

Мәҙәниәттә образы

үҙгәртергә

Прозерпинаны урлау күренешен бөйөк итальян архитекторы Джованни Бернини мәрмәрҙә һүрәтләй. Скульптура Боргезе галереяһында (Рим) урынлашҡан.

Прозерпина образын Данте Габриэль Россетти (1828—1882) «Прозерпина» картинаһында күрһәтә. Россетиҙың яратҡан ҡатыны Элизабет үлгәндән һуң рәссамдың музаһы Джейн Берден булып китә. Был ике ҡатын картинала прообраз булып хеҙмәт итә. Әҙәбиәттә Прозерпинаны урлау темаһы Джулиано Кассианиҙың шул уҡ исемле сонетында яңғырай, уның замандашы Парини Джузеппеның фекере буйынса, башҡа бик күп «урлауҙарҙы» илһамландыра («Похищение Ганимеда» Альфьери, «Похищение Оризии» Монти)[3]. Пушкин үҙенең «Прозерпина» шиғырында Алиһәнең Адонисҡа мөхәббәтен йырлай

Прозерпина хөрмәтенә 1853 йылда асылған Прозерпина астероиды (26) атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Пастухов П. И. «Плутон, подземный бог, Прозерпина, его супруга и Протезилай умерший».
  2. Taurii ludi // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  3. Renzo Negri. Cassiani, Giuliano // Dizionario Biografico degli Italiani. — 1978. — Vol. 21.

Һылтанмалар

үҙгәртергә