Проект буйынса фекерләшеү:Башҡортостан-Грузия
Дуҫтар,
Августа беҙ YANBEK менән икәүләп Әрмәнстанда үткән Үҙәк Европа Викимедиясылары (CEE Meeting) конферецияһында булып ҡайттыҡ. Шунда булғанда беҙгә грузин Википедияһынан иптәштәр ошондай төҡдим менән мөрәжәғәт итте: улар үҙҙәрендә, грузин Википедияһында, Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында күпмелер мәҡәлә булдыра, беҙ иһә үҙебеҙҙә, башҡорт Википедияһында, Грузия һәм грузиндар тураһында шул ҡәҙәр мәҡәләләр яҙырға тейеш булабыҙ. Мәҡәлә исемлектәрен төҙөп бер-беребеҙгә тапшырабыҙ.
Предварительно "ярай" тиештек. Инде үҙ ҡоробоҙҙа кәңәш ҡорайыҡ: бындай проект беҙгә ҡыҙыҡлымы, кәрәкме? Borovi4ok (әңгәмә) 14:41, 18 сентябрь 2016 (UTC)
- Афарин, егеттәр! Халыҡ-ара кимәлдә бәйләнештәр урынлаштырып, Башҡорт Википедияһын танытып йөрөүегеҙ бары тик маҡтауға лайыҡ. Тәҡдимең, Borovi4ok, ҡыҙыҡлы ла, кәрәкле лә. Был эшкә тотоноу зарур. Грузиндар менән конкрет ваҡыт хаҡында нисек килештегеҙ һуң? «Башҡортостан» айлығын (йыллығын) башлап ебәрҙек бит, был ике проект бер-береһенә ҡамасауламаҫмы: башҡасараҡ әйткәндә, бында ла, унда ла өлгөрә алырбыҙмы һуң? --Айсар (әңгәмә) 15:25, 18 сентябрь 2016 (UTC)
- Бик ҡыҙыҡлы проект. Тик ваҡытын 1 ай тип түгел, дауамлы итеп үткәрәргә кәрәк. 2 сентябрҙәге осрашыуҙа инде өйрәнеп кенә киттек тиһәк бөтә лә ҡуя, ваҡыты дауамлы булһын, уйлап ижади эшләрлек булһын тигән тәҡдимдәр әйтелде. Грузинда теләгән ваҡытта "Башҡортостан 100" проектына ҡушыла ала.--ZUFAr (әңгәмә) 15:55, 18 сентябрь 2016 (UTC)
Конкрет ваҡыты тураһында килешеү булманы. Грузиндар яғынан неформаль, рәсми йөкләмәһеҙ генә эш итергә ынтылыш булған һымаҡ тойолдо. Аңлауымса, беҙ үҙебеҙҙә Грузия тураһында мәҡәләләрҙе үҙебеҙгә уңайлы ваҡытта булдыра алабыҙ. Сәбәбен аңлатып, һуңыраҡҡа ҡалдырып торһаҡ бер ни булмаҫ тип уйлайым.
Грузиндар иһә бөгөн үк башларға әҙер, үҙҙәрендә Башҡортостан тураһында мәҡәләләр яҙа башлар өсөн исемлеген беҙҙән көтәләр. Мин был исемлек тураһында бер әҙерәк уйландым да, йәмәғәт, һеҙҙән һорарға булдым. Бындай исемлекте бында күмәкләп йыйһаҡ ине.Borovi4ok (әңгәмә) 16:18, 18 сентябрь 2016 (UTC)
Грузин яғынан контакт - Jaba1977 / Jaba1977, исеме Джаба. ВК-ла бар, кәрәк булһа минән һорағыҙ. Borovi4ok (әңгәмә) 16:27, 18 сентябрь 2016 (UTC)
- Афарин, бик яҡшы ниәт. Грузия тураһында Азия айлығында яҙырға булалыр --Ләйсән (әңгәмә) 18:42, 18 сентябрь 2016 (UTC)
- Килешәм, бәлки быйылғы йылда Проект:Википедияла Азия айлығы сиктәрендә Грузия тураһында яҙһаҡ уңайлы булыр, Вики-яҙ сиктәрендәге Украина декадаһы һымаҡ. Әгәр был темала ҡатнашысылар ҙур әүҙемлек күрһәтһә, айырым викимарафон уҙғарырға ла мөмкинлек тыуыр. Borovi4ok, исемлек төҙөүҙе башлар өсөн Вики яҙ 2016,Урыҫ Википедияһы,Украин Википедияһындағы Башҡортостан аҙналығы биттәрен файҙаланырға мөмкин. --Ryanag (әңгәмә) 11:38, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- Бер атҡанда ике ҡуян алыу файҙалыраҡ та, уңайлыраҡ та инде) Азия айлығы сиктәрендә булһа, бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән буласаҡ. Юҡһа, сиктән-сиккә бәргеләнеү башланасаҡ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:47, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- Килешәм, бәлки быйылғы йылда Проект:Википедияла Азия айлығы сиктәрендә Грузия тураһында яҙһаҡ уңайлы булыр, Вики-яҙ сиктәрендәге Украина декадаһы һымаҡ. Әгәр был темала ҡатнашысылар ҙур әүҙемлек күрһәтһә, айырым викимарафон уҙғарырға ла мөмкинлек тыуыр. Borovi4ok, исемлек төҙөүҙе башлар өсөн Вики яҙ 2016,Урыҫ Википедияһы,Украин Википедияһындағы Башҡортостан аҙналығы биттәрен файҙаланырға мөмкин. --Ryanag (әңгәмә) 11:38, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- Грузия үҙен Европа иле тип таныта, Азия айлығына ҡушыу оҡшармы икән.--ZUFAr (әңгәмә) 12:00, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- рәсми рәүештә Грузия - Азия иле https://ru.wikipedia.org/wiki/Азия --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:05, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- Азия айлығы сиктәрендә Грузия тураһында былтыр ҙа күп кенә телдәрҙә мәҡәләләр яҙылды, Грузин Википедияһы үҙҙәре быйыл Азия айлығында ҡатнаша.--Ryanag (әңгәмә) 12:23, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- Мы тут посовещались, и я решил???))))--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:27, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- Нигеҙҙә, грузиндарға мәҡәләләр булдырылһа барыбер түгел микән? Ниндәй айлыҡ сиктәрендә булдырабыҙ, быныһы тик беҙҙең өсөн уңайлыҡ һорауылыр. Borovi4ok (әңгәмә) 10:53, 21 сентябрь 2016 (UTC)
- Барыбер шул. Беҙгә уңай була. Улар ҙа шул уҡ Азия айлығында ҡатнаша бит инде.--Ләйсән (әңгәмә) 11:19, 21 сентябрь 2016 (UTC)
- Нигеҙҙә, грузиндарға мәҡәләләр булдырылһа барыбер түгел микән? Ниндәй айлыҡ сиктәрендә булдырабыҙ, быныһы тик беҙҙең өсөн уңайлыҡ һорауылыр. Borovi4ok (әңгәмә) 10:53, 21 сентябрь 2016 (UTC)
- Мы тут посовещались, и я решил???))))--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:27, 19 сентябрь 2016 (UTC)
- Азия айлығы сиктәрендә Грузия тураһында былтыр ҙа күп кенә телдәрҙә мәҡәләләр яҙылды, Грузин Википедияһы үҙҙәре быйыл Азия айлығында ҡатнаша.--Ryanag (әңгәмә) 12:23, 19 сентябрь 2016 (UTC)
Азия айлығында ла, Башҡортостан айлығында ла, уның дауамы булған Башҡортостан 100 супер-марафонына ла грузиндар ҡушыла ала. Әнә, украиндарҙан Висем ҡушылған кеүек. Ә беҙ Грузиндар тураһында Азия айлығында, һәм улар үткәргән башҡа сара/саралар ваҡытында ҡушылып яҙышайыҡ. Бер-беребеҙгә открыткалар ебәрешәйек. Ҡыҙыҡ бит, күп сығым да талап итмәй. Исемлеккә килгәндә, дөйөм бер исемелек булдырыу отошло булыр. Вики-яҙ 2016 исемлеген нигеҙ итеп алайыҡ, шуны дауам итәйек, киңәйтәйек. Тик, нисектер махсус тамғалау уйлап табырға кәрәктер. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:30, 21 сентябрь 2016 (UTC)
Этте кем үлтергән, шул һөйрәй!
үҙгәртергәБөгөн Грузин Википедияһынан Джаба менән һөйләштем. Башҡорт-Грузин Википедияларының хеҙмәттәшлек проектын ноябрь айында үткәрергә килештек. Грузиндар темаһына исемлек әҙерләгәндәр, үҙҙәрендә башҡорт темаһына ла исемлек бар. Беҙгә үҙебеҙҙең был махсус битте төҙөп бөтөрөргә кәрәк. Borovi4ok һәм YANBEK, башҡорттың мәҡәләнә ярашлы был проекты һеҙ «һөйрәйһегеҙ» инде. Махсус битте әҙерләп ҡуйығыҙ. Алға, егеттәр! --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:12, 27 сентябрь 2016 (UTC)