Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2020


Марафон хаҡында   Талаптар  


Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр  


Тарихи Башҡортостан топонимияһы — Тарихи Башҡортостан (йәғни башҡорттар менән бәйле) топонимикаһына бағышланған мәҡәләләр әҙерләү һәм һүрәт өҫтәү буйынса тематик ижади викимарафон (ҡарағыҙ:Тарихи Башҡортостан).

Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән темалар: «Йылға-күлдәр», «Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар, яйлалар», «Ауыл-ҡасабалар», «Археологик ҡомартҡылар», « Тәбиғәт ҡомартҡылары һәм иҫтәлекле урындар»««Өйәҙҙәр, улустар»», «Атаҡлы мәҙрәсәләр, мәсеттәр»«Һүрәт өҫтәү».

Мәҡәләләр әҙерләү һәм һүрәттәр өҫтәү буйынса ижади бәйге 2020 йылдың 1 ноябренән 30 ноябренә тиклем дауам итә.

Нимә эшләргә мөмкин? үҙгәртергә

1. Тарихи Башҡортостан топонимияһы буйынса мәҡәлә яҙыу.
2. Үҙенең эш һөҙөмтәһен күрһәтеү өсөн һәр ҡатнашыусы мәҡәләгә һылтанманы «Һөҙөмтәләр» таблицаһына өҫтәргә тейеш.
2. Фото төшөрөү.
1. Викиһаҡлағысҡа фотография тейәп, уларҙы тематикаға тура килгән тәғәйен мәҡәләгә өҫтәп ҡуйырға кәрәк.
3. Артабан тейәлгән һүрәтте Һүрәт өҫтәү таблицаһына урынлаштырырға кәрәк.

Мәҡәләләргә һәм һүрәттәргә талаптарҙы бында ҡарағыҙ — Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы/Талаптар.

Уҙғарыу ваҡыты үҙгәртергә

  • Башлана: 1 ноябрь 2020 йыл 00:00 UTC (5:00 ӨФӨ)
  • Тамамлана: 30 ноябрь 2020 йыл 23:59 UTC (1 декабрь 4:59 ӨФӨ)

Бүләкләү үҙгәртергә

Бүләктәр мәҡәләләрҙең байтына ҡарап аҡсалата билдәләнелә.

Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Тарихи Башҡортостан топонимияһы" бәйгеһен бағыусыларҙың береһе булырға теләк белдерҙе. Башҡорт Википедияһында, Викидәреслектә яҙышҡан авторҙар араһынан еңеү яулағандарға ошондай бүләктәр вәғәҙә ителә:

  • "Башҡорт теленең академик һүҙлеге" (8 томда) - 5 кешегә
  • "Башҡорт энциклопедияһы" (8 томда) - 5 кешегә
  • Бүләктәр йыйылмаһы ("Башҡорт теле йылы" логотибы менән сумка, футболка, блокнот, ручка) - 5 кешегә

Ағымдағы һөҙөмтәләр үҙгәртергә

Ҡатнашыусылар буйынса мәҡәләләр таблицаһы

«Һүрәт өҫтәү» номинацияһындағы һөҙөмтәләр үҙгәртергә

Һүрәт өҫтәү буйынса таблица



Йомғаҡ үҙгәртергә

ҡайҙа???

Конкурсҡа яҙылған мәҡәләләрҙе уҡыу статистикаһына күҙәтеү үҙгәртергә

Мониторинг