«Кулинария марафоны 2016»: ашарға әҙерләү үҙенә күрә сәнғәт ул. Уны үҙләштереү өсөн белем һәм тәжрибә тупларға кәрәк. Был марафон ошо белем тураһында.
Марафонда аҙыҡ-түлек, эсемлектәрҙән алып ҡашығаяҡ һәм ресторандарға тиклем киң мәғәнәлә аш-һыуға ҡағылған бөтә нәмә тураһында яҙырға була.
Марафон 2016 йылдың 1 декабренән 2017 йылдың 30 ғинуарына тиклем дауам итә.
Ҡағиҙәләр
- Конкурста теркәлгән һәр ҡатнашыусы ҡатнаша ала.
- Конкурсҡа түбәндәге шарттарға тап килгән мәҡәләләр ҡабул ителә:
- мәҡәлә 2016 йылдың 1 декабренән 2017 йылдың 30 ғинуарына тиклем Википедияла йәки Вики-дәреслектә яҙылырға тейеш.
- ашамлыҡ, эсемлек, ресторандар, йәғни кулинарияның һәр асылына бағышланған.
- мәҡәләне һеҙ башларға, йәки 150 һүҙ күләмендә тулыландырырға тейеш.
- мәҡәләнең күләме 2500 байт һәм минимум 150 һүҙ булырға тейеш.
- мәҡәлә темаһы әһәмиәтле булып, мәғлүмәт сығанаҡтары күрһәтелергә тейеш.
- мәҡәләлә түбәндәге ҡалыптар булмаҫҡа тейеш (мәҫәлән, {{Орисс}}, {{НТЗ}}, {{Нет ссылок}} һәм башҡалар).
- Шартҡа тап килгән һәр мәҡәлә сифаты һәм күләме өсөн 1 — 3 балл бирелә.
Нимә тураһында яҙырға
Бүләктәр
Марафонда ҡатнашыусылар
- Мәҡәләне яҙғандан һуң, уны түбәндәге таблицаға ҡуйыу мотлаҡ (ҡатнашыусылар уны үҙ аллы атҡара).