Проект:Икенсе донъя һуғышы...75 йылдан һуң

Икенсе донъя һуғышы…
75 йылдан һуң
1-30 сентябрь 2020.
online*

Викимарафон   Ҡатнашыусылар   Тәҡдим ителгән мәҡәләләр  


Кешелек тарихында иң үлемесле һуғыштың тамамланыуына тиҙҙән 75 йыл тула. 60-тан ашыу ил теүәл 6 йыл дауам иткән хәрби конфликтта ҡатнаша. Икенсе донъя һуғышы 50 000 000 ашыу ғүмерҙе алып китте, ә яраланғандарҙың иҫәбе 35 000 000 ашты. Күптәре һуғыштан һуң һәләк булды. Бихисап фронттарҙа йөҙәрләгән алыштар барҙы. Меңәрләгән биналар емерелде, ә йөҙләгән яңыһы төҙөлдө. Шуға ҡарамаҫтан, донъя масштабындағы афәттән һуң да тормош ҡайтан тергеҙелде. Яңы идеялар, яңы хәрәкәттәр, ҡаршылыҡтар – яңы тарих тыуҙы. Үткән заман ваҡиғалары күп яҡтан беҙҙең бөгөнгөнө билдәләне һәм уларҙы документлаштырырға һәм киләсәккә һаҡларға васыят бирҙе. Шунлыҡтан беҙ һеҙҙе Икенсе донъя һуғышы тамамланыуының 75 йыллығына сентябрь айында ошо проектҡа ҡушылырға саҡырабыҙ.

Марафон шарттары

  • Түбәндәге шарттарҙы үтәгән ҡатнашыусылар марафонға ҡабул ителә:
    • Башҡорт Википедияһында теркәлгән булыу.
  • Марафон иҫәбенә индерәләсәк мәҡәләләргә талаптар:
    • Тематик яҡтан Икенсе донъя һуғышына ҡағылышлы булыу.
    • Эстәлеге әһәмиәтле булырға тейеш.
    • Мәҡәлә йөкмәткеле булырға тейеш.
    • Сығанаҡтарҙың күрһәтелеүе мотлаҡ.
    • Етешһеҙлектәрҙе күрһәткән ҡалыптар булмаҫҡа тейеш (мәҫәлән, {{орисс}}, {{НТЗ}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б.).