Википедияла Азия айлығы — 2016 — ноябрь айында үткәреләсәк викимарафон. Википедияның төрлө тел бүлектәрендә Азия ҡитғаһына ҡағылышлы яңы мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу маҡсатында ойошторола. Марафонға Википедияның һәр бүлегенән мөхәррирҙәр ҡушыла ала.
Бер телдә дүрт һәм унан күберәк мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыға марафондың махсус открыткаһы тапшырыласаҡ. Ул марафонда ҡатнашыусы илдәрҙең береһенән почта аша ебәреләсәк.
Иң күп мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыларға Азияның Википедиялағы илсеһе (ингл. Wikipedia Asian Ambassador) исеме биреләсәк.
Башҡорт Википедияһының әүҙем марафонсылары өсөн махсус бүләктәр әҙерләнә.
Шулай уҡ бағыусыларҙан яңы тәҡдимдәр ҡабул ителә.