Проект:Бөтә донъя фольклориадаһы

Бөтә донъя фольклориадаһына арналған марафон - Халыҡ-ара традицион мәҙниәттәр фестивале – Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан башҡорт халҡының фольклоры, ауыҙ-тел ижады ынйылары өлгөләрен глобаль селтәргә сығарыу һәм һаҡлау буйынса ? июлдән - ? сентябргә тиклем иғлан ителгән сара.

Регламент үҙгәртергә

Ойоштороусылар үҙгәртергә

Координаторҙар үҙгәртергә

Ҡатнашыусылар үҙгәртергә

Йәшкә, гражданлыҡҡа һәм башҡа сикләүҙәре булмаған һәр кем ҡатнаша ала.

Һәр ҡатнашыусының Викимедиа проектында иҫәп яҙмаһы булырға, булмаған осраҡта, марафонда ҡатнашҡан Википедия тел бүлегендә үҙенең иҫәп яҙмаһын асырға тейеш. Иҫәп яҙмаһы көйләүҙәрендә электрон почта адресын күрһәтеп, «Башҡа ҡатнашыусыларға һиңә электрон хат яҙыуҙарына рөхсәт бир» опцияһын ҡабыҙырға бурыслы. Күрһәтелгән электрон почта адресы интернетта баҫтырылмаясаҡ, ул бары тик конкурс ҡатнашыусыларына шәхси мәғлүмәт ебәреү өсөн кәрәк.

Һәр ҡатнашыусы вики-марафонда бер иҫәп яҙмаһы менән генә ҡатнаша ала.

Һәр ҡатнашыусы мәҡәләһен йәки һүрәтен йомғаҡлау таблицаһына үҙе индерә.

Һәр ҡатнашыусы мәҡәләне, йә һүрәтте таблицаға индереүҙә һәр кемгә ярҙам итә ала.

Һәр ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусыларҙың вики-марафон өсөн мәҡәләһен баһалап, регламентҡа яраҡлығын тикшерә, фекер алышыуҙа ҡатнаша ала.

20 (10) мәҡәлә яҙған йәки 20 (10) һүрәт һалған ҡатнашыусылар вики-марафон нормативын үтәгән тип һанала, уларға сертификат тапшырыла йәки бүләк бирелә (бағыусылар табылыуға ҡарап).

Бүләкләнеүселәр исемлегендәге ҡатнашыусылар ойоштороусыларға шәхси мәғлүмәттәрен еткерергә тейеш була (талап ителгән осраҡта).

Мәҡәләләр үҙгәртергә

Вики-марафон сиктәрендә төҙөлгән йәки тулыландырылған (+1500) мәҡәләләр Башҡортостан темаһына тап килергә тейеш.

Мәҡәләне төҙөгәс йәки яҡшыртҡас, һылтанманы үҙ аллы таблицаға ҡуйырға кәрәк. Вики-марафон иҫәбенә исемлеккә индерелгән мәҡәләләр алына.

Мәҡәләләр Википедияның һәм айырым тел бүлегенең ҡағиҙәләренә ярашлы яҙылырға тейеш, шул иҫәптән:

әһәмиәтлелек;

авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа. Текст мотлаҡ Википедия һәм вики-марафон өсөн яҙылырға тейеш (башҡа сығанаҡтарҙан күсереп алыу тыйыла);

мәғлүмәтте нейтраль көйө күрһәтеү, әле йәшәгән шәхестәрҙең биографияһын айырым шарттарҙы үтәп яҙырға;

абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә;

оригиналь тикшеренеүҙәр булмауы мөһим.

Тәҡдим ителгән мәҡәлә күләме 2500 байттан артығыраҡ булырға тейеш.

Жюри ағзалары йәки башҡа ҡатнашыусылар тарафынан баһаланған булырға тейеш.

Исемлек үҙгәртергә

Һүрәттәр үҙгәртергә

Тәҡдим ителгән һүрәттәр Викиһаҡлағысҡа дөрөҫ рәсмиләштерелгән ирекле лицензия менән һалынырға тейеш. Бер мәҡәләлә булһа ла урынлы ҡуйылған һүрәттәр генә баһалана (мәҡәлә мотлаҡ вики-марафон сиктәрендә яҙылмаһа ла, әммә уның тематикаһына тап килһә) Һүрәттәр панорама мөмкинлеге тураһында ҡанунды боҙорға тейеш түгел. Йәғни, биналар фоторәсемдәре рөхсәт ителә, ә автор хоҡуғы менән һаҡланған скульптура фоторәсемдәре рөхсәт ителмәй.

Еңеүселәрҙе билдәләү үҙгәртергә

Номинациялар үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ йырҙары
  • Башҡорт милли кейеме
  • Башҡорт милли кәсепселеге
  • Башҡорт милли аш-һыуы
  • Башҡорт милли йолалары
  • Фотографиялар

Урындар үҙгәртергә

1-се урын - 25 мең һум
2-се урын - 20 мең һум
3-сө урын - 15 мең һум
4-се урын - 10 мең һум
5-се урын - 5 мең һум

Йомғаҡлау үҙгәртергә

Күләме 2500 байттан артҡан мәҡәләләрҙең дөйөм күләме бергә ҡушылып 10000 бүленә һәм мәрәйҙәр һаны билдәләнә. Вики-марафонда ҡатнашыу талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта. Жюри ҡатнашыусыны «намыҫлы уйын» ҡанундарын боҙған осраҡта, йәғни боттар файҙаланыу, төҙөлгән мәҡәләләрҙе/һалынған һүрәттәрҙе билдәләнгән ваҡытҡа исемлеккә индермәү, алдан әҙерләнгән мәҡәләләрҙе/һүрәттәрҙе һәр этапта күпләп һалыу, шулай уҡ намыҫлы көнәркәшлеккә ҡаршы эше йә башҡа ҡатнашыусыларҙы яңылыштырыуы өсөн квалификацияһынан мәхрүм итә.

Бағыусылар үҙгәртергә

Бағыусылар тип вики-марафонды ойоштороуҙа, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереүҙә матди ярҙам күрһәтеп, номинациялар билдәләүҙә һәм йомғаҡлауҙа ҡатнашмаусы юридик һәм физик шәхестәр иҫәпләнә.

Партнерҙар үҙгәртергә

Партнерҙар тип вики-марафонды үткәреүҙә ойоштороу, мәғлүмәти, финанс һәм башҡа ярҙам күрһәтеүсе юридик һәм физик шәхестәр иҫәпләнә. Партнерҙар ойоштороусылар менән килешеп, ҡатнашыусылар өсөн үҙ номинацияларын һәм бүләктәрен булдыра ала.

Ирекле лицензия үҙгәртергә

Үҙ хеҙмәттәрен Викимедиа проектарында урынлаштырған авторҙар уларҙы ҡулланыу шарттарына, шулай уҡ Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 һәм GFDL лицензиялары буйынса баһаламаһыҙ баҫтырып сығарыуға ризалығын бирә.