Проект:Башҡортостан ауылдары 2022

Учалы районы Бөйҙө ҡасабаһы
Старатель урамы панорамаһы

Башҡортостан ауылдары 2022 — Башҡортостан ауылдары тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе яҡшыртыу, байытыу маҡсатында үткәрелгән вики-марафон. Вики-марафон барышында ауыл тарихы, географик урыны, тирә-яғындағы иҫтәлекле урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары, ауылда тыуып-үҫкән билдәле шәхестәр, тарихи әҙәбиәткә инеп ҡалған факттар, батша ревизияһы мәғлүмәттәре, ауылда яҙып алынған фольклор тураһында мәғлүмәттәр яҙыласаҡ.

Маҡсаты — ауылдар тураһында мәҡәләләрҙе файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы итеү.

Башлана: 15 март 2022

Тамамлана: 15 май 2022

Ойоштороусылар үҙгәртергә

Ҡағиҙәләр үҙгәртергә

 
  • Текст-мәғлүмәт энциклопедик стилдә яҙылырға, автор хоҡуҡтары һаҡланырға тейеш.
  • Мәҡәләләр уҡыу өсөн уңайлы, компакт биҙәлгән булырға тейеш. Оҙон-оҙон текстар ҡуйыу, артыҡ күп фотолар менән мауығыу кәрәкмәй.
  • Башҡортостан ауылдары тураһында яҙылған мәҡәләгә өҫтәлгән һәр 1 КБ мәғлүмәт өсөн (һылтанмалар һәм сығанаҡтар ҙы ла иҫәпләп) — 1 мәрәй.
  • Һәр өҫтәмә һылтанма йәки сығанаҡ өсөн (Әсфәндийәров китабы, Уфаген сайты, Башҡортостан энциклопедияһы, Материалы по истории Башкирской АССР, Рәсәй империяһында ревизиялар, 1917 йылға ауыл хужалағын иҫәпкә алыу, ауыл тураһында китап, матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләр, Башҡорт халыҡ ижады, видеофильмдар) — 1 мәрәй.
  • Фото өсөн бер ауылға — 4 мәрәй, үҙ эшең булһа нисә фото булыуына ҡарамаҫтан. Викимилектә булған фотоны мәҡәләгә ҡуйған өсөн бер ауылға — 1 мәрәй, нисә фото булыуына ҡарамаҫтан.
  • Викидатаға мәғлүмәт өҫтәгән өсөн (нигеҙләнгән йылы, беренсе мәртәбә телгә алынған, фото, милли составы, социаль селтәрҙәр һәм башҡалар) бер ауылға — 1 мәрәй.
  • Был ауылды башҡа кеше эшләгән тип ҡарау дөрөҫ түгел, теләгән ауылға мәғлүмәт (ревизия, фото һәм башҡалар) өҫтәргә була.
  • 10 ауылдың тарихын яҙған ҡатнашыусылар финалға үтә.
  • Приз фонды (яҡынса 115 мең һум) финалға үткән ҡатнашыусыларға йыйған мәрәйҙәренә бәрәбәр бүленә. Википедияла стажы 2 йылдан кәмерәк булғандарға (2020 йылдың 15 мартынан һуң теркәлгәндәргә) дәртләндереү өсөн приз фондынан 1000 һум өҫтәлә.

Кәрәкле ҡоралдар үҙгәртергә

Ҡатнашыусылар һәм мәҡәләләр үҙгәртергә

Нәтижәләр үҙгәртергә

  1. Вәхит. 1147 мәрәй. 13530 һум  
  2. М.Илнар (теркәлгән 23.09. 2021) 101 мәрәй. 1200 һум + 1000 һум  
  3. Г.Алтынай (теркәлгән 9.11.2021) 41 мәрәй. 600 һум+1000 һум  
  4. Б.Илзирә (теркәлгән 23.09.2021) 55 мәрәй. 700 һум+1000 һум  
  5. Юлдашева Луиза. 630 мәрәй. 7500 һум  
  6. Alfiya55. 80 мәрәй. 3 мәҡәлә.
  7. Баныу (теркәлгән 30.06.2020) 1176 мәрәй. 13800+1000 һум  
  8. Яғалса. 479 мәрәй. 5620 һум  
  9. Таңһылыу. 1356 мәрәй. 15 000 һум. 
  10. Тутыйғош. 511 мәрәй. 6000 һум  
  11. Akkashka. 1797 мәрәй. 21 000 һум  
  12. Һәҙиә. 121 мәрәй. 1500 һум  
  13. Kuzgaul (теркәлгән 15.03.2022) 270 мәрәй. 3200+1000 һум  
  14. Yadgar9 (теркәлгән 26.02.2021) 17 мәрәй. 3 мәҡәлә
  15. Zlgll. 568 мәрәй. 6730 һум  
  16. ZUFAr. Конкурстан тыш.
  17. MR973. 22 мәрәй. 4 мәҡәлә
  18. Aidar254. 4 мәрәй. 4 мәҡәлә
  19. Зилиә (теркәлгән 13.11.2021) 134 мәрәй. 1600+1000 һум  
  20. Фәнирә Нәбиуллина 2021 (теркәлгән 11.03.2021) 179 мәрәй. 2120+1000 һум  
  21. Абайдуллина Файруза (теркәлгән 22.04.2021) 271 мәрәй. 3300+1000 һум  
  22. Sherbn. 154 мәрәй. 2000 һум  
  23. Әсфәндиәрова Миләүшә (теркәлгән 20.04.2022) 28 мәрәй. 600+1000 һум  
  24. Ҡараҡай (теркәлгән 5.05.2022) 1 мәҡәлә
  25. Ryanag. 1 мәҡәлә

БАРЛЫҒЫ: 115 000 һум