Проект:Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре 2023

«Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре 2023» — Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлеге мәҡәләләрен яҙыу өмәһе.

Өмәне үткәреү ваҡыты: 2023 йылдың 15 ғинуарынан 31 ғинуарына тиклем.

Ҡағиҙәләр

Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлегенән йәки рәсми реестрҙан ҡатнашыусылар оҡшаған мәҡәләләне һайлап яҙа.

Мәҡәлә башҡорт телендә, башҡортса гәзит-журналдар уҡыған, башҡортса тамашалар ҡараған һәм тыңлаған кешегә аңлайышлы телдә яҙылырға тейеш.

Мәҡәләне викидатала теркәргә. Бик күп мәҡәләләр русса юҡ, шуға викидатаны тултырғанда мәҡәләнең исемен русса һәм башҡортса яҙырға.

Мәҡәлә уҡыу өсөн уңыйлы, компактлы, рәсемдәре һәм таблицалары үҙ урынында булырға тейеш.

Минималь талаптар үтәлгән, 200 һүҙҙән артыҡ мәҡәләләр ҡабул ителә.

ООПТ -ла булған мәғлүмәттәрҙән мәҡәләгә объекттың тасуирламаһын һәм ҡабул ителгән Ҡарарҙы күрһәтеү етә;

  • Заказниктың йәки башҡа объекттарҙың эш режимын, норматив-хоҡуҡи документтарын, бурыстарын һанап китеү йәки күсереп яҙыуҙың кәрәге юҡ;
  • мәҡәлә ғәҙәттәгесә преамбуланан, тасуирламанан, әһәмиәтенән тигән бүлектәрҙән төҙөлһөн, кәрәк булһа этимологияһын яҙырға мөмкин. Ҡарарҙарҙы (Постановление) теҙеп күрһәтеү тарихҡа инмәй
  • эске һылтанмаларҙы күрһәтеү мотлаҡ (үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың, һ.б)

Автор хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа.

Сығанаҡтар

Ҡоралдар

Күсереп алыу өсөн әҙерләмә
  • {{ООПТ|||2024-11-27}}
  • <ref name="ООПТ" /><ref name="ООПТ">{{ООПТ|||2024-11-27}}</ref>
Миҫал: {{ООПТ|Озеро-родник-Голубое|Озеро-родник-Голубое|2022-10-22}} Күренә:

Озеро-родник-Голубое. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.). Дата обращения: 22 октябрь 2022.

Яҙылған мәҡәләләр

Яҙылған мәҡәләләр

Приздар фонды

Спонсорҙар эҙләйбеҙ

Һөҙөмтәләр

Ойоштороусылар