Проект:АХБ төҙәтеү/Аҡ бәшмәк
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Аҡ бәшмәк, топош (лат. Boletus edulis) — базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк.
Фәнни классификацияһы
үҙгәртергә- Домен: Эукариоттар
- Батшалыҡ:Бәшмәктәр
- Бүлек: Базидиомицеттар
- Класс: Агарикомицеттар
- Тәртип:Болеттар
- Ғәилә: Болеттар
- Ырыу: Боровик
- Төр: Аҡ бәшмәк
- Халыҡ-ара фәнни атамаһы: Boletus edulis Bull., 1782
Һүрәтләмә
үҙгәртергәЭшләпәһенең диаметры 10—20 см тирәһе(һирәгерәк 30 см). Формаһы ҡабарынҡы.үҫеш барышында йәймә формаһына күсергә мөмкин. Өҫкө йөҙө шыма йәки йыйырсалы,яланғас йәки бәрхәт һымаҡ, һирәгерәк шәлкемле-тәңкәле була ала. Көндәр ҡоро торғанда ярғысланып бөтөргә мөмкин.
Көндәр дымлы, ямғырлы торғанда эшләпәнең өҫкө йөҙө бер аҙ лайлалы була.Ҡоро көндәрҙә ялтырап тора.
Тиресәһенең төҫө аҡһылдан ҡараһыу һороға тиклем. Аҙаҡ әкренләп һары, ҡыҙғылт һары, көрән, йыш ҡына тигеҙһеҙ һәм ҡараңғыраҡ төҫтәргә керергә күсергә мөмкин. Аҫҡы яғы тәүҙә аҡ, һуңынан йәшкелт һары.
Тиресәһе ҡушылып үҫкән, итсәһенән айырылмай.
Итсәһе аҡ, тығыҙ, тос, һутлы, хуш еҫле. Өлкән бәшмәктәрҙә шәлкемле була башлай. Төҫө аҡ, әммә яйлап һарғая башлай. Ҡараһыу тиресә аҫтында һоро йәки көрәнерәк төҫтәге ҡатлам булырға мөмкин.
Һабының оҙонлоғо 10—20 см (ғәҙәттә 12 см-ға тиклем), ҡалынлығы 4—ҙ см тирәһе, итләс, һарғылт һоро төҫтә. Формаһы мискә йәки булавка һымаҡ. Үҫкән һайын һуҙыла, цилиндр формаһына күсә.
Көпшәле ҡатламы һабы тапҡырында батынҡы. Итсәһенән еңел айырыла. Йәш бәшмәктәрҙә аҡ төҫтә, аҙаҡ һарғая башлай. Көпшәләре 1—4 см, тишемдәре ваҡ һәм йөморо формала.
Спора онтағы һорғолт йәшел. Споралар орсоҡ формаһында. Үлсәме — 15,5 × 5,5 мкм тирәһе.Бер үк затта ла үлсәмдәре ныҡ айырыла ала һәм 11—17 (22 мкм) × 4—5,5 мкм тирәһен тәшкил итә.
Аҡ бәшмәк имән, ҡайын, ҡарағай, шыршы тамырҙары менән микориза (симбиоз) барлыҡҡа килтереп үҫешә.
Ғалимдар фекеренсә, төҫө менән һәм ниндәй ағас тамырында үҫеүенә ҡарап аҡ бәшмәктең (яҡынса 18- 20 форманы тәшкил иткән) дүрт төрө бар.
Төрҙәре
үҙгәртергә- Аҡ шыршы бәшмәге ( Boletus edulis f. edulis Fr. 1821)
- Аҡ имән бәшмәге (Boletus edulis f. quercicola Vassilk. 1966)
- Аҡ ҡайын бәшмәге (Boletus betulicolus)
- Аҡ ҡарағай бәшмәге (Boletus pinophilus)
Таралышы
үҙгәртергәБашлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа майҙан октбргә тиклем осрай. Ҡиммәтле ашарға яраҡлы бәшмәк, составында аҡһымдар, ферменттар, витаминдар, микроэлементтар, антиканцероген матдәләр бар. Киптереүгә яраҡлы.
Аҡ бәшмәктең ҙурлығы буйынса рекорды
үҙгәртергәДауаланыу үҙенсәлеге
үҙгәртергәАҡ бәшмәктә шешкә ҡаршы үҙенсәлекле матдә табылған[17],элегерәк тәненең экстракты менән туңған ерҙәрҙе дауалағандар [18].
Галерея
үҙгәртергәСығанаҡтарға һылтанмалар
үҙгәртергә- АХБ төҙәтеү/Аҡ бәшмәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Васильков Б. П. Белый гриб.
- Семёнов А. И. О грибах и грибниках.
- Меркулова В. А. Очерки по русской народной номенклатуре растений. — М.: «Наука», 1967.
- Таксономия
- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 1,28 1,29 1,30 Index Fungorum (ингл.)
- ↑ 2,0 2,1 https://id.biodiversity.org.au/name/fungi/60026301 (ингл.)
- ↑ Gwefan Llên Natur
- ↑ https://taibnet.sinica.edu.tw/chi/taibnet_species_detail.php?name_code=141951 (билдәһеҙ) — 2003.
- ↑ https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=126505
- ↑ (unspecified title) — 2006.
- ↑ https://portal.nature.cz/publik_syst/nd_nalez-public.php?idTaxon=17759 (чеш.) — Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
- ↑ https://laji.fi/taxon/MX.72563 — 2012.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Index Fungorum (ингл.)
- ↑ Index Fungorum (ингл.)
- ↑ https://soppognyttevekster.no/normlisten/steinsopp/
- ↑ The IUCN Red List of Threatened Species 2022.2 — 2022.
- ↑ Penny Bun
- ↑ Boletus edulis, Cep, Penny Bun Bolete mushroom
- ↑ Buy Fresh Ceps/Porcini Mushrooms Online
- ↑ http://mushroom-collecting.com/mushroomdyeing.html
- ↑ Шиврина А. Н., Низковская О. П. и др. Биосинтетическая деятельность высших грибов. Л., 1969
- ↑ Васильков Б. П. Изучение шляпочных грибов в СССР. М.—Л., 1953
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Белый гриб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Васильков Б. П. Белый гриб: Опыт монографии одного вида. — М.—Л.: «Наука», 1966.
- Грибы СССР. — М.: Мысль, 1980.
- Дермек А. Грибы. — Братислава: Словарт, 1989.
- Семёнов А. И. О грибах и грибниках: Справочник по сбору грибов в Крыму. — Симферополь: Таврия, 1990. — С. 89—97. — ISBN 5-7780-0177-0.
- Справочник-определитель: Грибы / Отв. за выпуск Ю. Г. Хацкевич. — Мн.: «Харвест», 2002. — 480 с. — 7000 экз. — ISBN 985-13-0913-3.
Аҡ бәшмәкте үҫтереү буйынса:
- Всё о грибах / сост. В. Булдаков. — Донецк: ПФК «БАО», 2000. — С. 247—249. — ISBN 966-548-124-X.
- Всё о грибах / ред.-сост. Н. Г. Лебедева. — Харьков: «Реликт», 1997. — С. 187—188. — ISBN 9984-9011-0-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергәАХБ төҙәтеү/Аҡ бәшмәк Викимилектә |
- Таксономия на сайте www.mycobank.org
- ГОСТ Р 54643-2011 Грибы белые свежие. Общие технические условия -->