Приказчиктар клубы (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |||
Приказчиктар клубы
| |||
Серафимович урамына сыҡҡан фасад | |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Серафимович урамы, 88 | ||
Архитектура стиле | эклектика, модерн | ||
Төҙөлгән ваҡыты | 1899 йыл | ||
Статус |
| ||
Приказчиктар клубы Викимилектә |
Приказчиктар клубы — Дондағы Ростовта, 1899 йылда «Дондағы Ростов приказчиктарының үҙ-ара кредит йәмғиәте»[1] өсөн төҙөлгән йорт[2]. 1918 йылдың апрелендә бында Дон республикаһы Советтарының I съезы үтә[3]. Приказчиктар клубы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ статусына эйә[4]. Әлеге ваҡытта бина файҙаланылмай һәм насар торошта. Унда реставрация эштәре башҡарыу планлаштырыла.
Тарихы
үҙгәртергә«Дондағы Ростов приказчиктарының үҙ-ара кредит йәмғиәте» 1871 йылда ойошторола. 1880 йылдар аҙағында Йәмғиәт үҙ бинаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. 1890 йылдарҙа Тимерницкая һәм Ҡазан (хәҙерге Серафимович урамы) урамдары араһындағы кварталда өс ҡатлы таш бина төҙөлә башлай. Эш ҡала архитекторы Владимир Карпович Шкитко етәкселегендә бара. 1899 йылда төҙөлөш тамfvлана һәм унда Йәмғиәт идараһы урынлаша. Биҙәү эштәре 1902 йылға тиклем дауам итә.
XX быуат башында клубта йыш ҡына балдар, маскарадтар, Раштыуа һәм Пасха кисәләре үткәрелә. Клубта гастролдәр менән Федор Шаляпин һәм Сергей Рахманинов сығыш яһай[5]. 1912 йылда бинаға ике төрлө яҡтылыҡ булған, фасады Темерницкая урамына сығып торған яңы тамаша залы корпусы өҫтәлә.
1918 йылдың 9-14 апрелендә клуб бинаһында Дон республикаһы Советтарының I съезы үтә, унда 800-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. 1920 йылдарҙа элекке клуб бинаһында Ҡыҙыл Армия йорто урынлаша. 1927 йылдың 27 ноябрендә бында шағир Владимир Маяковский сығыш яһай. 1930 йылдар уртаһынан бинаны «Музыкаль комедия театры» биләй. 1934—1935 йылдарҙа йорт өлөшләтә реконструкциялана: тамаша залының үҙгәртелә һәм нигеҙ нығытыла.
1950 йылдар уртаһында бинаға капиталь ремонт үткәрелә. 1957 йылда төп бина стилистикаһына оҡшатып төҙөлгән кирбес бина өҫтәлә. 1990 йылдар башында йорт авария торошонда була. 2000 йылда «Музыкаль комедия театры» яңы бинаға күсенә һәм шунан бирле йорт элекке приказчиктар клубы эксплуатацияланмай. 2014 йылда бында ремонт-реставрация эштәрен үткәреү планлаштырыла. Һуңынан «В. М. Величкина исемендәге Ростов өлкә балалар китапханаһы» һәм «Һуҡырҙар өсөн Ростов өлкә махсус китапханаһы урынлаша».
Архитектураһы
үҙгәртергәПриказчиктар клубтың таш йорто өс ҡатлы һәм подвалы бар. Ҡоролма ҡатмарлы конфигурацияға эйә, эсендә ҙур булмаған ихата-ҡоҙоҡ бар. 1899 йылда төҙөлгән фасад Серафимович урамына сыға, ә 1912 йылда төҙөлгән корпус — Темерницкая урамына. Инеү — Серафимович урамы яғынан.
Серафимович урамына ҡараған фасад эклектика йүнәлешенең неоклассика стилендә башҡарылған. Асимметрик фасад композицияһында ике сығынты айырылып тора. Беренсе ҡат юнылған таш менән эшләнгән. Ярус структураһында тәҙрә формаһына һәм биҙәлешенә иғтибар бирелә. Беренсе ҡатта улар тәҙрә йәҙләгә һәм декоратив йоҙаҡтар менән биҙәлә. Юғары ҡаттарҙың тәҙрәләре өсмөйөшлө кәрниз менән байытылған. Фасадты кәрниз тамамлай.
Темерницкая урамына саҡҡан фасад модерн стилендә эшләнгән. Беренсе ҡат юнылған, икенсе ҡаттың тәҙрәләре дүртмөйөш формаһында, ә өсөнсө ҡаттыҡылар йөҙлөк дуғаһы менән тирәсләнгән ярымтүңәрәк тишектәр формаһында башҡарылған. Фасадтың үҙәк өлөшөн дүрт колонна айыра. Уның өҫкө яғы сәскә биҙәк һәм геометрик фигуралар менән биҙәлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 8 апреля 2013 года в Министерстве строительства, архитектуры и территориального развития Ростовской области состоялось совещание по вопросам приспособления к современному использованию объекта культурного наследия, расположенного по ул.Серафимовича, 88 в . akproekt.ru. Дата обращения: 5 сентябрь 2013. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
- ↑ Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — С. 34—35.
- ↑ Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Здесь заседал I съезд Советов Донской республики // Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981.
- ↑ г.Ростов-на-Дону. Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) государственного (федерального) значения . donland.ru. Дата обращения: 5 сентябрь 2013.
- ↑ Здание Клуба приказчиков в Ростове-на-Дону . voopiik-don.ru. Дата обращения: 5 сентябрь 2013.