Төп менюны асырға

Призма — оптикала: үтә күренмәле материалдан яһалған, яҫы шымартылған ҡырлы геометрик призма формаһындағы оптик элемент. Яҡтылыҡ нуры призмала һына.

Призма төрҙәреҮҙгәртергә

Дисперсион призмаларҮҙгәртергә

Дисперсион призмаларҙы спектраль йыһазларҙа төрлө оҙонлоҡтағы тулҡындар нурланыштарын киңлектә айырыу өсөн ҡулланалар.

  • Ябай өс ҡырлы призма
  • Броунинг-Рузерфорд призмаһы
  • Аббе дисперсион призмаһы
  • Амичи призмаһы

Сағылдырыусы призмаларҮҙгәртергә

Сағылдырыусы призмаларҙы нурҙар, оптик күсәр һәм визирлаштырыу һыҙығы йүнәлештәрен үҙгәртеү өсөн ҡулланалар. Ҡайтаруысы призмалар бер нисә сифат буйынса бүленәләр:

  • призмалағы сағылыштар һаны
  • «түбә» булыуы йәки булмауы
  • призма конструкцияһы характеры
  • оптик күсәр һыну мөйөшө

Шулай уҡ һауа аралығы менән айырылған бер нисә өлөштән тороусы призмалар ҙа сағылдырыусы призмалар араһында билдәле урында торалар. Ҡайһы бер киң таралған призмалар үҙ исемдәрен алалар:

Призма исеме һыҙыҡ аша яҙылған ике йәки өс хәреф һәм һан менән билдәләнә. Беренсе хәреф сағылдырыусы эргәләр (сағылыуҙар) һанын күрһәтә(«А» — бер, «Б» — ике, «В» — өс һ.б.). «Түбә», шартлы рәүештә, бер ҡыры булып һанала, һәм аны билдәләр өсөн беренсе хәрефтән һуң «к» индексын ҡуялар (мәҫәлән, Ак, Бк)
Икенсе хәреф конструкция характерына күрсәтә («Р» — тигеҙ яҡлы, «П» — пентапризма, «У» — ярымпентапризма, «С» — ромб рәүешле, «М» — йыраҡлыҡ үлсәү тибындағы, «Л» — Леман призмаһы). Һыҙыҡ аша яҙылған һандар оптик күсәр һыныу мөйөшөн күрһәтәләр(0°,90°,180°). Мәҫәлән, «ВкР-45°» — өс сағылдырыусы ҡырлы һәм түбәле тигеҙ яҡлы призма, күсәр һыныу ҙурлығы - 45°.

Йыйылма призмалар үҙ исемдәре һәм күсәр һыныу ҙурлыҡтары буйынса билдәләнәләр. Мәҫәлән, «А-0°» — Аббе призмаһы, «Бк-90°» — түбәле башмаҡ һымаҡ призма, «К-0°» — призма-куб.

Поляризацион призмаларҮҙгәртергә

  • Николь призмаһы
  • Волластон призмаһы
  • Аренс призмаһы
  • Глан-Фуко призмаһы
  • Глазебрук призмаһы
  • Рошон призмаһы

ҺылтамаларҮҙгәртергә

Шулай ук ҡарағыҙҮҙгәртергә

Тышҡы һылтамаларҮҙгәртергә