Пресвятая Дева Мария Раштыуаһы соборы (Кошице)

Пресвятая Дева Мария Раштыуаһы соборы ( слоак. Kostol Márie narodenia Panny)) – грек католиктары сиркәүе, Словакияла Кошице ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Словак грек католиктары сиркәүенең Кошице епарихияһы кафедраль соборы.

Пресвятая Дева Мария Раштыуаһы соборы
Нигеҙләү датаһы 1882
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған birth of the Virgin Mary[d]
Дәүләт  Словакия[1]
Административ-территориаль берәмек Кошице
Епархия Епархия Кошице[d]
Архитектура стиле неороманский стиль[d]
Мираҫ статусы Национальные памятники культуры Словакии[d]
Изге ҡурсалаусы Мәрйәм Инә[d]
Карта
 Пресвятая Дева Мария Раштыуаһы соборы (Кошице) Викимилектә

Раштыуаның Пресвятая Дева Мария соборы, Кошице, Словакия

Грек католиктары Кошицеға XVII быуатта күсеп ултыра башлай. 1852 йылда Кошицела урындағы грек католигы епискобы сиркәү төҙөй. Был осорға тиклем грек католиктары франциск сиркәүендә, премонстраттар сиркәүендә һәм һирәкләп изге Михаил Архангел сиркәүендә ғибәҙәт ҡылғандар

1880 йылда Кошице грек католиктары общинаһы ер һатып ала һәм үҙенең часовняһы эргәһендә неороман стилендә сиркәү төҙөй башлай, уның төҙөлөшө 1886 йылда тамамлана.

Словакияла коммунистар власы идаралығы ваҡытында, грек католиктары сиркәүенең эшмәкәрлеге тыйылған була, Пресвятая Дева Марияның Раштыуаһы сиркәүе Православ сиркәүенә тапшырыла.

1990 йылда ҡорам Кошице грек католиктар общинаһына ҡайтарыла.

1997 йылда Изге Тәхет Кошиценың Апостол Экзархатын ойоштора һәм Раштыуа сиркәүе кафедраль соборы була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. GeoNames (ингл.) — 2005.