Пресвятая Богородица сиркәүе

Шильдала Пресвятая Дева Мария сиркәүе -Кварели муниципалитетының Шильда ауылындағы архитектура ҡомартҡыһы. Челти йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ҡомартҡы Дева Мария сиркәүенән, башнянан, биналарҙың һәм ҡойманың ҡалдыҡтарынан тора. Сиркәү базилика нефынан тора, ул VI быуатҡа ҡарай. Бина яҫы таштан төҙөлгән. Ярым түңәрәк апсидаһы бар. Инеү урын өс яҡтан. Сиркәү ике яҡлы ҡойма менән уратып алынған. Ҡойманан көнбайышҡа ҡарай башня урынлашҡан. Ҡомартҡы бер нисә реконструкциянан һуң байтаҡ үҙгәрә. Иң ҙур реконструкция XIX быуатта үтә.

Бер нисә тораҡ бина сиркәүҙән төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. Сиркәү һәм төньяҡ-көнбайыш яҡтағы ҡойма араһында планында квадрат (5 х 5 м) өс ҡатлы башня тора. Ул ваҡланған таштан төҙөлгән. Башня һуңынан яңынан ҡорола. Ҡойма, тораҡ биналар һәм башня XVII-XVIII быуаттарға ҡарай.

Шильдалағы Дева Мария сиркәүенә 2006 йылда Грузияның президенты указына ярашлы дәүләт әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡы статусы бирелә[1]

  • საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 1-I, გვ. 463-467, თბ., 2013 წელი.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი, შილდა

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ