Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе (Морозовск)
Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе — Ростов өлкәһе Морозовск ҡалаһында Рус православие сиркәүе ҡорамы. Рус Православие сиркәүенең Волгодонск һәм Сальск епархияһына ҡарай.
Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Морозовский район[d] |
Епархия | Волгодонск епархияһы |
Архитектура стиле | ретроспективизм[d] |
Мираҫ статусы | Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Тарихы
үҙгәртергәXX быуат башында станица халҡы бик тиҙ арта. Морозовск станцияһындағы Покровский сиркәүе бәләкәй була. 1912 йылдың апрелендә яңы ҡорам төҙөргә ҡарар ҡабул ителә[1].
Ғәскәри Ер шураһы төҙөлөш өсөн 30 000 һум аҡса, 500 дисәтинә ер бүлә.
1912 йылдың октябрендә Дон ғәскәренең Өлкә Идаралығы төҙөлөшкә рөхсәт бирә, шул уҡ ваҡытта дини әһелдәр өсөн торлаҡ йорто, сиркәү-мәхәллә мәктәбе бинаһын төҙөү ҡарала. Ғибәҙәтхана Фомин Константин Иванович проекты буйынса төҙөлә. Төҙөлөш йыл ярым эсендә тамамлана. Әммә төҙөлгән ҡорамда ярыҡтар барлыҡҡа килә — нигеҙе сүгә. 1914 йылда сиркәүҙе инженер ҡарап сыға, ярыҡтары ҡурҡыныс түгел, ғибәҙәтхана асыу өсөн хәүефле түгел тип ҡарар итә. Ҡорамды изгеләндереү 1915 йылдың 25 апрелендә үтә. Ғибәҙәтхана Пресвятая Богородица Раштыуаһына бағышланып изгеләндерелә.
1915 йылдың 20 декабрендә дин әһелдәре йорто менән мәхәллә асыла. Мәхәлләгә мең ярым тирәһе кеше килә.
Сиркәү XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем эшләй. Йәнәшәлә хәрби ҡаласыҡ төҙөлә һәм сиркәү уның биләмәһендә ҡала. Сиркәү 40 йыл аҙағына тиклем шунда тора. Уның манараһы емерелә. Ахырҙа ҡорамды хәрби склад итеп яңынан төҙөйҙәр.
2001 йылда ғиәбәҙәтхананы тергеҙә башлайҙар. Был ваҡытта ғибәҙәтхана Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы милке була. Манара, көмбәҙе тергеҙелә. Яңы ҡыңғырау ҡуйыла, ул Воронеж ҡалаһында эшләнә. Ҡыңғырау 1250 кг ауырлыҡта.
Төкәтмәләре
үҙгәртергә- Ҡорамдың төп төкәтмәһе — Пресвятая Богородица Раштыуаһына бағышланған;
- Уң төкәтмә — Архистратиг Михаилға бағышланған;
- Һул төкәтмә — священник Николай Поповҡа бағышланған[2].
Руханиҙар
үҙгәртергәХрамдың өлкән священнигы — Трофимов Юрий Николаевич.
Ҡомартҡылары
үҙгәртергәҠорамда Николай Поповтың мәйетенең өлөштәре менән иконаһы һаҡлана.