Правдин Фёдор Николаевич

Правдин Фёдор Николаевич (31 май 1908 йыл, Мәскәү5 март 1988 йыл, шунда уҡ) — СССР-ҙың ғалим- энтомологы, биология фәндәре докторы, профессор, тура ҡанатлыларҙың систематикаһы буйынса белгес. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре[1].

Правдин Фёдор Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 31 май 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө энтомолог
Эшмәкәрлек төрө энтомология
Эш урыны Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Институт проблем экологии и эволюции имени А. Н. Северцова РАН[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Беккер, Эрнест Георгиевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

1908 йылдың 31 майында Мәскәүҙә тыуған. 1926—1930 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының биология бүлегендә уҡый. Үлән ашаусыларҙең баш төҙөлөшө тураһында диплом эше Эрнест Георгиевич Беккер етәкселеге аҫтында башҡарыла, был эше 1932 йылда Зология журналында баҫылып сыға. Университеттан һуң каучук һәм гуттаперчаның Бөтә союз институтында эшләй. 1938 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Насекомые как биологический фактор в жизни тау-сагыза в Кара-Тау» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1940—1941 йылдарҙа РСФСР-ҙың ҡурсаулыҡтары буйынса Баш идаралыҡта эшләй. РСФСР-ҙың ҡурсаулыҡтарында бөжәктәр тикшереүҙе ойоштора. Һуғыш йылдарында артиллерия полкының химия хеҙмәте начальнигы була. 1943 йылда каучуклы үҫемлек институтында эшләү өсөн кире ҡайтарып алына. 1944 йылдан 1952 йылға тиклем институтта үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеген етәкләй. 1949 йылда «Насекомые и сложноцветные растения» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1952 йылдан алып 1973 йылға тиклем В.И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында зоология һәм дарвинизм кафедраһы профессоры булып эшләй[2]. 1973 йылдан алып 1985 йылға тиклем Эволюцион морфология һәм хайуандар экологияһы институтында эшләй. 1988 йылдың 5 мартында Мәскәүҙә вафат була[1].

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Урта Азия буйлап Малые Барсуки, Семиречье сүллегендә, Ҡаратау һыртында һәм Төркөстан һыртында экспедицияларҙа ҡатнаша, ҡоротҡостарҙың һәм һеркәләндереүселәрҙең комплекстарын өйрәнә. Был тикшеренеүҙәр барышында Азия асалығойроғоноң (тау-һағыҙ ҡоротҡосоноң) үҫемлек сәскә атыу ваҡытында миграцияһы ландшафтың геологик үҙгәрештәре менән бәйле булыуын фараз итә. Ул каучуклы үҫемлек орлоҡтарының карантины системаһын төҙөй. Бөжәктәрҙең ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһе үҫемлектәре менән трофик бәйләнештәренең анализын үткәрә. 1950 йылдарҙан экологияны һәм тура ҡанатлылар систематикаһын тикшереү буйынса махсуслаша. Мәскәү ортоптерологтар мәктәбен ойоштора.

Правдин лекциялар курсы әҙерләй һәм дарвинизм буйынса беренсе булып лаборатория дәрестәре циклын төҙөй, улар педагогия юғары уҡыу йорттары дәреслектәрендә һәм уҡытыусылар өсөн ҡулланмаларҙа дөйөмләштерелә. Уның етәкселеге аҫтында 20 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. 1957—1958 йылдарҙа Тиран университетын (Албания) ойоштороуҙа ҡатнаша. Юғары аттестация комиссияһы эшендә эксперт сифатында ҡатнаша. Бюллетень МОИП» һәм «Научные доклады высшей школы, биологические науки» журналдары редколлегияһының ағзаһы була.

Правдин һүрәтләгән таксондар

үҙгәртергә

Фән өсөн тәүге тапҡыр Правдин бөжәктәрҙең бер нисә таксонын тасуирлай, шул иҫәптән:

Правдин хөрмәтенә аталған таксондар

үҙгәртергә

Правдин хөрмәтенә бөжәктәрҙең түбәндәге таксондары аталған:

Һайланма баҫмалары

үҙгәртергә

100-гә яҡын публикациялар, шул иҫәптән дәреслек һәм монографиялар авторы[1]

Китаптары

үҙгәртергә
  • Правдин Ф. Н. Закономерности формирования новых комплексов вредных и полезных насекомых при введении в культуру сложноцветных растений. — М.: МГПИ им. В. И. Ленина, 1957. — 189 с.
  • Правдин Ф. Н. Дарвинизм: Книга для учителя.. — М.: Учпедгиз, 1960. — 334 с.
  • Правдин Ф. Н. Дарвинизм. — М.: Просвещение, 1968. — 430 с.
  • Мамаев Б. М., Медведев Л. Н., Правдин Ф. Н. Определитель насекомых европейской части СССР. — М.: Просвещение, 1976. — С. 137. — 304 с.
  • Правдин Ф. Н. Экологическая география насекомых Средней Азии. — М.: Наука, 1978. — 271 с.
  • Правдин Ф. Н., Мищенко Л. Л. Формирование и эволюция экологических фаун насекомых в Средней Азии. — М.: Наука, 1980. — 156 с.

Мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • Правдин Ф. Н. Сезонные миграции азиатской уховертки Anechura asiatica Sem. в Каратау // Зоологический журнал. — 1938. — Т. 17. — № 2. — С. 280—286. — ISSN 0044-5134.
  • Правдин Ф. Н. Новые и малоизвестные прямокрылые (Orthoptera) из Средней Азии // Энтомологическое обозрение. — 1969. — Т. 48. — № 3. — С. 586—592. — ISSN 0367-1445.
  • Правдин Ф. Н. Внутривидовая дифференциация и видообразование у насекомых // Зоологический журнал. — 1970. — Т. 49. — № 4. — С. 570—600. — ISSN 0044-5134.
  • Правдин Ф. Н., Стороженко С. Ю. Новый вид гриллоблаттид (Insecta, Grylloblattida) из южного Приморья // Энтомологическое обозрение. — 1977. — Т. 56. — № 2. — С. 352—356. — ISSN 0367-1445.
  • Правдин Ф. Н. Новый вид кузнечиков рода Lithoxenus В.-Bien. (Orthoptera, Tettigoniidae) из Западного Тянь-Шаня // Труды Всесоюзного энтомологичесеого общества. — 1979. — Т. 61. — С. 11—12. — ISSN 0373-1278.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Шарова И. Х. Памяти Ф. Н. Правдина (1908–1988) // Энтомологическое обозрение. — 1989. — Т. 68. — № 2. — С. 435—436.
  2. Гиляров М. С. К 60-летию проф. Ф. Н. Правдина // Энтомологическое обозрение : 47. — 1968. — № 3. — С. 685—687. — ISSN 0367-1445.
  3. Sergeev M. G. The general distribution of Orthoptera in the main zoogeographical regions of North and Central Asia (инг.) // Acta zool, cracov.. — 1993. — Т. 36. — № 1. — С. 53—76.
  4. Чильдебаев М.К., Темрешев И.И., Колов С.В. К биологии кузнечика Lithoxenus heptapotamicus (Pylnov, 1911) (Orthoptera: Tettigoniidae) с обновленным описанием самки и самца // Кавказский энтомол. бюллетень. — 2013. — Т. 9. — № 1. — С. 30–32.
  5. 5,0 5,1 Стороженко С. Ю. Систематика, филогения и эволюция гриллоблаттидовых насекомых (Insecta: Grylloblattida) / Ответственный редактор А. С. Лелей. — Владивосток: Дальнаука, 1998. — С. 183. — 207 с.
  6. Gorochov A. V. A contribution to the knowledge of the tribe Meconematini (Orthoptera: Tettigoniidae) // Zoosystematica Rossica. — 1993. — Т. 2. — № 1. — С. 63—92.
  7. Горохов А. В. К фауне сверчковых (Orthoptera, Grylloidea) Китая // Энтомологическое обозрение. — 1985. — Т. 64. — № 1. — С. 89—109.
  8. Горохов, А.В. Триасовые прямокрылые надсемейства Hagloidea (Orthoptera) // Труды Зоологического ин-та АН СССР. — 1986. — Т. 143. — С. 65—100.
  9. Сергеев М.Г. Тараканосверчок Правдина - Grylloblatella pravdini (Storozhenko et Oliger, 1984) // Красная книга Республики Алтай. Животные. / Под ред. А. В. Бондаренко. — 3-е издание. — Новосибирск, 2017. — С. 43—44. — 368 с. — ISBN 978-5-93809-086-6.
  10. Черняховский М. Е. Новый вид саранчового Saxetania pravdini Tshern., sp. n. (Orthoptera, Pamphagidae) из Бадхыза // Труды Всесоюзного энтомологического общества. — 1979. — Т. 61. — С. 13—15.
  11. Горохов А. В. Новые и малоизвестные таксоны прямокрылых подотряда Ensifera (Orthoptera) из тропиков и субтропиков // Энтомологическое обозрение. — 1990. — Т. 69. — № 4. — С. 820—834. — ISSN 0367-1445.