Порхов ҡәлғәһе (Порховский кремеле) — Рәсәй Федерацияһының Псков өлкәһендәге Порхов ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан боронғо ҡәлғә. Был ҡәлғә Псков ере буйлап аҡҡан Шелонь йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ҡәлғә ҡоролмаларының ҡара төҫтәге эзбизташтары хәҙерге көнгә тиклем тулыһынса тиерлек нып ҡалған, әммә хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер урындары авария торошло.

Порхов ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Порхов
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Псковская область/Порхов[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Вид с воздуха
Карта
 Порхов ҡәлғәһе Викимилектә

Порхов ҡәлғәһе Новгород йылъяҙмаларында тәүге тапҡыр 1239 йылда, новгород кенәзе-наместниғы Александр Ярославович (буласаҡ Невский) ваҡытында телгә алына. Александр Ярославович Шелонь йылғаһы буйлап Новгородтан Псковҡа ҙур булмаған ағас «блокпост»тар төҙөп хәрби һаҡланған юл һалған, шул блокпостарҙың береһе Порхов булған, тип телгә алына Новгород йылъяҙмаларында. Беренсе ағас-ер нығытмалар Шелонь йылғаһының бейек уң яры морононда торған һәм, өҫтәүенә, уның ағас стеналарының бейеклеге 4 метрҙан ашыу булып, ҡәлғә вал һәм тәрән соҡорҙар менән уратып алынған булған.

1346 йылда Бөйөк Литва кенәзе Ольгерд Новгород ерҙәренә бәреп инә һәм Луга менән Шелонь ҡәлғәләрен баҫып ала, ә Опока менән Порховты бик оҙаҡ ҡамауҙа тота. Ҡәлғә беренсе литва ҡамауына сыҙай, шулай ҙа литваға «ҡара бор» (контрибуция) 300 һум түләргә мәжбүр була. Һуғыш башланыу сәбәптәренең береһе булып бер новгород посаднигының юнһеҙлеге тора, аҙаҡ уның үҙен дә новгород кешеләре, Лугала туҡмап, аҡылға ултырталар.

1387 йылда иҫке ҡәлғәнән бер километрҙан ашыу алыҫлыҡта, Шелонь йылғаһының бейек уң ярында яңы таш ҡәлғә барлыҡҡа килә, уның дүрт башняһы булған була. Ҡәлғә стенаһының ҡалынлығы 1,4—2 метр, бейеклеге — 7 метр тирәһе, башнялары 15-17 метрға тиклем бейеклектә булып, улар 4- 6 яруслы була, һәр бер ярусы таҡта менән ҡапланған. Был ҡәлғәне бер миҙгел эсендә бик тиҙ генә төҙөп бөткәндәр.

Ҡәлғә эсендә хәҙерге көндә Никольский сиркәүе (1412), баҡса, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Порхов почтаһы тарихы музейы бар. Почта музейы асылыуы хөрмәтенә порхов подпольеһы етәксеһе Б П. Калачевҡа һәйкәл-бюст ҡуйылған.

Ҡәлғә күренештәре

үҙгәртергә

Сығанағы

үҙгәртергә
  • Панченко И. Я. Порхов. Л.: «Лениздат». 1979 г. (Серия «Города Псковской области»).
  • Порхов и его уезд. Сборник дореволюционных публикаций. Сост.: Левин Н. Ф. Псков: ГП «Псковская областная типография». 2005 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960