Портал:Шәхестәр/Һайланған шәхес/11
Марк Твен (ингл. Mark Twain, ысын исеме Сэ́мюэл Лэ́нгхорн Кле́менс; 30 ноябрь 1835 йыл, Флорида ҡасабаһы (Миссури штаты ) — 21 апрель 1910 йыл, Реддинг (Коннектикут штаты); — Америка яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ул төрлө йүнәлештәрҙә ижад иткән — юмор, сатира, фәлсәфәүи фантастика, публицистика һ. б., уларҙың барыһында ла гуманист һәм демократ булараҡ таныш. Клеменс һөйләүенсә, «Марк Твен» псевдонимы йәш сағында йылға навигацияһы терминдарынан алынған. «Марка Твен»дан башҡа «сьёр Луи́ де Конт» псевдонимы аҫтында эшләгән. (дауамы...)