Погодин йорто (Дондағы Ростов)

Погодин йорт — Дондағы Ростов ҡалаһында 19211924 йылдарҙа драматург Н. Ф. Погодин йәшәгән йорт (Социалистик урамы, 50 а). Табылған мәҙәниәт ҡомартҡыһына ҡарай.

Иҫтәлекле урын
Погодин йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың аҙағы
Билдәле йәшәүселәр драматург Николай Фёдорович Погодин
Бөгөнгө хәле яҡшы

Тарих үҙгәртергә

Урыҫ совет драматургы һәм сценаристы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1949), Ленин премияһы лауреаты (1959) һәм ике тапҡыр Сталин премияһы (1941, 1951) лауреаты Николай Федорович Погодин — В. И. Ленин тураһындағы («Человек с ружьем» (1937), «Кремлевские куранты» (1940), «Третья патетическая» (1958) трилогияһы авторы, 1920 йылдан алып Ростов «Трудовая жизнь» гәзитендә эшләй. Боронғо заман бинаһында Социалистик урамында йәшәй. 1925 йылда Мәскәүгә күсеп китә.

Драматургтың Дондағы Ростовта йәшәгән йортоноң төп инә торған урынында 1971 йылда яҙып мемориаль таҡта ҡуйылған: «Был йортта 1921—1924 йылдарҙа күренекле совет драматургы Николай Федорович Погодин (Стукалов) йәшәгән». Әлеге ваҡытта драматург йәшәгән бүлмә ҡиәфәтен юғалтҡан.

Архитектура үҙгәртергә

Драматург Н. ф. Погодин йәшәгән йорт Социалистик, 50а (элекке (Б. Никольская) урамында урынлашҡан. Йорт XIX быуаттың аҙағында төҙөлгән һәм ХХ быуаттың ҡырҡынсы йылдарында камиллаштырылған.

Өс этажлы, штукатурланған кирбес йорт. Беренсе ҡатөҫкө һоро төҫтә. Бина фасады һәм йорт үҙәгендә һәм ҡабырға эргәләрендә терәүҙәр менән эшләнгән, улар аттиктар менән тамамланған. Был бинаның архитектура йөҙөн барлыҡ ҡаттар фасадындағы рустовкалар, тәҙрә уйымдары өҫтөндәге йоҙаҡ таштар, йорт ситендәге ярым ципкулле тәҙрәләрҙең һәм йортҡа төп инеү ишегенең декоратив биҙәүҙәре булыу билдәләй. 2-се һәм 3-сө ҡаттағы балкондар селтәрле рәшәткәле, бинаның этаждары араһында профилле кәрниздәр бар. Йортҡа төп инеү ишеге бинаның уң яғында.

Йорт конфигурацияһы ҡатмарлы, бинаны планлаштырыуҙың нигеҙендә уны йортҡа инеүсе ишектргә төркөмләп, секцияларға бүлеп төҙөү ҡаралған булған. Бинаның ярым подваллы бүлмәләре бар. Фасадтың беренсе ҡатын ике айырым инеү урынлы косметика компанияһы биләй.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гегузин И. Страницы ростовской летописи. Ростов-н/Д, 1983. — С. 129 −136.
  • Писатели Дона. — Ростов-н/Д, 1986. — С. 13.
  • Тихомирова В. А. Ростовский областной краеведческий музей. Литературная секция // Из истории драматургии Дона… (рукопись). — С. 17 — 22.
  • Ростовская область. Решение от 23 сентября 1997 года № 34. Об объявлении недвижимых памятников истории и культуры города Ростова-на-Дону под охраной органов местного самоуправления. Городская Дума Ростовская области.

Һылтанмалар үҙгәртергә