Побединский Николай Иванович

Побединский Николай Иванович (10 декабрь (22 декабрь) 1861 йыл10 ғинуар 1923 йыл) — ғалим-акушер, Мәскәү университеты акушерлыҡ клиникаһы профессоры һәм директоры.

Побединский Николай Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 (22) декабрь 1861
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Мәскәү император университеты[d]
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү гимназияһы[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]
 Побединский Николай Иванович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

 
Н. И. Побединский, 1911

Священник ғаиләһенән. 1-се Мәскәү гимназияһын (1881) һәм Мәскәү университетының медицина факультетын табип дәрәжәһе менән тамамлай (1886). Университетты тамамлағандан һуң Иҫке-Екатерина дауаханаһының хирургия һәм терапия бүлегендә экстерн булып эшләй, махсус рәүештә патологик анатомия менән шөғөлләнә. 1887 йылда Мәскәү университетының акушерлыҡ клиникаһына күсә; штаттағы ординатор (1889 йылдан), ассистент (1892 йылдан) була. Санкт-Петербургтың Хәрби-медицина академияһында «Материалы к учению о предлежании детского места в клиническом отношении» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (1894). Мәскәү университетының приват-доценты итеп һайлана. Үҙенең эшмәкәрлеген камиллаштырыу өсөн сит илгә командировкаға ебәрелә. Рәсәйгә ҡайтҡас акушерлыҡ клиникаһы һәм оператив акушерлыҡ буйынса ғәмәли күнекмәләр үткәрә, уҡыусыларға физиологик акушерлыҡ курстары уҡый. 1908 йылда акушерлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙары кафедраһы буйынса штаттан тыш экстраординар профессор итеп раҫлана, ысынбарлыҡта ошо ваҡыттан алып акушерлыҡ клиникаһын етәкләй (1913 йылға тиклем уның номиналь етәксеһе булып ҡарт А. М. Макеев тора, ә Побединский клиника директоры булып 1915 йылда ғына раҫлана).

Побединский клиникала күп һанда уңышлы кесарев киҫелеше операциялары башҡара (Мәскәү университеты клиникаһында 1895 йылда Побединский Рәсәйҙә беренсе булып бындай операцияны уңышлы башҡара), асептикаға айырым иғтибар бирә, был шунда уҡ үлем осраҡтары кәмеүҙә сағыла. Побединский осоронда кафедрала студенттар өсөн тәүге тапҡыр акушер семинарҙары индерелә. Университетта уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенән тыш, Побединский 1908 йылдан алып Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында акушерлыҡты уҡыта.

Побединскийҙың ғилми хеҙмәттәре таз тар булғанда, йөклө ҡатындарҙа токсикоз булғанда бәпесләтеү ысулдарына, ауырлы ҡатындарҙың балаятҡы шешен хирургик дауалауға арналған.

Ваганьково зыяратында ерләнгән (34-се уч.)[1][2].

Хеҙмәттәре:

  • Краткий учебник акушерства. (1905) 7 изд. М., 1932
  • Успехи кесарева сечения в России за последние 25 лет. М., 1913

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Артамонов М. Д. Ваганьково. М.: Моск. рабочий, 1991. С. 163.
  2. Могила Н. И. Побединского. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано 27 июль 2017 года. 2017 йыл 27 июль архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Императорский Московский университет: 1755-1917 : энциклопедический словарь / Андреев А. Ю., Цыганков Д. А.. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 568—569. — 894 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә