Питер Перез Бурдетт

Питер Перез Бурдетт — ~1734 — 1793 йылдың 9 сентябре; XVIII быуаттың картограф, художник, геодезист һәм чертёжнигы; Исвудала тыуған, унда ер алып әсәһе яғынан олатаһы рухани булғанға Perez исемен алған. Джозефа Райта картиналарында йыш ҡатнашауы менән билдәле, һәм 1769 йылда Лидс һәм Ливерпуль каналы (Leeds and Liverpool Canal) юлын эшләүҙә ҡатнашыуы менән билдәле. Уның тураһында, «йәмғиәт үҙәгендә булмаһы, уның ярым яҡтылығында урынлашҡан» (Lunar Society of Birmingham) тип яҙалар. Һуңғы йылдарҙа, кредиторҙарҙан ҡасып, Карлсруэла йәшәй.

Питер Перез Бурдетт
Peter Perez Burdett
Тыуған көнө

1734({{padleft:1734|4|0}})

Тыуған урыны

Иствуд (Эссекс)

Вафат булған көнө

9 сентябрь 1793({{padleft:1793|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Вафат булған урыны

Карлсруэ

Ил

 Бөйөк Британия короллеге[d]

Эшмәкәрлеге

картограф, художник

Атаһы

Уильям Бурдетт

Әсәһе

Анна Бурдетт

Тормош иптәше

Ханна; Фредерика Котковски

Балалары

Anna Periez(sic) Burdett m. Friedrich Gf v Nostitz-Rieneck

 Питер Перез Бурдетт Викимилектә
«

Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ]]» (Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы коллекцияһынан)]]

Бурдетт Райт картиналары өсөн һын булып тора. Беренсе тапҡыр улар 1760 йылдар башында осраша. 1766 йылда Райт "Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ" картинаһын яҙа. Унда Ҡояш системаһы тураһында асыҡ лекция күрһәтелгән; кеше йөҙҙәре ай фазаһы һымаҡ яҡтырылған.Картиналағы һул яҡтағы кеше — Бурдетт; уң яҡтағаһы Вашингтона Ширли. 1767 йылда Бурдетт Дерби картаһын 1 дюйм:1 миль масштабында эшләй. 1759 йылда Сәнғәт йәмғиәте (Society of Art) үткәргән бәйгелә бындай масштабтағы карталар авторҙары араһында икенсе уңышлы урын яулай. Бынан тыш, Two Boys Blowing a Bladder by Candle-light («Шәм яҡтыһында ике малай бәүел ҡыуығын өрөп тултыра») рәсемен эшләй.

Two Boys Blowing a Bladder by Candle-light
Питер һәм унын беренсе ҡатыны Ханна

1768 йылда Бурдетт Ланкашир картинаһын эшләү өсөн Дербинан Ливерпульға күсеп килә. Ул яңы ҡурсаусылырҙы таба һәм Джордж Перриға карта төҙөү һәм Ливерпуль тарихын яҙыуҙа ярҙам итә. 1773 йылда Бурдетт яңы рәсемдәр яһай һәм Перри тарихы нигеҙен яҙа.

Academy by Lamplight

Бурдетт уҙенең янына Райтты күсеп килергә саҡыра. 1769 йылда Бурдетт Художниктар Төркөмөн (Society of Artists) ойштора һәм уның беренсе ағзаһы була. Райттың бер картинаһы Academy by Lamplight академияһына бағышланған.

Бурдент беренсе британ [[акватинтисты була; уның акватинта күргәҙмәләре 1772 йылда Society of Arts Exhibition үтә.Mortimer[13]. Францияла ҡулланылған алымдарҙан айырылған яңы техниканы ҡуллана. J.B. Le Prince of Paris уны өйрәтә. 1773 йылда The effect of a stained drawing attempted by printing from a plate wrought chemically, without the use of any instrument of sculpture пластинаһы күрһәтелә. Бурдетт авторлығы билделе булған өс картина һаҡланған: Banditti Terrifying Fishermen (1771 йыл), Skeleton on a Rocky Shore һәм Two Boys Blowing a Bladder by Candle-light. Ливерпуль китапханаһында һүңғыһынын күсермәһе һаҡлана. Артына «First Speciman of aquatinta invented in Liverpool by P.P. Burdett, 1774, assisted by Mr.S. Chubbard.» тип яҙыған.

1774 йылда ул кредиторҙарға бурысын түләмәү өсөн Ливерпульдар ҡасып китә. Ҡатыны менән төшкән картинаны үҙе менән ала. Бурдетт ҡатыны менән төшөрөлгән картина хәҙер Прага Милли галереяһында һаклана. Күсенгән ваҡытта картина Бөйөк Британия күргәҙмәлеренә ике тапҡыр ҡуйыла. 1774 йылда Джозеф Райт көньяҡ Германияһы ике тапҡыр килә. Бурдетт бында 1787 йылдың 11 июлендә Фредерике Котковскиға (Friederike Kotkowski) өйләнә; уларҙың Анна исемле ҡыҙы тыуа. Ошо уҡ йылда Карлсруэ сауҙа майҙаны планын эшләй. Бурдетт Карлсуэла 1793 йылдың 9 сентябрендә вафат була.