Пик Сегед

ит ризыҡтарын етештереүсе венгр компанияһы

Pick Szeged — күп төрлө ит ризыҡтарын, шул иҫәптән киң билдәле ҡышҡы салями ҡышҡы салями (инг.)баш. етештереүсе венгр компанияһы. Компания 1869 йылда Сегед ҡалаһында асыла. Ул — «Пик Сегед» венгр гандбол клубы спонсоры.

Пик Сегед
Тармаҡ meat industry[d]
Нигеҙләү датаһы 1869
Рәсем
Дәүләт  Венгрия
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы private company limited by shares[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Сегед[d]
Хеҙмәткәрҙәр 2800 кеше
Рәсми сайт pick.hu
Карта
 Пик Сегед Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Венгрияла салями етештереүҙе йәһүд итсеһе Марк Пик асып ебәрә, ул 1869 йылда Сегедта салями етештергән фабрикаға нигеҙ һала, артабан бөтә ил буйынса колбаса етештереүҙе үҫтерә башлай. 1883 йылда итальян эшселәрен эшкә саҡыра, ә 1885 йылда колбаса күпләп етештерелә башлай. 1892 йылда, Пик вафатынан һуң, уның ҡатыны һәм ҡустыһы идаралыҡ итеүҙе үҙ ҡулдарына ала. 1906 йылда өлкән улы Енё предприятиела эшләй башлай һәм бөлгөнлөккә төшкән «Тиан» фабрикаһын һатып ала, бының менән ул ғаиләгә ҙур ғына ер участкаһын биләү мөмкинлеген бирә. Енё Пик, етештерелгән ризыҡтарға әүҙем реклама булдырып һәм салямины халыҡ ҡулланыусы төп ризыҡҡа әйләндереп, етештереү технологияһына үҙгәрештәр индерә. Енё Пик фабрикаға 1934 йылдан алып уны националләштергәнгә тиклем етәкселек итә.

Продукция үҙгәртергә

Сегеданың тирә яғы ауыл хужалығы һәм мал аҫырау өсөн бик ҡулай: географик урынлашыуы һәм тейешле эксперизалар был төбәктә эре сусҡаларҙы аҫырарға мөмкин булыуын күрһәтә, улар итенән салями эшләй башлайҙар. Аҡ салями майһыҙ сусҡа итенә уның эс майын ҡушып, йәшерен рецепт буйынса тәмләткестәр һалып әҙерләнә. Был ҡушылма таҙартылған мал эсәгенә тултырыла, артабан — һыуыҡ ыҫлау, киптереү һәм өлгөргәнен көтөргә генә ҡала. Бына салямины үңәҙ ҡаплай. Тәүҙәрәк ҡышҡы салями сусҡа итенән түгел, ә ишәк итенән әҙерләнә, Венгрияла бөтә ишәктәрҙе лә иткә тотоноуға бәйле, колбасаны сусҡа итенән етештерә башлайҙар, уның тәме элеккеһенән бер нисек тә айырылмай.

Pick компанияһы салямиһының төп һыҙаттарының береһе — уны киптереү һәм өлгөртөү ваҡытында үңәҙ ҡатламының барлыҡҡа килеүе. Үңәҙгә һалҡынлыҡ һәм тынысландырыу өсөн тейешенсә дымлылыҡ талап ителә, шуға ла колбаса эшләү заводтары йылға буйҙарына (әйтәйек, Тиса йылғаһы буйына) урынлаштырыла. 1950-се йылдарҙа ҡулланыуға индерелгән һыуытыу технологияһы ризыҡтың оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин итә. Хәҙерге ваҡытта Сегедта етештерелгән салями, үҙенсәлекле материалдары, традицион технологиялары арҡаһында бөтә донъяға билдәле.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә