Петр I һәйкәле (Кронштадт)
Петр I һәйкәле — скульптуралы монумент, 1841 йылда Кронштадттың Петр паркында урынлашҡан. Монументтың авторы — скульптор Т. Жак. Һәйкәл Рәсәйҙең федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[3].
Петр I һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1841 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Кронштадт |
Урын | Петровский парк (Кронштадт)[d] |
Жанр | паблик-арт[d] |
Булдырыусы | Теодор Жак[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Һүрәтләнгән объект | Пётр I |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список объектов культурного наследия Кронштадта (Санкт-Петербург), часть 2[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][2] |
Указания, как добраться | Макаровская улица, Петровский парк |
Петр I һәйкәле Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәРәсәй императоры Николай I ҡушыуы буйынса Петр I -ға Кронштадтта һәйкәл ҡуйыу өсөн француз скульпторы Т. Жак саҡырыла һәм ул һәйкәлде әҙерләй башлай. Һәйкәл нигеҙенә ул 1836—1837 йылдарҙа яһалған скульптураны ала. 1939 йылда һәйкәл постаментының проекты раҫлана. Батшаның һәйкәле Сәнғәт академияһы президенты А. Н. Оленин күҙәтеүе аҫтында эшләнә. Батшаның бронза скульптураһы Сәнғәт академияһының оҫтаханаһында П. К. Клодт тарафынан ҡойола. Һәйкәлдең дөйөм хаҡы 100 мең һум тәшкил итә[4]. Һәйкәл асыу тантанаһы 1841 йылдың 27 июнендә була — Полтава һуғышының йыллығына тап килтерелә[5].
1860 йылда һәйкәл тирәләй Петр паркы булдырыла[5].
Тасуирлама
үҙгәртергәҺәйкәлдә Петр I баҫҡан килеш һүрәтләнгән. Уның өҫтөндә Преображенский полкы мундиры һәм бейек ботфорт[5]. Ул уң ҡулына ҡынынан һурып алынған, аҫҡа табан төшөрөлгән шпага тотҡан. I Петрҙың башы өҫкә табан еңелсә күтәрелеп тора. Скульптура шымартылған ҡыҙыл граниттан эшләнгән фигуралы тумбаға баҫтырып ҡуйылған, тумбаның мөйөштәре XVIII быуат рухында орнамент менән биҙәлгән.
Постаменттың алғы яғында соҡоп алтын хәрефтәр менән яҙылған: «Петру Перъвому / Основателю / Кронштадта / 1841 Года». Юғарыла — Полтава һуғышы йылының медальоны «1709»[4]. Постаменттың арт яғында «Баҡыр һыбайлы» һәйкәле өлгөһөндә башта латин теленән тәржемәләп яҙып ҡуйылған була. Әммә 1860 йылда уның урынына яңы яҙыу ҡуйыла: «Оборону Флота / и / сего места / держать до последней / силы и живота / яко наиглавнейшее дело, / Из Указа Государя 1720 г. Мая 18 д.»[5].
Скульптураның бейеклеге — 4,55 метр, постамент бейеклеге — 4 метр[4].
Һәйкәл тирәләй кәртә тотолған: сынйырҙар менән тоташтырылған пушкаларҙың кәбәктәре ерҙән сығып тора. Совет осоронда был кәртә юғалған[4].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Петру I, памятник (г. Кронштадт, Петровский парк) 2020 йыл 3 июль архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Сокол К. Г. Монументальные памятники Российской империи. 2006. — С. 39