Петруцци йорто (Таганрог)
Петруцци йорто— Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында Тургенев тыҡрығы 35- се һанлы төбәк әһәмиәтендәге иҫтәлекле йорт.
Иҫтәлекле урын | |
Петруцци йорто (Таганрог)
Петруцци йорто | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Тургенев тыҡрығы, 35 |
Нигеҙләнгән | 1870 йыл |
Статус | төбәк әһәмиәтендәге һәйкәл |
Тарих
үҙгәртергәТургенев тыҡрығы, 35-се һанлы йорт 1870 йылда төҙөлгән[1].1880-се йылдарҙың аҙағына тиклем ул төрөк подданныйы Дмитрий Караузи милкендә торған. Унан һуң милек эйәһе алышҡан — йорт штабс-капитан ҡатыны Антонина Яблонская ҡулына күскән. Булған мәғлүмәттәр буйынса, 1907 йылда йортта Таганрог приказчиктарының һөнәри Йәмғиәте урынлаша. Элекке хужаһы Антонина Яблонская, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында мөлкәтен һата, тик йортта ҡалған ғүмере буйынса йәшәй. Уның дворнигы хужабикәһен ҡарай һәм уға ярҙам итә. 1910 йылда Деспина Панагиотовна Петруцци йортто һатып ала. Уның ире Анастасий Константинович Петруцци алыҫ диңгеҙҙәргә йөҙөү штурманы булған. Уларҙың ғаиләһендә өс бала була: Василий, Мария һәм Евгений[2].
1912 йылда башта был йортта Т. Д. Приздың аяҡ кейемдәре оҫтаханаһы була. Ә 1941 йылда бында 20-се һанлы балалар баҡсаһы эшләй башлай. Уның был йортта күпме ваҡыт торғаны билдәһеҙ, шулай ҙа булған мәғлүмәттәр буйынса, 1946 йылда әле ул эшләгән. Йорттоң беренсе ҡатындағы ярым подвалында йоҡо бүлмәләре , ә өҫкө ҡатта дәрес үткәреү өсөн бүлмәләр була[3]. Булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2009 йылдың 1 ғинуарынан был йорт Ростов өлкә Хакимиәте тарафынан төбәк әһәмиәтендәге һәйкәл булып иҫәптә тотола.
Иғкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Памятники регионального значения, находящиеся на учете в Администрации Ростовской области на 1 января 2009 года
- ↑ Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
- ↑ Дом 35 2017 йыл 13 март архивланған.