Петров Валерий Иванович

Петров Валерий Иван улы (09.09.1941; Оло Кайбыс, Кайбыс районы, ТАССР) — һаулыҡ һаҡлау ветераны, һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Түбәнге Кама ҡалаһының урология хеҙмәтен ойоштороусы, Түбәнге Кама ҡалаһының шәрәфле ватандашы.

Петров Валерий Иванович
Тыуған көнө

9 сентябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (83 йәш)

Биографияһы

үҙгәртергә

Петров Валерий Иван улы 1941 йылдың 9 сентябрендә ТАССРның Кайбыс районы Оло Кайбыс ауылында тыуа.

1964 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшсәнлеген Кайба район хәстәханаһында табип-хирург булараҡ башлай. 1967 йылда Минзәлә РҮХына хирургия бүлеге мөдире итеп күсерелә.

1972 йылда Түбән Кама үҙәк район хәстәханаһында уролог булып эшләй башлай. Ҡаланың урология хеҙмәтен ойоштороусыларҙың береһе булып тора.

1976 йылда ҡалала беренсе урология бүлеге ойошҡандан менән күп йылдар был бүлектең алмаштырғыһыҙ мөдире булып тора. Үҙенең көндәлек эшендә урология хеҙмәтен камилләштереүгә һәм үҫтереүгә, белгестәрҙе әҙерләүгә, яңы махсус диагностика һәм дауалау методикаларын керетеүгә ҙур иғтибар бирә.

Петров В.И. Республиканың күрше райондарынан ауырыуҙарға хеҙмәт күрһәтеү буйынса районара урология үҙәге эшен етәкләй.

Бер нисә тапҡыр Татарстан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, ҡала һәм район администрацияһының, Түбәнге Кама район-территориаль медицина берләшмәһе администрацияһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.

Түбәнге Кама халыҡ депутаттарының берләштерелгән советы президиумының 1996 йылдың 27 авгусындағы 29-70 номерлы ҡарары менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар емешле хеҙмәте өсөн Петров Валерий Ивановичҡа «Түбәнге Кама ҡалаһының Почетлы гражданины» исеме бирелә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә