Петровское (Пушкиногорский районы)
Петровское — Рәсәйҙең Псков өлкәһендә Пушкиногорский районының Пушкиногорье ҡалаһы биләмәһендәге ауыл, Пушкин ҡурсаулығының составына инә. Ауыл биләмәһендә Ганнибалдарҙың — А.С. Пушкиндың ата-бабаларының нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән шул уҡ исемле имениеһы урынлашҡан.
Петровское | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пушкиногорье[d] |
Халыҡ һаны | 23 кеше (2010)[1] |
Почта индексы | 181388 һәм 181385 |
Рәсми сайт | pushkin.ellink.ru |
Петровское Викимилектә |
Халҡы
үҙгәртергә2010 йыл аҙағына ҡарата төҙөлгән баһаламалар буйынса ауыл халҡы 30 кеше тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергәАуыл боронғо Кучане ауылы янында, шул уҡ исемле күл ярында барлыҡҡа килгән[2]. 1742 йылда Елизавета генерал-аншеф Абрам Петрович Ганнибалға Псков провинцияһының Воронец өйәҙендәге Михайлово моронона ингән ерҙәрҙе бирә. Имение үҙенең атамаһын батша Пётр I исеменән ала, Ганнибал уның яраны була. Абрам Петрович ваҡытында бында поместье төҙөлә башлай, усадьба, имение менән идара итеүсенең йорт-контораһы, ярҙамсы ҡаралтылар һәм ҙур булмаған шарап заводы төҙөлә
1781 йылда усадьба А.П. Ганнибалдың икенсе улы — А.С.Пушкиндың ике туған олатаһы — артиллерияның отставкалағы генерал-майоры Ганнибал Петр Абрамовичҡа күсә. Уның ваҡытында яңы йорт һәм парк төҙөлә. 1825 йылдан 1839 йылға тиклем Петровкое ауылында Петр Абрамовичтың улы Вениамин Петрович йәшәгән[3], ул үлгәндән һуң Петровское Ганнибал-Пушкиндар ырыуына ҡыҫылышы булмаған башҡа кешеләргә күсә.
Беҙҙең көндәргә тиклем бай йорто һәм усадьбаның башҡа ҡоролмалары һаҡланмаған. Йортто 1918 йылда крәҫтиәндәр яндыра. Тик XVIII быуат рус парк-баҡса сәнғәте өлгөһө булған парк ҡына иҫән ҡала.
1936 йылдан Ганнибалдар имениеһы Пушкин ҡурсаулығы составында музей-усадьба була. 1976 йылда П А. Ганнибал йорто тергеҙелә, унда Пушкиндың ата-бабалары Ганнибалдарға һәм Пушкин ваҡытындағы Петровское күнкүрешенә арналған экспозиция асыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения населённых пунктов Псковской области по данным Всероссийской переписи населения 2010 года
- ↑ Гордин А. Пушкин в Псковском крае. - Лениздат, 1970.
- ↑ Электронная библиотека краеведения Псковщины
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бозырев В. С. По Пушкинскому заповеднику. — Изд. 5-е. — М.: Профиздат, 1977. — 160, [32] с. — 50 000 экз.