Викидатала элемент тултырылмаған

Петерсон Мария - 1984 йылда Гётеборгта (Швеция) тыуған, пилот, инстаграм йондоҙо.

Биографияһы үҙгәртергә

Мария Петерсон коммерция авиацияһына 25 йәштә килә һәм әкренләп осоусының көндәлек тормошон һүрәтләгән фотографиялар эшләй башлай. Был фотографиялар кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡыҙҙың йога менән шөғәлләнеү лә был ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра төшә, сөнки ул пилот тормошон һүрәтләй, үҙен йога күнекәмәләре ваҡытында , сәйәхәт иткәндә фотоһүрәткә төшөртөп, инстагамға ҡуя. Хәҙер Марияға 34 йәш һәм уның бихисап яҙылыусылары бар (200 меңдән артыҡ). Үҙе әйтеүенсә, хәүефһеҙлек барыһынан да мөһимерәк, шуға эш ваҡытында пилот кабинаһында ул фотоға төшмәй.

Бер аҙ ваҡыт ул Ryanair авиация компанияһында эшләгән. Һәр ваҡыттағыса ул сәйәхәт итергә ярата, әлегә 50-нән артыҡ илдә булған, һәр береһендә матур фотоһүрәттәр эшләп, инстаграмға ҡуйған. Уларҙа беҙ Марияны һәм уның хеҙмәттәштәрен эш ваҡытында- осор алдынан, йәки ергә төшкәс, тамаҡ ялғаған ваҡытта, йә иһә тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә күрәбеҙ. Күптәргә уның тау-ҡаяларға үрмәләгән, һыу аҫтында төшкән, атта һыбай йөрөгән фотолары оҡшай. Күптәр уның эҙенән барып, инстаграмда үҙ фотосәхифәләрен булдыра.

Кешеләргә матур итеп йылмайыуы, зәп-зәңгәр күҙҙәре генә түгел, ә һәр саҡ яҡшы кәйефтә булыуы, кешегә ыңғай тәьҫир итеүе оҡшай. Үҙенең авиакомпаниялағы эше тураһында тик яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләй: етәкселәр хеҙмәткәрҙәр тураһында ҡайғыртыусан, шуға күрә улар төрлө илдәрҙә эш сәйәхәтендә генә булмай, иркенләп ял да итә ала.

Мария Петерсон авиацияға килеүенең сәбәбен ябай ғына итеп аңлата. Уның фекеренсә, һөнәр һайлауҙа ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән тигеҙ хоҡуҡлы булырға тейеш. "Ирҙәр хаким иткән“ донъяла үҙ хыялын тормошҡа ашырыу еңел булмағандыр,тигән һорауға ул: « Мин быға оҙаҡ килдем, ләкин хәҙер бындай эште ирҙәр генә эшләй алмай икәнде иҫбатларға тейешмен» ,тип яуап бирә.

Әле Мария British Airways авиакомпанияһында эшләй, партнеры менән Бельгияла йәшәй.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. https://pics.ru/instagramdnya-shvedskij-pilot
  2. vinegred.ru/mariya-peterson-glamurnaya-devushka-pilot-aviakompanii-ryanair-beret-..